Баймаҡ районы
Баймаҡ районы — Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан район. Көнсығышта Силәбе өлкәһе менән сиктәш. 1930 йылда ойошторолған. Майҙаны 5432 км². Райондың административ үҙәге — Баймаҡ ҡалаһы менән Өфө араһы тура һауа юлынан 275 км, автомобиль юлынан — 489 км.
Баймаҡ районы | |
Баймаҡ районы | |
Байраҡ | |
Нигеҙләү датаһы | 20 август 1930 |
---|---|
Атамаһы | Баймаҡ районы |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәк | Баймаҡ |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] һәм YEKT |
Халыҡ һаны | 58 572 кеше (2010)[1][2] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 562 метр |
Сиктәш | Әбйәлил районы, Бөрйән районы, Йылайыр районы, Хәйбулла районы һәм Силәбе өлкәһе |
Майҙан | 5432 км² |
Почта индексы | 4536ХХ |
Рәсми сайт | baimak.ru |
Урындағы телефон коды | 34751 |
Номер тамғаһы коды | 02 һәм 102 |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Баймаҡ районында ерләнгәндәр |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Baymaksky District[d] |
Баймаҡ районы Викимилектә |
Район халҡы 1995 башына 43,5 мең кеше булған (1970 — 47,9, 1979 — 41,4, 1989 — 42,1 мең кеше). Ауыл халҡының уртаса тығыҙлығы 1 км²-ға 8 кеше. Күпселеген башҡорттар һәм урыҫтар тәшкил итә. 90 ауыл бар. Иң ҙурҙары: Темәс (3,1 мең кеше), Урғаҙа (2,7 мең), Иҫке Сибай ауылы (2 мең), Аҡморон ауылы (1,7 мең).
Символикаһы
үҙгәртергәГеография
үҙгәртергәГеологик йәһәттән район територияһы Тагил-Магнитогорск бөгөлөнөң һәм Уралтау күтәрелешенең тектоник структураларынан ғибәрәт. Колчедан рудаһы (Сибай, Баҡыртау, Таштау, Балтатау, Ҡамаған һ.б.), рудалы алтын (Вост.-Семеновский, Түбә, Юлалы һ.б.), сәсмә алтын (Ҡараһаҙ, Төйәләҫ, Шүрәле һ.б.), цеолит (Сибай), биҙәү ташы (20-ләп ятҡылыҡ), эзбизташ, кирбес сеймалы һ.б. ятҡылыҡтар тикшерелгән.
Райондың төньяҡ-көнбайыш өлөшөн Уралтау һырты биләй. Уның был тирәһе бейек түгел һәм тигеҙләнгән, ләкин ярайһы уҡ дымлы, ҡарағай, ҡайын һәм уҫаҡ урмандары менән ҡапланған. Уралтау һәм Ирәндек һырттары араһындағы түбән урындарҙа ваҡ сусаҡтар бар. Уңдырышлы ҡара тупраҡлы далала төрлө үлән һәм ҡылғандар үҫә, уның байтаҡ өлөшө һөрөлгән, ҡоролоҡ хас. Район территорияһын меридиональ йүнәлешттә киҫеп үткән Ирәндек һыртының киңлеге 10—20 км, уртаса бейеклеге төньяғында 700—800 м, көньяғында— 400—500 м, урыны менән ҡарағас ҡатыш ҡайынлыҡтар, ҡаты төп тау тоҡомдары ер өҫтөнә сығып торған, аҙ уңдырышлы, эрозияға бирелгән тупраҡ өҫтөнлөк итә. Район территоряһының көнсығыштағы тар ғына һыҙатын эреле-ваҡлы убалар теҙмәһенән торған тигеҙлек тәшкил итә. Бындағы ҡара тупраҡлы далала ҡылған һәм һәр төрлө үлән үҫә.
Баймаҡ районы Урал тауҙары аръяғында урынлашҡанлыҡтан, Азия материгының континенталь климаты йоғонтоһон кисерә.
Климаты ҡоро, ҡышын ҡар аҙ була. Гидрографик селтәре Һаҡмар, Таналыҡ, Оло Урғаҙа (бәләкәй ҡушылдыҡтары менән) йылғалары, Талҡаҫ, Күлтабан күлдәренән тора. Майҙанының ҙур өлөшөн дала ерҙәре тәшкил итә. Ағас запасы 18,8 млн м³ булған 126,4 мең га майҙанда (Райондың дөйөм майҙанының 24,4 %) урман үҫә (шуның 3,4 млн м ылыҫлы ағас).
