5 декабрь
көнө
5 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 339-сы көнө (кәбисә йылында 340-сы). Йыл тамамланыуға 26 көн ҡала.
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | 31 | |||||
2019 йыл |
Байрамдар
- БМО: Иҡтисади һәм социаль үҫешкә булышлыҡ итеүсе ирекмәндәрҙең халыҡ-ара көнө.
- БМО: Халыҡ-ара тупраҡ көнө
- : Халыҡ-ара ниндзя көнө
- Рәсәй: Хәрби дан көнө — Совет ғәскәрҙәренең немец фашистарына ҡаршы Мәскәү янындағы контрһөжүменең башланыуы (1941).
- Рәсәй: Рәсәйҙә ирекмәндәр (волонтёрҙар) көнө
- Таиланд: Атайҙар көнө.
- Украина: Статистика хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1492: Христофор Колумб Гаити утрауына барып етә.
- 1728: Рәсәй империяһы Фәндәр академияһының китапханаһы асыла (БАН)[1].
- 1859: Композитор Антон Рубинштейн ойошторған Рус музыка йәмғиәтенең беренсе концерты
- 1919: Петроград ҡалаһы Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм Почётлы революцион Ҡыҙыл Байраҡ менән бүләкләнә.
- 1929: СССР составында Тажик ССР-ы ойошторола.
- 1936: СССР-ҙа яңыртылған Конституция ҡабул ителә.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Кефели Эдуард Ефимович (1932), «Башгипронефтехим» дәүләт унитар предприятиеһының 1973—1977 йылдарҙағы директоры, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Ғәбитов Риф Фәтих улы (1952), бейеүсе, балетмейстер, Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең 2000—2004 йылдарҙағы художество етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1995).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Әбдрәшитов Рәил Абдулла улы (1938), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1975—1992 йылдарҙа Күмертау район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1992—1999 йылдарҙа Күмертау, аҙаҡтан Көйөргәҙе район хакимиәте башлығы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы (1990—1995) һәм Башҡортостан Республикаһы 1-се саҡрылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр Палатаһы депутаты (1995—1999). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Көйөргәҙе районының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Яңы Мораптал ауылынан.
- Әһлиуллина Клара Ишбулды ҡыҙы (1968), ғилми хеҙмәткәр. 2009 йылдан «Башҡорт энциклопедияһы» автономиялы дәүләт ғилми учреждениеһының директор урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Крайзельбурд Леонид Петрович (1899—15.10.1965), ғалим-уролог, йәмәғәтсе. 1946 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1958 йылға тиклем — Республика клиник дауаханаһының бүлек мөдире. Рәсәйҙәге Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. 1955 йылдан Урологтарҙың Башҡортостан фәнни медицина йәмғиәте рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1949), профессор (1951). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1964). СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1957). Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1945) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Молдованың Сороки ҡалаһынан.
- Ғәлимов Жәмил Фәйзулла улы (1929), ғалим-технолог, 1958 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1988), профессор (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992), СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте (1968) һәм химия сәнәғәте (1968) отличнигы, СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1987). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Ыҫлаҡ ауылынан.
- Радик Хәбибуллин (1934—7.03.2017), музыкант, пианист. 1960—2004 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы концертмейстеры, бер үк ваҡытта 1991 йылдан — Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Башҡорт АССР ының халыҡ артисы (1985). Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976). Сығышы менән Өфө ҡалаһыан. Йырсы Әсмә Шайморатованың (1910—1992) улы.
- Пестряев Андрей Михайлович (1969), СССР һәм Рәсәй спортсыһы, тренер-уҡытыусы. Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы элекке 42-се һөнәри техник училищеның бокс секцияһы һәм «Хеҙмәт резервтары» ирекле спорт йәмғиәтенең Өфөләге спорт секцияһы тәрбиәләнеүсеһе. СССР халыҡтары спартакиадаһы (1991), профессионалдар араһында донъя (2002) һәм ике тапҡыр Европа (1997, 1999) чемпионы. Бокс буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1991).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1803: Фёдор Иванович Тютчев, Рәсәй империяһы шағиры.
- 1820: Афанасий Афанасьевич Фет, Рәсәй империяһы шағиры.
- 1869: Екатерина Кускова, Рәсәй империяһының сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре,
1922 йылдан эмиграцияла публицист һәм нәшерсе. - 1901: Уолт Дисней, Америка мультипликаторы.
- 1901: Вернер Гейзенберг, Германия физигы.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1791: Вольфганг Амадей Моцарт, Австрия композиторы.
- 1954: Һәҙиә Дәүләтшина, башҡорт яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1967).
- 2008: Алексий II, Рәсәй патриархы.
- 2013: Нельсон Мандела, Көньяҡ Африка Республикаһының 8-се президенты.
Йыл көндәреҮҙгәртергә
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ Дмитрий Юрьевич Шерих «Городской месяцеслов. 1000 дат из прошлого Санкт-Петербурга, Петрограда, Ленинграда.» К 290-летию Санкт-Петербурга. Издательство «Петербург — XXI век». 224 с., тираж 30 000 экз. ISBN 5-85490-036-X.