13 ғинуар
көнө
13 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 13-сө көнө. Йыл аҙағына тиклем 352 көн ҡала (кәбисә йылында 353).
13 ғинуар | |
![]() |
← ғинуар → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Литва: Азатлыҡ һаҡлаусылар көнө.
Тарихи ваҡиғалар
- 1920: РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты Башревкомдың 12 ғинуарҙағы ҡарарҙарын ғәмәлдән сығарыу тураһында ҡарар ҡабул итә, был үҙ сиратында Ғинуар низағына килтерә.
- 1933: Өфөлә яңы кондитер фабрикаһы төҙөлә башлай.
- 1960: Башҡорт АССР-ында фототелеграф элемтәһе эшләй башлай.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Наседкин Василий Фёдорович (1895—15.03.1938), СССР яҙыусыһы, шағир һәм журналист. Беренсе донъя һуғышында һәм Октябрь социалистик революцияһы ваҡиғаларында, Төркөстанда баҫмасылар хәрәкәтен баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Егоров Михаил Анисимович (1905—27.01.1945), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, гвардия уҡсылар полкының взвод командиры, гвардия өлкән лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Ғәбитов Миҙхәт Исмәғил улы (1925—10.10.2010), хеҙмәт алдынғыһы. 1950—1982 йылдарҙа Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатының экскаватор машинисы, электромеханигы, быраулау мастеры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың 6-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1961). Сибай ҡалаһының почётлы гражданы.
- Сәйфуллин Марат Вәзих улы (1955), Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актёры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы.
- Ғәниев Реналь Рәмил улы (1985), спортсы, хәрби хеҙмәткәр. 2003 йылдан фехтование буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2003), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2004). 2-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы (2006) менән бүләкләнгән, Салауат Юлаев ордены кавалеры (2004).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Зәйни Исхаҡ (Зәйниғәбетдинов Исхаҡетдин Абызйән улы; 1886—3.05.1932), актёр, режиссёр. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1919—1921 һәм 1924—1931 йылдарҙа Башҡорт дәүләт драма театры актёры, бер үк ваҡытта 1927—1928 йылдарҙа — баш режиссёры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Фёдоровка районы Юлдаш ауылынан.
- Бараг Лев Григорьевич (1911—4.09.1994), ғалим-фольклорсы, әҙәбиәт белгесе. 1951—1994 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1966—1988 йылдарҙа урыҫ әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (1969), профессор (1970). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1987).
- Бочков Валентин Алексеевич (1946), хеҙмәт ветераны. 1969—1987 йылдарҙа Күмертау авиация производство предприятиеһының партком секретары, директор һәм генераль директор урынбаҫары; 1987—1988 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Күмертау ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе; 1988—1991 йылдарҙа КПСС-тың Күмертау ҡала комитетының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты.
- Әхмәҙиев Рөстәм Рәйес улы (1961), ғалим-физиолог. 1992—2012 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2009 йылдан Һаулыҡ мониторингы һәм коррекцияһы үҙәге директоры; 2000—2009 йылдарҙа Башҡортостан физик культура институтының Кеше морфологияһы һәм физиологияһы кафедраһы мөдире; 2016 йылдан Республика клиник психотерапия үҙәге хеҙмәткәре. Медицина фәндәре докторы (2006), профессор (2008). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Вәлиев Мәсхүт Малик улы (1947), ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2004). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2007).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Пяри Виктор Хансович (1919—?), балетмейстер. 1951—1955 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры балетмейстеры. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1955). Сығышы менән хәҙерге Владимир өлкәһенең Гусь‑Хрустальный ҡалаһынан.
- Шакшин Анатолий Дмитриевич (1929—22.11.2010), нефть сәнәғәте алдынғыһы. СССР-ҙың 7‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1970) һәм Дәүләт премияһы лауреаты (1980). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Крадено-Михайловка ауылынан (1987 йылдан бөткәндәр исемлегендә).
- Кирилов Василий Григорьевич (1949), ғалим-ветеринар врач, юғары мәктәп эшмәкәре. 1991—2009 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетының ветеринария факультеты деканы. Ветеринария фәндәре докторы (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанан ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2009). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән ҡалаһынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1906: Александр Степанович Попов, физик һәм электротехник, радионы уйлап табыусы.