Тәбиғәт объекттары
үҙгәртергә- Ирәндек (тау һырты) — көньяҡ-көнсығыш Башҡортостандағы тау арҡаһы.
- Төйәләҫ йылғаһы
- Һаҡмар йылғаһы
- Танылыҡ йылғаһы
- Йылайыр йылғаһы
- Урғаҙа йылғаһы
- Ғәҙелша шарлауығы
- Һаҡмар һыуһаҡлағысы
- Балыҡлы күле
- Әптекәй күле
- Талҡаҫ — Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүендәге күл.
- Үләндекүл
- Солтанкүл
- Яугүл (Култабан) күле — Урал йылғаһы бассейнына ҡараған күл.
Халыҡ һаны
үҙгәртергә1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
|
Халыҡ иҫәбе | |||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|
2002[20] | 2008[21] | 2009[22] | 2010[23] | 2012[24] | 2013[25] | 2014[26] | 2015[27] |
44 214 | ↗56 304 | ↘56 124 | ↗58 572 | ↘58 028 | ↘57 712 | ↘57 283 | ↘57 226 |
2016[28] | |||||||
↗57 478 |
Ауыл халҡының уртаса тығыҙлығы 1 км²-ға 8 кеше тәшкил итә.
- Урбанизация
Ҡала шарттарында (Баймаҡ ҡалаһы) район халҡының 30,38 % йәшәй.
- Милли составы
2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ һанын иҫәпкә алыу мәғлүмәттәре буйынса: башҡорттар — 83,3 %, урыҫтар — 11,9 %, татарҙар — 3,5 %, башка — 1,3 %[29].
Иҡтисад
үҙгәртергә19 быуаттың 30-сы йылдарында Төйәләҫ йылғаһының үрге ағымында һибелмә алтын ятҡылыҡтары үҙләштерелә башлай. Һибелмә һәм рудалы алтындың яңы ятҡылыҡтарын үҙләштереү, баҡыр колчеданы рудаларынан алтынды айырып алыу иҫәбенә алтын табыу арта. 1923 йылда Таналыҡ-Баймаҡ таулы округы бөтөн Уралда сығарылған алтындың 40 % таба. Баҡыр колчеданы рудаларын эшкәртеү менән Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты, алтын сығарыу менән «Башзолото» дәүләт производство предприятиеһының Түбә руднигы, «Зауральская» һәм «Түбә» старателдәр артелдәре шөғөлләнә. Төйәләҫ ятҡылығында эзбизташ сығарыла. Яндырылған эзбиз шәкәр заводында ҡулланыла һәм башҡа региондарға ла ебәрелә.
Район сәнәғәтенең башҡа тармаҡтарына ағас әҙерләү (Темәс һәм Баймаҡ леспромхоздары), төҙөлөш материалдары етештерә (Темәс хуж.-ара кирбес заводы), мет. эшкәртеү (Түбә йоҙаҡ һәм тимер-томор әйберҙәр заводы) һәм еңел сәнәғәт (Түбә тегеү фабрикаһы) инә. Баймаҡ районы ауыл хужалығы продукцияһы күпләп етештерелә. Ауыл хужалығы ерҙәре 331,3 мең га (Башҡортостанда 1-се урында тора), шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 164,1 мең га, сабынлыҡтар — 44,0 мең га (Белорет районынан һуң 2-се урында), көтөүлектәр — 123,0 мең га (1-се урында). 19 ауыл хужалығы предприятиеһы, шул иҫәптән Башҡортостан игенселек һәм баҫыу культуралары селекцияһы институтының Баймаҡ тәжрибә-производство хужалығы бар. Район малсылыҡ һәм игенселек буйынса махсуслашҡан. Һарыҡсылыҡ тармағы ҙур урын тота. Башҡортостанда етештерелгән көслө һәм ҡаты сортлы бойҙайҙың төп өлөшө ошо районға тура килә. Иң ҙур ауыл хужалығы предпритиеһы — Йылайыр совхоз-техникумы. Совхоздың 80 мең га ауыл хужалығы ере бар, ул районда үҫтерелгән игендең өстән бер өлөшөн етештерә.
Транспорт
үҙгәртергәРайон территорияһын Ира—Йылайыр—Сибай—Магнитогорск һәм Аҡъяр—Сибай—Асҡар—Сермән автомобиль юлдары киҫеп үтә. Сит өлкәләр менән бәйләнештә Сибай тимер юл станцияһы һәм аэропорты мөһим роль уйнай. Урындағы бәйләнештәрҙә Баймаҡ—Ҡана, Баймаҡ—Темәс, Баймаҡ—Әбделкәрим автомобиль юлдары ҙур әһәмиәткә эйә.
