30 май
көнө
30 май — григориан стиле буйынса йылдың 150-се (кәбисә йылында 151-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 215 көн ҡала.
30 май | |
![]() |
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
31 | ||||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Бөйөк Британия: Яҙғы ял көнө.
- Хорватия: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1917: Өфөлә Мосолман хәрби шураһы ойошторола.
- 1978: Башҡорт АССР-ының Юғары Советы республиканың яңы (өсөнсө) Конституцияһын ҡабул итә.
- 1926: Өфө—Стәрлетамаҡ маршруты буйынса даими рәүештә автобустар йөрөй башлай.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Базилев Иван Васильевич (1800—3.12.1873), педагог. Статский советник. 1831—1958 йылдарҙа Ырымбур губернаһының халыҡ училищелары директоры, бер үк ваҡытта Өфө ир балалар гимназияһы директоры. Рәсәй империяһының 3-сө (1856) һәм 4-се (1855) дәрәжә Изге Владимир, 2-се дәрәжә (1846) Император тажлы (1851) һәм 3-сө дәрәжә (1843) Изге Анна, 4-се дәрәжә Изге Станислав (1838) ордендары кавалеры.
- Крайкин Владимир Александрович (1955), ғалим-химик. 1978 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Органик химия институты ғилми хеҙмәткәре, 2008 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр, 2011 йылдан —лаборатория мөдире. Химия фәндәре докторы (2008). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Хәниә Фәрхи (1960—27.07.2017), йырсы. Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостан Республикаһының һәм Татарстан Республикаһының (2000) халыҡ артисы. Төрлө кимәлдәге йыр конкурстары һәм ижади бәйгеләр, шулай уҡ Тәтешле районының Әнғәм Атнабаев исемендәге премияһы лауреаты (2018).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Блохин Алексей Александрович (1897—6.10.1942), ғалим-инженер-геолог, геология-минералогия фәндәре кандидаты (1937), профессор (1937). Ишембай нефть ятҡылығын асыусы.
- Ускова Нина Николаевна (1947), Өфөнөң 60-сы лицей педагогы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2002) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ уҡытыусыһы (2011). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Беглов Василий Алексеевич (1958—9.07.2011), әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2007). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005).
- Рәмил Ҡол-Дәүләт (1958—12.01.1998), шағир, драматург. Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (1995).
- Щевелев Юрий Николаевич (1958), хужалыҡ эшмәкәре, Белорет рессорҙар һәм пружиналар заводының техник директоры, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының почётлы, Башҡортостандың атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе. «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Ҡырым Республикаһының Феодосия ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Розенберг Геннадий Самуилович (1949), ғалим-эколог, фитоценолог. 1992—2018 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Һамар фәнни үҙәгенең Волга бассейны экологияһы институты директоры. Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2000), биология фәндәре доктор (1984), профессор (1996). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000) һәм Рәсәй Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2010).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1944: Әхтәмов Хәсән Баһҙый улы, Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, Советтар Союзы Геройы (1944).
- 2003: Заһир Исмәғилев, башҡорт композиторы, БАССР-ҙың (1963), РСФСР-ҙың (1968) һәм СССР-ҙың (1982) халыҡ артисы.