19 август
көнө
19 август — григориан стиле буйынса йылдың 231-се (кәбисә йылында 232-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 134 көн ҡала.
19 август | |
![]() |
← август → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | 31 | |||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- АҠШ: Авиация көнө.
- Рәсми булмаған
- Рәсәй: Рус тельняшкаһының тыуған көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1905: Рәсәй империяһында Дәүләт думаһын ойоштороу тураһында манифест ҡабул ителә.
- 1945: Манжурияла Японияның Квантун армияһы, еңелеүен тулыһынса танып, ҡорал ташлай.
- 1960: Тарихта беренсе булып СССР тере йән эйәләре – Белка һәм Стрелка ҡушаматлы эттәрҙе космосҡа осора.
- 1991: ГКЧП-ның СССР-ҙы һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән саралары.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Сабитова Лена Бинйәмин ҡыҙы, ҡыҙ фамилияһы Садиҡова, псевдонимы Иҙелбикә (1930—14.06.2020), Ульяновск ҡалаһында йәшәп ижад иткән шағир. 2001 йылдан Татарстан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Татарстандың Сажиҙә Сөләймәнова исемендәге, Ульяновск өлкәһенең Ғәбделжаббар Ҡандалый һәм Сәхәп Урайский исемендәге әҙәби премиялары лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Яңы Мөслим ауылынан.
- Фәтхуллин Ғәфүрйән Фәтхинур улы (1930), партия органдары һәм хужалыҡ эшмәкәре, ғалим. 1965—1986 йылдарҙа КПСС-тың Балтас район комитетының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының етенсе саҡырылыш (1967—1971) Юғары Советы депутаты. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Райондың почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Иҫке Балтас ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Сәфәров Тәүис Әғләм улы (1937—7.10.2008), ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп хеҙмәткәре. Тарих фәндәре кандидаты (1981), иҡтисад фәндәре докторы (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре (1998). Сығышы менән Кушнаренко районы Илек ауылынан.
- Миңлебаев Радик Абдулхай улы (1941), тупраҡ белгесе, ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2005), профессор (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы биләмәһенә тура килгән бөткән Аҡҡын ауылынан.
- Ғәбиҙуллин Ринат Ғиндулла улы (1942), журналист, сәйәсмән. Рәсәй Федерацияһының 2-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты (1995—1999), КПРФ фракцияһы ағзаһы. КПРФ-тың Башҡортостан Республика комитетының элекке икенсе секретары.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Аҡманов Ирек Ғайса улы (1933), башҡорт тарихсы ғалимы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1981), профессор (1984). Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2006), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1985),Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1998). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2008) һәм Халыҡтар дуҫлығы ордены (2008) кавалеры.
- Айытҡолова Эльвира Ринат ҡыҙы (1973), ғалим-филолог, журналист, йәмәғәт эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. 2019 йылдың 28 июненән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе. Филология фәндәре кандидаты.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Курбатова Надежда Васильевна (1944), рәссам-педагог, Стәрлетамаҡтың Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Саттаров Рифғәт Миҙехәт улы (1949), бейеүсе, балетмейстер. 1974—1980 йылдарҙа Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 1998—2009 йылдарҙа Нефтекама филармонияһының баш балетмейстеры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1977). Халыҡ бейеүҙәрен яңғыҙ башҡарыусыларҙың һәм балетмейстерҙар‑бейеүҙәрҙе сәхнәгә ҡуйыусыларҙың Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты (Һамар ҡалаһы, 1990, 1993). Сығышы менән хәҙерге Пермь крайының Гремячинск ҡалаһынан.
- Рәхмәтуллина Ләйсән Зөфәр ҡыҙы (1964), график. 1996 йылдан Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2015) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1997), «Йыл аквареле» Халыҡ‑ара конкурсы (Мәскәү, 2005) лауреаты, «Арт‑Мост‑Акварель» Халыҡ‑ара конкурсы (Санкт-Петербург, 2013) дипломанты.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1780: Пьер Жан Де Беранже, Франция шағиры, йыр текстары авторы.
- 1830: Юлиус Лотар Мейер, Германия ғалимы, химик.
- 1945: Иэн Гиллан, Британияның рок-йырсыһы, «Deep Purple» рок төркөмө вокалсыһы.
- 1950: Рубин Абдуллин, музыкант-органсы, юғары мәктәп эшмәкәре, 1988 йылдан Ҡазан дәүләт консерваторияһы ректоры, профессор (1992). Рәсәйҙең (1992) һәм Татар АССР-ының (1988) халыҡ артисы.
- 1951: Владимир Конкин, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры («Как закалялась сталь», «Место встречи изменить нельзя» фильмдары).
- 1975: Трэйси Томс, АҠШ киноактрисаһы.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 14: Октавиан Август, Боронғо Рим императоры.
- 1819: Джеймс Уатт, Шотландия инженеры.
- 1918: Бәхтегәрәй Шәфиев, Башҡортостанда революцион хәрәкәттә һәм граждандар һуғышында ҡатнашыусы, журналист.
- 1918: Мулланур Вахитов, татар революционеры һәм сәйәси эшмәкәре.