Социаль-мәҙәни өлкә
үҙгәртергәРайонда 75 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 40 урта мәктәп һәм 2 лицей; Йылайыр совхозы нигеҙендә ауыл хужалығы техникумы, 41 китапхана, 75 клуб учреждениеһы, Баймаҡта һәм Темәс ауылдарында тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Йылайыр совхозында Сиҙәм музейы, үҙәк район һәм 8 участка дауаханаһы, Талҡаҫ күле буйында Баймаҡ ял йорто эшләй.
Урыҫ һәм башҡорт телдәрендә «Баймакский вестник» һәм «Һаҡмар» гәзите сыға.
Спорт
үҙгәртергәРайонда милли көрәш, баскетбол, волейбол, футбол, хоккей, саңғы ярыштары, еңел атлетика, бокс, йөҙөү, өҫтәл теннисы, шахматтар һәм шашкалар спорт төрҙәре федерациялары ойошторолған.
Спортты яратыусылар ҡарамағында — 146 ҡоролма, шул иҫәптән: 1 стадион, 68 яҫылыҡ спорт ҡоролмалары, 72 спорт залы, 2 саңғы базаһы, 2 атыу тиры, 1 йөҙөү бассейны.
XX быуат уртаһында Башҡортостанда Баймаҡ — Өфө юлында һыбай уҙыш популяр була (1937)[30][31].
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергәЯҡты эҙ ҡалдырыусылар
үҙгәртергә- Биишев Мирсаяф (1862) — В. И. Ленин менән Ҡаҙан университетында уҡыған.
- Буранбай Ҡотдосов (1767 — ?) — халыҡ сәсәне, административ эшмәкәре. Йорт старшинаһы. Билдәле «Буранбай», «Ялан йәркәй», «Бөҙрә тал» башҡорт халыҡ йырҙарын ижад итеүсе
- Арғынбаев Ғәбит (Ғәбит сәсән) (1856 — ?) — башҡорт халыҡ йырҙарын ҡобайырҙарын йыйыусы һәм һаҡлаусы. Ҡурайсылар һәм сәсәндәр бәйгеләре еңеүсеһе (Ырымбур, 1912; Стәрлетамаҡ, 1930). Ғәбит сәсәндән яҙып алынған башҡорт эпик әҫәрҙәр, айырыуса «Урал-батыр», бөтә донъя халыҡ ижады ҡомартҡыһы булып һанала.
- Ғафаров Шәмсетдин Шәйхетдин улы (1896—1937) — Граждандар һуғышында ҡатнашыусы, Муса Мортазиндың кавалерия полкы эскадрон командиры. Ике тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланған. Сәйәси золом ҡорбаны
- Ғәбдиев Шәһәрғәзи Шаһыбал улы (1898—1979) — башҡорт шағир-импровизаторы, сәсән.
- Динебәков Байым — дин әһеле, мәғрифәтсе
- Исмәғилова Ғилмияза — сәсәниә
- Иҫәнгилдин Алдар (Алдар батыр) (XVII быуаттың 70-сы йылдар) — Бөрйән улусының старшинаһы, 1704—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдырың башлығы, Рус империяһының Ҡырым һәм Азов походтарында әүҙем ҡатнашыусы.
- Мөхәмәтрәхимов Хәлил хәҙрәт (1863—1927) — дин әһеле
- Мәтинов Шаһишәриф Миҙәтғәли улы — Рәсәйҙең 1-се һәм 2-се Дәүләт думаһы депутаты, мәғрифәтсе, ахун
- Сибаев Шәйәхмәт Утарбай улы — сәсән
- Сиражетдинов Мөжәүир Уйылдан улы — әүлиә, халыҡ табибы
- Сәйетов Ғабдулла хәҙрәт — мәғрифәтсе, дин әһеле
- Хәйбуллин Әбүталип Сәфәрғәле улы (1897) — яҙыусы, дәүләт эшмәкәре. Сәйәси золом ҡорбаны
- Хөсәйенов Әбүбәкер Дәүләтҡол улы — дин һәм йәмғиәт эшмәкәре, мәғрифәтсе
- Әлмөхәмәтов Хәмит Хужиәхмәт улы — сәсән
- Юлыев Батыргәрәй Мөхәммәт улы — мәғрифәтсе, мөғәллим
Дәүләт һәм фән эшмәкәрҙәре
- Артамонов Владимир Иванович (1906—1944), Советтар Союзы Геройы (ноябрь 1939). Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм Монголия Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланған.
