26 сентябрь
көнө
26 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 269-сы көнө (кәбисә йылында 270-се). Йыл аҙағына тиклем 96 көн ҡала.
26 сентябрь | |
![]() |
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | |||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Европа Берләшмәһе: Европа телдәре көнө.
- Йемен: Революция көнө.
- Яңы Зеландия: Дәүләт көнө.
- Эквадор: Дәүләт флагы көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Рәжетдинов Урал Зәғәфуран улы (1935—2016), нефтсе, хужалыҡ эшмәкәре. 1986—1999 йылдарҙа «Өфөнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы начальнигы. Рәсәй Федерацияһы нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рационализаторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Таймый ауылынан.
- Эткина Эсфирь Исааковна (1950), ғалим-педиатр, 1979 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1992 йылдан балалар ауырыуҙары кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1993), профессор (1995). Башҡортостан Рспубликаһының атҡаҙанған табибы (2007). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Веремеенко Сергей Алексеевич (1955), ғалим-инженер-механик, йәмәғәтсе. Техник фәндәр докторы (1994). 1978 йылдан Өфө нефть институты уҡытыусыһы, 1984 йылдан лаборатория мөдире. 1987 йылдан Бөтә Союз магистраль торба үткәргестәр төҙөү ғилми-тикшеренеү институтының Төмән филиалы директоры, 1989 йылдан Көнбайыш Себер инженерлыҡ үҙәгенең (Сорғот ҡалаһы) баш инженеры—директор урынбаҫары. 1991 йылдан Төньяҡ сауҙа банкыһы филиалы директоры, 1992 йылдан Халыҡ-ара сәнәғәт банкыһы идарасыһы, 2003 йылдан Халыҡ-ара инвестицион проекттар һәм төҙөлөш иҡтисады институты директоры, 2004 йылдан — Халыҡ-ара сәнәғәт концерны, Бөтә Рәсәй еңел иретмәләр институты, «Сапфир» ғилми-производство предприятиеһының директорҙар советы рәйесе (бөтәһе лә Мәскәү). 2003 йылдан Төбәктәр үҫешенә булышлыҡ итеү фонды, 2005—2009 йылдарҙа Рәсәйҙең Хәҙерге бишбәйге федерацияһы президенты, 2004 йылдан Рәсәй инженерлыҡ академияһы вице-президенты. 5-се саҡырылыш Закондар сығарыу йыйылышы депутаты. Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1987). Сығышы менән Переславль-Залесский ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Борис Самородов (1931—13.02.2016), спортсы. 1961—1975 йылдарҙа мотоспорт буйынса СССР йыйылма командаһы ағзаһы, СССР‑ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1965). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2002). Боҙҙағы мотоуҙыштар буйынса шәхси ярыштарҙа донъя (1967), Европа (1965), СССР (1959, 2 тапҡыр 1961, 1962; 1963, 1967), РСФСР (1959, 1961—1965) чемпионы. (1961—75). Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2004).
- Васильев Владимир Иванович (1946), ғалим-электрон техника инженеры. 1970 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, 1995 йылдан — иҫәпләү техникаһы һәм мәғлүмәтте һаҡлау кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1990), профессор (1992). Рәсәй Федерацияһының (2003) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Р. Р. Мәүлитов исемендәге премия лауреаты (2005). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ханнанов Вәсил Мирғәзийән улы (1956), рәссам. 1990 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2017) һәм Башҡортостан Республикаһының (1999) атҡаҙанған рәссамы. Сығышы менән Октябрьский ҡалаһынан.
- Илдар Абдразаҡов (1976), опера йырсыһы (бас). Башҡортостан Республикаһының (2011) һәм Татарстан Республикаһының (2013) халыҡ артисы. Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы (2014) һәм Салауат Юлаев (2018) ордендары кавалеры.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Кирәев Арыҫланбәк Иҙиәт улы (1908—14.06.1952), ауыл хужалығы алдынғыһы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1934—1952 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Шишмә районының Ленин исемендәге колхозы комбайнсыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1951). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Шишмә районының Түбәнге Тирмә ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Попова Надежда Александровна (1944), спортсы, юғары категориялы тренер. 1993 йылдан Байдарка һәм каноэла ишеү буйынса олимпия резервы спорт мәктәбенең өлкән тренер‑уҡытыусыһы, 1998 йылдан — директоры, 2009 йылдан — тренер‑уҡытыусыһы. Байдарка һәм каноэла ишеү буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2000) һәм СССР‑ҙың спорт мастеры (1968). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1995). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Вәлиев Руслан Зөфәр улы (1949), ғалим-физик, 1996—2004 йылдарҙа Өфө дәүләт авиация техник университетының кафедра мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), физика-математика фәндәре докторы (1984), профессор (1987). Рәсәй Федерацияһының (2003) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2015), Башҡортостан комсомолы премияһы (1977), Германияның Гумбольдт исемендәге фонд премияһының ике тапҡыр лауреаты (2001, 2007).
- Хәйерова Людмила Олеговна (1949), хеҙмәт ветераны. 1970–2011 йылдарҙа Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең әйҙәүсе мөхәррире, ижтимағи-сәйәси әҙәбиәт редакцияһының етәксе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000).
- Мөхәсимова Рәлинә Риф ҡыҙы (1964), мәҙәниәт хеҙмәткәре. 1984 йылдан Краснокама районы Яңы Ҡайынлыҡ ауыл мәҙәниәт йорто директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы Бигәнәй ауылынан.
- Йосопов Марсель Жәлил улы (1984), Рәсәй спортсыһы, көрәшсе, йәмәғәтсе. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы. Көрәш буйынса ике тапҡыр Европа, күп тапҡырҙар Рәсәй һәм Башҡортостан чемпионы. Рәсәй Федерацияһының спорт мастеры.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1849: Иван Павлов, Рәсәй империяһы физиологы, Нобель премияһы лауреаты (1904).
- 1885: Сергей Герасимов, рәссам, СССР-ҙың халыҡ рәссамы (1958).
- 1895: Владимир Азин, Рәсәйҙәге 1918—1920 йылдарҙағы граждандар һуғышында дивизия командиры, Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- 1915: Сергей Смирнов, СССР яҙыусыһы, тарихсы, радио- һәм телетапшырыуҙар алып барыусы, йәмәғәт эшмәкәре, Ленин премияһы лауреаты (1965).
- 1923: Александр Межиров, СССР шағиры, тәржемәсе, СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1986).
- 1965: Пётр Порошенко, Украинаның 2014—2019 йылдарҙағы президенты.
- 1981: Серена Уильямс, АҠШ тенниссыһы.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1800: Салауат Юлаев, башҡорт халҡының милли батыры, шағир-импровизатор, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе.
- 1868: Август Мёбиус, Германия математигы, астроном.