11 ғинуар
көнө
11 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 11-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 354 көн ҡала (кәбисә йылында 355).
11 ғинуар | |
![]() |
← ғинуар → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1569: Англияла тарихта беренсе тапҡыр лотерея уйнатыла.
- 1700: Рәсәй империяһында Византия календарына алмашҡа Юлиан календары индерелә. 7208 йылдың 31 декабренән һуң 1700 йылдың 1 ғинуары килә. Яңы йыл башы 1 ғинуарға күсерелә.
- 1917: Рәсәй биләмәләрендә тәүге ҡурсаулыҡ — Баргузин ҡурсаулығы ойошторола. Ошо менән бәйле 11 ғинуарҙа 1997 йылдан «Ҡурсаулыҡ һәм милли парктар» көнө билдәләнә.
- 1923: Өфөлә «Йәш юҡсыл» (хәҙер — «Йәшлек») йәштәр гәзите сыға башлай.
- 1940: Ленинградта композитор Сергей Прокофьевтың «Ромео һәм Джульетта» балетының премьераһы була.
- 1960: СССР-ҙа Космонавтар әҙерләү үҙәге ойошторола.
- 1994: Рәсәйҙең яңы парламенты — 1993 йылдың 12 декабрендә һайланған һәм ике палатанан: юғары — Федерация Советынан һәм түбәнге — Дәүләт Думаһынан торған Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышы — үҙ эшен башлай.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Лаврентьев Пётр Денисович (1905—4.10.1979), ғалим-инженер, хужалыҡ эшмәкәре. 1941—1947 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең баш инженеры һәм директоры. 1969—1978 йылдарҙа. Мәскәү авиация институты уҡытыусыһы. Испаниялағы Граждандар һуғышында (1936—1939) ҡатнашыусы. Иҡтисад фәндәре кандидаты, профессор. Башҡорт АССР-ының 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1951). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1945).
- Нариман Сабитов (1925—9.06.1971), композитор, дирижер. 1954—1969 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш дирижёры һәм дирижёры. 1951 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1961). Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1972) һәм Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1968) лауреаты. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955, 1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1969) ордендары кавалеры.
- Первушин Юрий Сергеевич (1935), ғалим-инженер механик. 1965 йылдан Өфө авиация институтының һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1991), профессор (1993). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1997). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Әхмәтов Сафа Әхмәт улы (1935), ғалим-инженер¬-технолог. Өфө нефть институтының һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының нефть һәм газ технологияһы кафедраһы мөдире, 1981—1991 йылдарҙа СССР Нефть химияһы һәм нефть эшкәртеү министрлығы тармаҡ лабораторияһының фәнни етәксеһе. Техник фәндәр докторы (1976), профессор (1977). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1978), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2011), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1977). Г. В. Вахрушев исемендәге (2005) һәм Н. К. Байбаков исемендәге (2006) премиялар лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Алағуз ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Мәһәҙиева Сәриә Сәмиғулла ҡыҙы (1926—2011), журналист. 1971—2006 йылдарҙа «Башҡортостан ҡыҙы» журналының әҙәби хеҙмәткәре, бүлек мөдире һәм бүлек мөхәррире. СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Ибрай ауылынан.
- Байназаров Азамат Хажмөхәмәт улы (1936), хеҙмәт ветераны. 1982—1996 йылдарҙа «Башмедьстрой» тресы идарасыһы. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры. Сибай ҡалаһының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Күсей ауылынан.
- Саҙретдинов Зәнфир Хәбәбетдин улы (1936), ветеран-төҙөүсе. 1964—2002 йылдарҙа 3-сө төҙөлөш тресының яуаплы хеҙмәткәре, 1967 йылдан —өлкән прораб. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1986). СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1988). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Сыуалкип ауылынан.
- Мәхмүтов Ким Зөфәр улы (1941), ғалим-зоотехник. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2000). 1962—1973 йылдарҙа Учалы районы «Байрамғол» совхозы зоотехнигы; 1974—1993 йылдарҙа республика хужалыҡтарында яуаплы хеҙмәткәр; 1994—1997 һәм 2001—2002 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, 1997—2001 йылдарҙа «Башкирский» агрохимия хеҙмәте үҙәге директоры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Аҡъялан ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ғәниев Әхәт Сәйет улы (1927—28.03.2011), СССР ғалимы, ядро физикаһы белгесе. Техник фәндәр докторы (1978), профессор (1990). Ленин премияһы лауреаты (1964). Почёт Билдәһе ордены кавалеры (1984).
- Рәшит Шәкүр (1937), тел һәм әҙәбиәт белгесе, журналист, шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1961 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1978 йылдан — Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2012), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2007), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997).
- Дышаленкова Римма Андрияновна (1942—9.07.2019), яҙыусы, шағир, журналист һәм публицист. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2005), Д. Н. Мамин-Сибиряк исемендәге премия лауреаты, «Магнитогорск ҡалаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» Почёт билдәһе эйәһе.
- Сарбаев Раил Сәлих улы (1962), хужалыҡ, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, 2008—2010 йылдарҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1999). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2007).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Яҡшыдәүләтов Йәркәй Әнүәр улы (1943—8.09.2005), журналист, 1978 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1991). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Абыҙбаев Измаил Ибраһим улы (1929—4.09.1997), ғалим-тау инженеры. 1975—1986 йылдарҙа Башҡортостан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект институтының директор урынбаҫары. Техник фәндәр докторы (1988). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1977), нефть сәнәғәте отличнигы (1971). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976).
- Бикмөхәмәтов Роберт Ғата улы (1929—28.08.1995), әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, журналист. Филология фәндәре докторы (1983), профессор (1987). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989).
- Коган Ольга Станиславовна (1959), ғалим-спорт медицинаһы табибы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2008), профессор (2013). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ниғмәтуллин Ришат Вәхит улы (1959), ғалим-юрист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Юридик фәндәр докторы (2008), профессор (2013). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2009), Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының почётлы хеҙмәткәре (2009). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1757: Александр Гамильтон, Америка Ҡушма Штаттарының беренсе финанс министры.
- 1858: Герда Тирен, Швецияның рәссам-иллюстраторы.
- 1972: Константин Хабенский, Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2012).
- 1972: Андрей Малахов, Рәсәйҙең телетапшырыуҙар алып барыусыһы, шоумен.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 2017: Рәмил Йәнбәк, шағир һәм журналист.