- Аҡназаров Зәкәриә Шәрәфетдин улы (22.08.1924—2.04.2000), совет комсомол, партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1962—1986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. СССР Юғары Советының 6—9‑сы, РСФСР Юғары Советының 10—11‑се, БАССР Юғары Советының 4—11‑се саҡырылыштары депутаты. 1966—1971 йылдарҙа КПСС‑тың Үҙәк ревизия комиссияһы ағзаһы. Ике Ленин (1971, 1984), Октябрь Революцияһы (1981), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957, 1966) һәм Халыҡтар дуҫлығы (1974) ордендары кавалеры. Ямаш ауылынан.
- Аслаев Төхвәт Хәлим улы (1922—1995), педагог-методист, педагогия фәндәре кандидаты, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы. 48 дәреслек һәм методик әсбаптар авторы. Ушинский миҙалы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары менән наградланған.
- Байымов Мөхтәр Әхмәтғәзи улы (1905—1938), күп кенә ғилми-методик әсбаптар, дәреслектәр авторы. Ғилми-тикшеренеү институты директоры, «Культурная революция» журналының мөхәррире. Золом ҡорбаны.
- Белов Фёдор Иванович (1920—1979), Советтар Союзы Геройы (апрель 1945).
- Байрамғолов Фирғәт Миҙхәт улы (9 май 1960 йыл) — ғалим-анестезиолог-реаниматолог, һаулыҡ һаҡлау һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2003—2017 йылдарҙа Республика перинаталь үҙәгенең баш табибы. Медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Байтурина Вазифа Хәмит ҡыҙы (1939-2005) — ВЛКСМ-дың Баймаҡ район комитеты, артабан Башҡортостан өлкә комитеты секретары, КПСС-тың Өфө өлкә комитетының пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире; 1982 йылдан — БАССР-ҙың Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары менән наградланған.
- Барлыбаев Хәлил Әбүбәкер улы (1944—2020), иҡтисад фәндәре докторы, профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы делутаты (1999).
- Барлыбаев Әҙеһәм Әғзәм улы — иҡтисад фәндәре докторы.
- Булатов Мөхәмәтйән Ғәлиулла улы (1887—1920) — башҡорт милли хәрәкәттә ҡатнашыусы, Бөрйән-Түңгәүер кантоны идараһы башлығы (1918—1920)
- Галин Салауат Әхмәҙиә улы (3.03.1934—29.03.2010), фольклорсы-ғалим, педагог-методист, юғары мәктәп эшмәкәре. 1977—1983 йылдарҙа Стәрлетамаҡ педагогия институты проректоры. 1975 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһы Гуманитар фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (академигы), филология фәндәре докторы (1995), профессор (1995). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980). Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1968) һәм Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге премияһы лауреаты (2001). Ғәҙелбай ауылынан.
- Ғәбитов Миҙхәт Исмәғил улы (1925) — Социалистик Хеҙмәт Геройы, РСФСР-ҙың Юғары Советы депутаты.
- Ғәбитов Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы (5 май 1886 — 14 апрель 1938) — Башҡорт милли хəрəкəте эшмәкәре, шағир, телсе, фольклорсы.
- Ғәлләмов Абдрахман Әбдрәхим улы (15 октябрь 1926—19 февраль 1989) — башҡорт теленең күренекле ғалим-методисы, педагогия фәндәре кандидаты, доцент, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Ғүмәров Айытбай Әхмәт улы (26.11.1942) — ғалим-хирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы, Рәсәй медицина-техник академияһы академигы. Медицина фәндәре докторы (1987), профессор (1987). Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡортостандың (1991) атҡаҙанған табибы. Сындәүләт ауылынан (хәҙер юҡ)[32].
- Ғүмәров Исхаҡ Идрис улы — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, полковник, уҡсылар полкы командиры. Рейхканцелярияны һәм «Гитлер бункерын» яулап алыуҙа ҡатнаша.
- Дәүләтшин Рәшит Әхмәт улы (10.11.1943), ғалим-ревматолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1986), профессор (1987). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (2003), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2006).
- Журавлёв Даниил Арсентьевич (25 декабрь 1900 — 16 сентябрь 1974) — совет хәрби етәксеһе, артиллерия генерал-полковнигы (1944), КПСС ағзаһы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.
