1-се Мырҙа
1-се Мырҙа (рус. 1-е Мурзино) — Башҡортостандың Хәйбулла районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 222 кеше[1]. Почта индексы — 453803, ОКАТО коды — 80255845003.
Ауыл | |
1-се Мырҙа 1-се Мырҙа | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 222 | 120 | 102 | 54,1 | 45,9 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
Географик урыны
үҙгәртергәУрамдары
үҙгәртергәБилдәле яҡташтары
үҙгәртергә- Билалова Шәрифә Абдулхаҡ ҡыҙы — «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» почетлы исеме кавалеры (1996).
- Ильясов Таһир Ғәзизйән улы — полиция подполковнигы, «Эске эштәр министрлығының почетлы хеҙмәткәре» почетлы билдәһе эйәһе (2007).
- Рыскилдин Бүләк Ямалетдин улы — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1974).
Тарихы
үҙгәртергәАдминистратив-территориаль ҡоролошо
үҙгәртергәАуылға 1834 йылда Ырымбур губернаһы Верхнеурал улусының 6-сы Башҡорт кантоны Бөрйән волосы Исмаҡай ауылы башҡорттары нигеҙ һалған. Ул Исмаҡай ауылында йәшәүсе беренсе күскенсе Мырҙа Иҙрисов (1774 йылда тыуған) хөрмәтенә аталған. Ауыл Тау аҫты Бөрйән исеме аҫтында яҙып алынған.
1859 йылда Мурҙа ауылы Ырымбур губернаһы Үрге Урал өйәҙе 4-се Башҡорт кантоны 7-се йорт Йомаш ауыл йәмғиәте составына инә. 1866 йылда — Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙенең Түңгәүер улусы Абдулнасир ауыл йәмғиәте составында, 1885—1917 йылдарҙа — Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең 1-се Бөрйән улусы составында, 1917 йылдың декабре — 1919 йылдың 20 марты — Кесе Башҡортостандың 1-се Бөрйән-Түңгәүер кантоны составында, 1919 йылдың 20 марты — 1922 йылдың 14 июне — Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының Бөрйән-Түңгәүер кантоны 1-се Бөрйән улусы составында, 14 июнь, 1922 йыл — 5 октябрь 1922 йыл — БАССР-ҙың Бөрйән-Түңгәүер кантоны 1-се Бөрйән улусы составында, 1922 йылдың 5 октябре — 1923 йылдың 10 феврале — БАССР-ҙың Йылайыр кантоны 1-се Бөрйән улусы составында, 1923 йылдың 10 феврале — 1926 йылдың сентябре — БАССР-ҙың Йылайыр кантоны Юлыҡ улусының Йомаш ауыл Советы составында, 1926—1930 йылдың 20 авгусы — БАССР-ҙың Йылайыр кантоны Таналыҡ улусы Ишмырҙа ауыл Советы составында, 1930 йылдың 20 авгусы — 1937 йылдың 20 марты — БАССР-ҙың Хәйбулла районы Абдулнасир ауыл Советы составында, 1937 йылдың 20 марты — 1952 йыл — БАССР-ҙың Матрай районы Әбделнасыр ауыл Советы составында, 1952 — 4 июль 1956 — Матрай районының Абдулнасир ауыл Советы составында (үҙәге — Үрге Исмаҡай), 1956 йылдың 4 июленән әлеге көнгә тиклем — Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы Өфө ауыл Советы составында.
1930 йылда 1-се Мырҙа ауылы БАССР-ҙың Йылайыр кантоны Таналыҡ улусының Фрунзе ауыл хужалығы артеленә инә (колхоз үҙәге — Ишмырҙа ауылы), 1956—1993 йылдарҙа — БАССР-ҙың Хәйбулла районы «Матрай» совхозы составында. 1993—2001 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы «Матрай» совхозы составында, 2001—2009 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы «Матрай» МСП-һы составында.
Хужалыҡ тарихынан
үҙгәртергә1925—1926 йылдарҙа 1-се Мырҙа ауылының ҡоро ер майҙаны 7305 гектар тәшкил итә, уларҙың 4325 гектары уңайлы, уңайһыҙы — 2980 гектар. 1930 йылдың март—июнь айҙарында бойҙай 43,05, һоло — 10,80, арпа һәм тары — 4,30, картуф — 0,45 гектарҙа сәселә. Бөтәһе 583 эре мөгөҙлө мал була. Түбәндәге ауыл хужалығы инвентары булған: бер төрәнле һабандар — 7 дана, күп төрәнле һабандар — 1, ағас тырмалар — 24, сапҡыстар — 3, тырмалар — 3, сепараторҙар — 3.
Халыҡ иҫәбе һәм үҫеше
үҙгәртергә1834 йылда 16 йортта 114 кеше йәшәгән, 1859 йылда — 224 кеше (114 ир-ат һәм 110 ҡатын-ҡыҙ енесе), 1865 йылда — 67 ир-ат, 1866 йылда — 44 йортта 221 кеше (113 ир-ат һәм 108 ҡатын-ҡыҙ енесе), 1885 йылда — 41 йортта 328 кеше, 1891 йылда — 64 342 кеше (188 ир-ат һәм 75 ҡатын-ҡыҙ).
ХХ быуат башынан 2 Мырҙа ауылы теркәлгән: 1900 йылда 1-се Мырҙа ауылында 18 йортта 105 кеше йәшәгән, 1915 йылда — 28 йорт, 1917 йылда — 42 йортта 185 кеше, 1925 йылдың сентябрендә — 29 йортта 135 кеше, 1926 йылда — 29 йортта — 302 кеше, 1929 йылда — 32 йортта 175 кеше, 1930 йылда — 32 йортта 186 кеше (яңғыҙ хужалар — 25 йортта 112 кеше), 1939 йылда — 237 кеше (110 ир-ат һәм 127 ҡатын-ҡыҙ), 1961 йылда — 278 кеше, 1969 йылда — 321 кеше, 2007 йылда — 209 кеше, 2011 йылда — 213 кеше.
Матбуғатта
үҙгәртергәВидеояҙмалар
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Улицы
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |