19 октябрь
көнө
19 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 292-се көнө (кәбисә йылында 293-сө). Йыл аҙағына тиклем 73 көн ҡала.
19 октябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
19 октябрь Викимилектә |
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | 31 | |||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Алмаш көнө.
- Ҡаҙағстан: Ҡотҡарыусылар көнө.
- Ҡырғыҙстан: Социаль яҡлау хеҙмәткәрҙәре һәм профсоюздар көнө.
- Молдова: Юристар көнө.
- Рәсәй: Участка терапевтары көнө.
- Әрмәнстан: Ракета-артиллерия ғәскәрҙәре көнө.
- 1453: Йөҙ йыллыҡ һуғыш тамамлана.
- 1812: Наполеон ғәскәре Мәскәүҙән сигенә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Дегтярёв Анатолий Николаевич (1930), ғалим-конструктор. 1958 йылдан (өҙөклөк менән) Өфөләге «Молния» ғилми-производство предприятиеһы инженеры, 1977—1991 йылдарҙа баш конструкторы, 2003 йылдан — директор урынбаҫары. 1991 йылдан хәҙерге Өфө дәүләт авиация техник университеты ҡарамағындағы «Вихрь» ғилми конструкторлыҡ технология бюроһының директор урынбаҫары, 1993 йылдан — Өфө агрегат производство предприятиеһының баш конструкторы. Техник фәндәр кандидаты (1991). Почётлы авиатөҙөүсе (1990). Ленин (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981), Халыҡтар Дуҫлығы (1988) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Табын ауылынан.
- Ғәлиев Альберт Әбүбәкер улы (1940), СССР һәм Рәсәйҙең ғалим-физигы. 1973 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһының Космик тикшеренеүҙәр институтының бүлек мөдире, 1988 йылдан — директоры, 2002 йылдан — почётлы директоры; 1971 йылдан бер үк ваҡытта Мәскәү физика-техника институты уҡытыусыһы, 1991—2005 йылдарҙа космос физикаһы кафедраһы мөдире. Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (1992), физика-математика фәндәре докторы (1968), профессор (1980). Ленин премияһы (1984), Ленин комсомолы премияһы (1968), Рәсәй Федерацияһы Президентының мәғариф өлкәһендәге премияһы (2005) лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986) һәм Почёт (2002) ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Рәсимә Ураҡсина (1950—23.08.2015), ғалим-педагог-методист, яҙыусы. Филология фәндәре кандидаты (1996). 1997 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1991), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2007), СССР-ҙың мәғариф отличнигы (1990).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Мирхәйҙәр Фәйзи (1891—9.07.1928), башҡорт һәм татар яҙыусыһы, драматург һәм журналист. 1919 йылдан мәҙәни- ағартыу хеҙмәткәре, артабан хәҙерге Баймаҡ районының Юлыҡ, Темәс һәм Түбә ауылдарында, һуңынан Баймаҡ ҡалаһында китапханасы.
- Бикбулатов Игорь Хөснөт улы (1941), ғалим-инженер-химик-технолог. 1986—2012 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы, кафедра мөдире, филиал директоры. Химия фәндәре докторы (1985), профессор (1986). Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1991), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (1998) һәм почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006), СССР-ҙың уйлап табыусыһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Бүребай ауылынан.
тулы исемлек
- Кәлимуллина Лилиә Барый ҡыҙы (1941), ғалим-нейробиолог. 1964 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты, 1971—2010 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1991—2010 йылдарҙы кеше һәм хайуандар морфологияһы һәм физиологияһы кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (1991), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2011), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006). Архитектор Барый Кәлимуллиндың ҡыҙы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ҡотдосов Наил Яҡуп улы (1941—7.06.1995), ғалим-зоотехник, яҙыусы һәм журналист.1971 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1974 йылдан фәнни-тикшеренеү секторы етәксеһе, 1994 йылдан — шәхси зоотехния кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1992—1995 йылдарҙа «Сельские узоры» журналының баш мөхәррире. 1978 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1993). Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1980).
- Хәйбуллина Татьяна Николаевна (1956), театр педагогы. 1982 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2000 йылдан театр факультеты деканы, бер үк ваҡытта 2012 йылдан сәнғәт тарихы һәм теорияһы кафедраһы мөдире. 1992 йылдан Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Профессор (2007). Рәсәйҙең атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2007), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2002). Сығышы менән Ырымбур ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Мөхәмәтшин Мәүлетдин Муждабай улы (1952), агроном. 1971—2002 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Баймаҡ районы Карл Маркс исемендәге колхоз хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1996—2002 йылдарҙа — баш агроном; 1988—1995 йылдарҙа Ярат ауыл Советы рәйесе. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1979), Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1977), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1975). Сығышы менән ошо райондың Йәрмөхәмәт ауылынан.
- Яровенко Александр Леонидович (1952—14.10.2015), төҙөүсе, йәмәғәтсе. 1982 йылдан хәҙерге «Башкортостаннефтезаводстрой» тресының 4-се төҙөлөш идаралығы прорабы, участка начальнигы, баш инженеры; 2002 йылдан «БНЗС» тресы генерал директорының беренсе урынбаҫары—баш инженеры; 2005 йылдан — трестың генерал директоры. Башҡортостан Республикаһының өсөнсө (2003—2008) һәм дүртенсе (2008—2013) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Амантаев Рафаэль Альберт улы (1962), бейеүсе. 1980—2003 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997), халыҡ бейеүҙәрен яңғыҙ башҡарыусыларҙың Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты (Һамар ҡалаһы, 1993).