- Йәнекәев Зөфәр Ирғәле улы (4 март 1951) — дәүләт эшмәкәре, хоҡуҡ белгесе. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2012). Юридик фәндәр докторы (2004). 2014 йылдан Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды рәйесе[1]. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2001). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2011).
- Йәнтүрин Сәфәрғәли Искәндәр улы (15.3.1945), ғалим-ботаник, эколог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (2004), профессор (2005). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987), Рәсәйҙең почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2010). Татлыбай ауылынан[33].
- Йәрмөхәмәтов Зиннур Ғөбәйҙулла улы (1948) — иҡтисад фәндәре докторы, профессор
- Зөлкәрнәев Ғиззәт Хәсән улы (1953—2000) — Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Ирназаров Рәшит Исмәғил улы (1935) — БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре. Социлогия фәндәре докторы.
- Ишбирҙин Эрнст Фәйзрахман улы (1934) — ғалим, Стәрлетамаҡ пединституы уҡыиыусыһы, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының бүлеге мөдире.
- Иҫәнбаев Мазһар Насип улы (19 сентябрь 1936) — иҡтисадсы, иҡтисад фәндәре докторы (1987), профессор (1989), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2002 йылдан)
- Камалова Лира Шәрип ҡыҙы (1935) — Социалистик Хеҙмәте Геройы; Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы ордендары менән наградланған
- Копылов Василий Данилович (1921) — Советтар Союзы Геройы (1944). Взвод командиры.
- Кудимов Павел Васильевич (1899—1943) — Советтар Союзы Геройы (1943).
- Ҡунаҡбаев Йосоп Йыһангир улы (1896—1938) — күренекле дәүләт эшмәкәре (1923—1937)
- Миңлеғолов Тәфтизән Таһир улы (1922—1943) — Советтар Союзы Геройы (үлгәндән һуң).
- Мостафин Әхәт Ғәзизйән улы (21.01.1957), ғалим-химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2010—2013 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты ректоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2009), химия фәндәре докторы (1999), профессор (2003). Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007).
- Муллаҡаева Нурия Камалетдин ҡыҙы (1931—2000) — флотаторҙар бригадиры. Социалистик Хеҙмәте Геройы; Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы ордендары менән наградланған. БАССР-ҙың Юғары советы депутаты (ике тапҡыр), КПСС-тың XXV—XXVI съездары делегаты.
- Мусин Ғүмәр Һаҙый улы (1946) — философия фәндәре докторы, профессор
- Мусин Зөбәйер Харис улы (1953) — Башҡортостандың атҡаҙанған табибы (2006), Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш реабилитологы.
- Мөхәмәтйәнов Самат Әбдрәхим улы (1949) — 1986—1999 йылдарҙа — «Совет Башҡортостаны» гәзите бүлеге мөдире. Педагогия фәндәре докторы (1998).
- Мәмбәтҡолов Бәҙри Мөжәүир улы (1891—1998) — Баймаҡ районы мәғариф бүлеге мөдире, Сибай педагогия училищеһы директоры (1963—1972), Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, Ленин ордены, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (өс тапҡыр), Ушинский миҙалы кавалеры. РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Платонов Николай Иванович (22.05.1958), физик-математик-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы, техник фәндәр докторы, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре[34].
- Пименов Иван Тимофеевич (1924 — 22 июль 1943) — 167-се гвардия еңел артиллерия полкы 5-се батареяһының туп тоҫҡаусыһы (1-се гвардия артиллерия дивизияһы, 3-сө гвардия еңел артиллерия бригадаһы), гвардия ҡыҙылармеецы, Советтар Союзы Геройы.
- Сөләймәнова Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙы (5 февраль 1940) — педагог-методист һәм тел ғалимы, педагогия фәндәре кандидаты. 1985—1988 йылдарҙа БАССР-ҙың мәғариф министры.
- Сырлыбаев Рим Әшрәф улы (6.06.1938), хужалыҡ, партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1982—1988 йылдарҙа Баймаҡ район Советы башҡарма комитеты
рәйесе, 1988—1990 йылдарҙа КПСС-тың Баймаҡ район комитетының беренсе секретары, Башҡорт АССР-ының 11-се һәм 12-се саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәре (1997), Башҡортостандың, РСФСР һәм СССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Баймаҡ районы һәм ҡалаһының почётлы гражданы (2011).
