29 июль
көнө
29 июль — григориан стиле буйынса йылдың 210-сы (кәбисә йылында 211-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 155 көн ҡала.
29 июль | |
![]() |
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Халыҡ-ара юлбарыҫ көнө
- Румыния: Милли гимн көнө.
- Норвегия: Изге Олафты данлау көнө.
- Фарер Утрауҙары: Изге Олаф көнө.
- Молдавия: Конституция көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1586: Мәскәү воеводалары Василий Сукин менән Иван Мясной Тура йылғаһы ярында Төмән ҡалаһына нигеҙ һала.
- 1803: Батша Александр II Өфө ҡалаһын артабан төҙөүҙең беренсе планын раҫлай.
- 1934: Өфөлә тәүге автоматик телефон станцияһы эшләй башлай.
- 1936: СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты «Советтар Союзы Геройы» исеме биреү ҡағиҙәләре тураһында Ҡарар ҡабул итә.
- 1942: СССР Юғары Советы Указы менән өс дәрәжәле Суворов, ике дәрәжәле Кутузов һәм Александр Невский ордендары булдырыла.
- 1948: Лондонда XIV Олимпия уйындары башлана.
- 1990: Калинин ҡалаһына тарихи исеме Тверь кире ҡайтарыла.
- 2015: «Microsoft» ҡулланыусыларға «Windows 10» операцион системаһын тәҡдим итә.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Рафиҡов Ғәли Лотфрахман улы (1890—11.03.1945), уҡытыусы, яҙыусы. 1928—1945 йылдарҙа Бәләбәй педагогия училищеһы уҡытыусыһы.
- Малых Ольга Евгеньевна (1970), ғалим-иҡтисадсы. 2003 йылдан хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2010 йылдан — иҡтисад һәм идара итеү факультеты деканы; 2013 йылдан — Башҡорт дәүләт университетының дөйөм иҡтисад теорияһы кафедраһы мөдире, 2015 йылдан Башҡортостан социаль технологиялар институты директорының фәнни-тикшеренеү эштәре буйынса урынбаҫары. Иҡтисад фәндәре докторы (2009), профессор (2013). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Фәйзуллина Зөһрә Хәдит ҡыҙы (1946—27.10.2020), педагог, журналист, шағир. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар Журналистар союздары]ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Рамаҙан Өмөтбаев, Ким Әхмәтйәнов, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге премиялар лауреаты.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Завьялова Нина Алексеевна (1924), ғалим-офтальмолог, 1954—1987 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, 2011 йылға тиклем Өфөләге хужалыҡ иҫәбендәге поликлиника табибы. Медицина фәндәре докторы (1976), профессор (1978). Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1605: Симон Дах, Германия шағиры.
- 1805: Алексис де Токвиль, Францияның дәүләт эшмәкәре, яҙыусы, тарихсы.
- 1817: Иван Айвазовский (төп исеме Ованес Айвазян), Рәсәй империяһы рәссамы, маринист.
- 1885: Теда Бара (Теодосия Барр Гудман), АҠШ-тың тауышһыҙ кино актрисаһы.
- 1900: Михаил Тихонравов, СССР-ҙың космос һәм ракета техникаһы конструкторы.
- 1900: Юйвинд Юнсон, Швеция яҙыусыһы, публицист, Нобель премияһы лауреаты (1974).
- 1905: Клара Боу, АҠШ-тың тауышһыҙ кино актрисаһы.
- 1905: Даг Хаммаршельд, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының икенсе Генераль секретары (1953—1961).
- 1910: Хейнц Фрэнкель-Конрат, Германия һәм АҠШ биохимигы.
- 1915: Павел Кадочников, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1979), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1985).
- 1918: Владимир Дудинцев, яҙыусы, СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1988).
- 1925: Микис Теодоракис, Греция композиторы, сәйәси эшмәкәр. «Халыҡтар араһында тыныслыҡты нығытыу өсөн» халыҡ-ара Ленин премияһы лауреаты (1983).
- 1945: Мирча Луческу, Румыния футболсыһы һәм футбол тренеры.
- 1954: Игорь Крутой, СССР һәм Рәсәй композиторы, Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1988), Рәсәйҙең халыҡ артисы (1996).
- 1955: Жан-Юг Англад, Франция актёры, «Сезар» кинопремияһы лауреаты.
- 1957: Нелли Ким, СССР гимнасы, биш тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы (1976, 1980).
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1856: Роберт Шуман, Германия композиторы.
- 1999: Анатолий Соловьяненко, СССР-ҙың опера йырсыһы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1975).
- 2013: Салауат Низаметдинов, башҡорт композиторы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2003).