- Светлана Зәйнетдинова (1962), спортсы, СССР һәм Эстония шахматсыһы. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында шахмат буйынса ФИДЕ мастеры (2006), халыҡ-ара ИКЧФ мастеры (2009). Шахмат буйынса Эстония чемпионы (1985). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ҡолһарина Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы (1977), ғалим-филолог, йәмәғәтсе. 2017 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының алтынсы (2018—2023) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. 2017 йылдан Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе. Филология фәндәре докторы (2018). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2022), Почет грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2019) һәм мәғариф отличнигы (2017).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Александр Бурзянцев (1928—25.05.1997), рәссам, 1958 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1989), БАССР-ҙың халыҡ (1979) рәссамы һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1986).
- Мөхәрләмова Зөләйхә Исламхан ҡыҙы (1933), малсы, күп балалы әсә. 1963—1984 йылдарҙа Әбйәлил районы «Урал» совхозының Әбдрәш бүлексәһе һауынсыһы. «Почёт Билдәһе» (1982), 2-се (1975) һәм 3-сө (1972) дәрәжә «Әсәлек даны» ордендары кавалеры. Комунистик хеҙмәт ударнигы (1977). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Күсей ауылынан.
тулы исемлек
- Ғарифуллин Флорит Сәғит улы (1948—23.05.2010), тау инженеры-ғалим. 1972 йылдан «Краснохолмскнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы хеҙмәткәре, 1973—1983 һәм 1987—2003 йылдарҙа — цех начальнигы, 1983—1987 йылдарҙа — бүлек начальнигы. 2003 йылдан Өфөләге «Башнефть‑Геопроект» йәмғиәтенең бүлек мөдире, 2004 йылдан — сектор мөдире. Техник фәндәр докторы (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2003).
- Күҫәбаева Рәшиҙә Рәүил ҡыҙы (1953), педагог. 1975 йылдан Баймаҡ районы мәктәптәре уҡытыусыһы, 1997 йылдан Өфө ҡалаһы мәғариф идаралығының баш инспекторы, 1999 йылдан Мәғариф министрлығының дөйөм белем биреү бүлеге начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2009), Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы (1993). Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы төбәк-ара конкурсы лауреаты (Өфө, 1997). Сығышы менән Баймаҡ районының Темәс ауылынан.
- Шоңҡарова Әнүзә Әмир ҡыҙы (1958), табип. 1987 йылдан Өфө ҡалаһы Ашығыс медицина ярҙамы станцияһының табибы һәм кардиолог-табибы; 1991 йылдан 21-се дауахананың токсиколог-табибы, 1999 йылдан 2-се Республика клиник дауаханаһының терапевт-табибы. Рәсәйҙең һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2008). Сығышы менән Баймаҡ ҡалаһынан.
- Батыров Артур Артур улы (1993—21.05.2022), Рәсәйҙең Украиналағы махсус хәрби операцияһында һәләк булған хәрби хеҙмәткәр, мотоуҡсылар взводы командиры, гвардия өлкән лейтенанты. Батырлыҡ һәм Генерал Шайморатов ордендары кавалеры (үлгәндән һуң). Сығышы менән Дәүләкән ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ғибәҙәтов Рафиҡ Әбделхаҡ улы (1939—24.02.2022), дәүләт органдары хеҙмәткәре, юрист. 1980 йылдан Башҡорт АССР-ының юстиция министры урынбаҫары, 1983—1993 йылдарҙа — юстиция министры. Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш (1985—1990) Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (1994), 3-сө класлы юстиция советнигы.
- Мелентьев Александр Иванович (1939), ғалим-микробиолог, йәмәғәтсе. 2004–2015 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Биология институты директоры. 1998 йылдан Рәсәй Хитин һәм 2004 йылдан – Төбәк-ара микробиология йәмғиәттәренең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе. Биология фәндәре докторы (2001), профессор (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006). Сығышы менән Дәүләкән ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Лукьянов Аркадий Викторович (1959), ғалим-философ. 1987 йылдан (өҙөклөктәр менән) Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (1994), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2005). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1806: Генри Кирк Уайт, Англия шағиры.
- 1871: Джонатан Свифт, Англия яҙыусыһы.
тулы исемлек
- 1937: Эрнест Резерфорд, Англия физигы, Нобель премияһы лауреаты.
- 1972: Йәрми Сәйете, Башҡортостандың халыҡ сәсәне (1944).
- 1975: Ҡадир Даян, яҙыусы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
- 1984: Ишмулла Дилмөхәмәтов, башҡорт театр актёры, ҡурайсы, йырсы, композитор. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1975), БАССР-ҙың халыҡ (1973) артисы.
- 2001: Суфиянова Сафура Рафиҡ ҡыҙы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).
- 2012: Нуриев Зыя Нурый улы, СССР-ҙың дәүләт һәм партия эшмәкәре, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975).