- Тажетдинов Илшат Азамат улы (1969) — Башҡортостан хөкүмәте Аппараты етәксеһе
- Тойғонов Марсель Марат улы (1970) — медицина фәндәре докторы
- Усманова Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы (1 май 1950) — башҡорт теле белгесе, педагог-методист, филология фәндәре докторы (2003), профессор. Рәсәй Федерацияһының Почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2010).
- Әминев Хәлил Мөхәммәт улы (1886—1959), Георгий тәреһе тулы кавалеры. Бөтә башҡорт уйындары (1932) һәм милли көрәш буйынса РСФСР халыҡтарының Урал-Кузбасс Спартакиадаһы абсолют чемпионы.
- Әлибаев Әҙеһәм Ғәли улы (1925—1951), 1-се, 2-се, 3-сө дәрәжә Дан ордены кавалеры.
- Әсфәндиәров Әнүәр Закир улы (1934 —), профессор. 150-нән ашыу фәнни хеҙмәттәр авторы. БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре. З. Вәлиди исемендәге Халыҡ-ара һәм Бирюков исемендәге Урал премиялары лауреаты.
- Әхмәтов Хөсәйен Фәйзулла улы (1914—1993), композитор, халыҡ ауыҙ-тел ижадының әҫәрҙәрен йыйыусы һәм мөхәрриләүсе. 300-ҙән ашыу йыр авторы. РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре. Салауат Юлаев исемендәге Башҡортостан дәүләт премияһы лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары менән наградланған.
- Әхмәтов Иҫән Фәйзулла улы (1892—1942) — Беренсе донъя һәм Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Стахановсы. VIII сираттан тыш Советтар съезы (1935), ВКП(б)-ның VIII съезы делегаты, Беренсе саҡырылыш СССР-ҙың Юғары Советы депутаты (1937). «Почёт Билдәһе ордены», «СССР-ҙың Почётлы металлургы» билдәһе менән наградланған.
- Әминев Салауат Хөрмәт улы (1946) — дәүләт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры (1981—1994), Башҡортостан Республикаһының Президент хакимиәте етәксеһе (1994 йылдан), Рәсәй Федерацияһының налогтар һәм һалымдар министры урынбаҫары.
- Өмөтбаев Рамаҙан Ғимран улы (1924 —) — дәүләт эшмәкәре, Баймаҡ ҡалаһының Почётлы гражданины, яҙыусы.
- Шаһисолтанова Ғәҙилә Әхәт ҡыҙы (10.02.1929—29.12.2011), ғалим-химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1977—1993 йылдарҙа хәҙерге Санкт-Петербургтағы А. И. Герцен исемендәге Рәсәй дәүләт педагогия университетының каведра мөдире. Химия фәндәре докторы (1972), профессор (1974). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1991), СССР‑ҙың юғары белем биреү отличнигы (1985), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1989). Юлыҡ ауылынан[35].
Хужалыҡ эшмәкәрҙәре
- Божеховский Пётр Максимович (20.08.1938), партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1993). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986). Баймаҡ ҡалаһының һәм райондың почётлы гражданы (2011). Күнзавод ауылынан[36].
- Игишев Сөләймән Мөхәмәтйән улы (25.10.1893—1970), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1931—1960 йылдарҙа Баймаҡ районының Фрунзе исемендәге колхозы рәйесе. Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Ишмырҙа ауылынан[37].
- Наҡыев Әғләм Рахман улы (11 июль 1908 йыл — 4 июнь 1976 йыл) — Башҡортостан һөт һәм сусҡасылыҡ совхоздары тресының баш агрономы, директор урынбаҫары. Социалистик Хеҙмәт Геройы. Башҡорт АССР-ы Юғары Советының бишенсе саҡырылыш депутаты (1959—1963).
- Надькин Павел Николаевич (11 февраль 1911 йыл — 5 май 1996 йыл) — Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Калинин исемендәге колхоздың рәйесе. Социалистик Хеҙмәт Геройы.
- Солонин Василий Степанович (25 декабрь 1914 йыл — 4 декабрь 1980 йыл) — Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Йылайыр совхозы баш инженеры. Социалистик Хеҙмәт Геройы.
- Яҡупов Ғилман Ғирфан улы (20 март 1925 — 11 февраль 2012) — совет партия һәм дәүләт эшмәкәре. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971), Ленин ордены кавалеры (1971). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- Насыров Ғиниәт Ғәлиәкбәр улы (5 ғинуар 1929 йыл — 11 июнь 1980 йыл) — Башҡорт АССР-ы Йылайыр районының «Башкирский» совхозы агрономы, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
- Заманов Мәсғүт Фәйзрахман улы (1914—1988) — Социалистик Хеҙмәт Геройы, 5-се саҡырылыш СССР-ҙың Юғары Советы депутаты.
- Фәйзуллина Гәүһәр Садиҡ ҡыҙы (10 июнь 1924 йыл — 6 апрель 1987 йыл) — Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы «Ҡыҙыл Октябрь» колхозы һауынсыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
- Ниғмәтуллина Фира Ғариф ҡыҙы (31 март 1933 йыл — 21 февраль 2001 йыл) — Баймаҡ районы «Һәүәнәк» совхозының Һаҡмар фермаһы һауынсыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы. Һигеҙенсе саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты (1970—1974).
- Яхин Риза Хәжиәхмәт улы (13 июнь 1935 — 15 декабрь 1998) — ауыл хужалығы алдынғыһы. 1952—1995 йылдарҙа Баймаҡ районының «Йылайыр» совхозы комбайнсыһы. РСФСР-ҙың 10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976). СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1979).
Яҙыусылар һәм шағирҙар
- Алсынбаев Нияз Зәбихулла улы (1 май 1963 йыл) — журналист, яҙыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2004). Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы (2014
- Вәлидов Батыр Хажиәхмәт улы (Батыр Вәлид) (1905—1969), шағир. 12 китап авторы. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Баймаҡта әҙәбиәт һәм сәнғәт буйынса Батыр Вәлиди исемендәге район премияһы булдырылған.
- Баһуманов Аҫылғужа Ишем улы (1945—2005), журналист, публицист, шағир, прозаик, дәүләт эшмәкәре.
- Байымов Берйән Сафа улы (1948—2004), шағир, ғилми хеҙмәткәр, журналист. Филология фәндәре кандидаты (1993).
- Ғәйетбаев Наил Әсхәт улы (1948), драматург, прозаик, дәүләт эшмәкәре, журналист. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Маҡтау Грамотаһы менән бүләкләнгән.
- Галин Салауат Әхмәҙи улы (1934—2010), ғалим, фольклорсы, публицист. РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы (1980), БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980), Ғ.Сәләм исемендәге дәүләт премияһы лауреаты(1968).
- Ғарипова Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы (1947), прозаик. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994), С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (2006).
- Ибраһимов Ғәйнислам Дәүләтбай улы (1968), телсе-ғалим, тәржемәсе.
- Игебаев Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы (1930—2016), шағир, публицист, Башҡортостандың халыҡ шағиры.
- Иҙелбаев Нәжип Сафа улы, (Нәжип Иҙелбай) (1912—1991), шағир, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны.
- Иҙелбаев Мирас Хәмзә улы (1945), әҙәбиәтсе-ғалим, прозаик, педагог. Башҡортостан халыҡ мәғарифының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1995).
- Исҡужин Буранбай Мәхмүт улы (1952—2009), шағир, драматург.
- Ҡаҙаҡбаева Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы (1966) — яҙыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән (2006). Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы (2012).
- Ҡунаҡбаев Хөсәйен Әхмәтйән улы (1912—1943), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир-шағир
- Ҡәйепова Лилиә Зәйнулла ҡыҙы (Лилиә Һаҡмар) (1962), шағирә, драматург, журналист.
- Ҡәҙерғолов Азамат Яхъя улы (1938—1983) — яҙыусы, ике китап авторы
- Мостафин Урал Сабирйән улы (1951), шағир, прозаик. Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты.
- Тажетдинов Азамат Әғзәм улы (1938) — Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы. Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты.
- Түләков Рәйес Ғөссәм улы (Рәйес Түләк) (1959—2008), шағир, журналист. Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты (1996).
- Үтәбаев Әхмәр Ғүмәр улы (Әхмәр Үтәбай) (1960), шағир, прозаик, публицист. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014), Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге республика дәүләт премияһы лауреаты (2007).
Сәнғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре
- Абыҙгилдин Абрек Әмир улы (1937—2013), совет һәм Рәсәй рәссамы. Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы (2009). Рәсәй Художество академияһының мөхбир ағзаһы (2008). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы (2002)[38]. Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1986). Татарстан Республикаһының Ғ. Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1997). СССР-ҙың Рәссамдар союзы ағзаһы (1974).
- Аллаярова Фирүзә Мирхәт ҡыҙы (псевдонимы Фирүзә Париж) — йырсы, актриса. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.
- Баязитова Зифа Ғаяз ҡыҙы (1951) — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы
- Мортазин Рәүеф Әхмәт улы (1910) — башҡорт композиторы, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
- Әхмәтов Хөсәйен Фәйзулла улы (6 ғинуар 1914 — 8 ғинуар 1993) — башҡорт совет композиторы. 1943 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1949, 1954) ордендары кавалеры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1989), РСФСР-ҙың (1974) һәм Башҡорт АССР-ының (1967) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1968).
- Асҡарова Сулпан Рәил ҡыҙы (5 ноябрь 1973) — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
- Байегетов Сәғиҙулла Исмәғил улы (3 апрель 1974) — йырсы, ҡурайсы, актёр. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2004).
- Байрамғолов Миҙхәт Әсфәндиәр улы (1 май 1930 йыл) — педагог, шағир, үҙешмәкәр рәссам. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре 1995). Батыр Валид исемендәге премия лауреаты (1998).
- Бикбирҙин Йәүҙәт Зәйнулла улы (10 июнь 1952 — 14 май 1996) — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992)
- Бәхтиева Алһыу Исмәғил ҡыҙы (1970) — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы
- Вәлиев Камил Абдрахман улы (25 май 1929 —) — танылған йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы
- Ғәбитов Рәйеф Лотфулла улы (25 ноябрь 1913—1943) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт композиторы. Башҡортостандың тәүге профессиональ композиторҙарының береһе. 1941 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы.
- Ғәйнетдинов Юлай Ишбулды улы (8 ғинуар 1954) — ҡурайсы, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге премия лауреаты
- Дәүләтшин Ташбулат Мостафа улы (15 март 1955 йыл) — ҡурайсы, уҡытыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993)
- Дәүләтшина Луиза Ҡаһарман ҡыҙы (31 ғинуар 1957 йыл) — китапханасы. Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте ағзаһы (2007). Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004). «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе (2012). Рабиға Ҡушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» миҙалы кавалеры (2022).
- Исҡужин Әҙеһәм Динислам улы (1928—2004) — атаҡлы ҡурайсы, уҡытыусы
- Исҡужина Миңзифа Усман ҡыҙы (1965) — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы
- Иҫәндәүләтова Вилүрә Әҙеһәм ҡыҙы (3 ғинуар 1968) — Бөтә Рәсәй кинематографистар ағзаһы
- Йәнбәков Рамаҙан Фәтхулла улы (15 март 1934) — БАССР-ҙың халыҡ һәм атҡаҙанған артисы
- Йәнбәков Әсғәт Ҡотлоғужа улы (1 ғинуар 1958) — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы
- Йәнекәев Булат Һиҙиәт улы (21 ғинуар 1942) — йырсы, ҡурайсы, һәүәҫкәр композитор. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993)
- Йосопов Вәкил Барый улы (1952) — Башҡортостандың халыҡ артисы (1993)
- Йыһаншин Азат Надир улы (1971) — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы (2202), Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты (1996)
- Кейекбирҙин Нурғәле Мирғәле улы (1958) — профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
- Кейекбирҙина Сулпан Әсхәт ҡыҙы (12 июль 1976 — 30 сентябрь 2015) — йырсы, Башҡортостан Республикаһының йыр бәйгеләре лауреаты
- Ҡурсаев Хәмзә Ибраһим улы (15 июнь 1929 -) — РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1969), Башҡортостандың халыҡ артисы (1979), РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1986)
- Ҡәҙерғолов Мөхәммәт Нурғәле улы (10.03.1919—16.10.19989), ҡурайсы, уҡытыусы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәре. Бөрйән район мәҙәниәт һарайының «Мәсем таш» халыҡ ҡурайсылар ансамлен ойоштороусы һәм уның 1946—1980 йылдарҙағы етәксеһе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989). Республика ҡурайсылар конкурсы лауреаты (Өфө, 1954). 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Темәс ауылынан[39].
- Мәүлитов Вилүр Шәкирйән улы (1951), һәүәҫкәр композитор, Батыр вәлид исемендәге премия лауреаты, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы
- Рәхимов Ришат Рәшит улы (24 октябрь 1953 йыл) — ҡурайсы, педагог, композитор. 1998 йылдан Башҡортостан Республикаһы Ҡурайсылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982).
- Тимеров Азамат Камил улы (14 февраль 1969) — Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы йырсыһы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2006).
- Тимерова Нәсимә Морат ҡыҙы (1970) — йырсы. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.
- Салауатов Альберт Рәфҡәт улы (29.05.1971), йырсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы. Халыҡ-ара һәм республика бәйгеләре лауреаты.
- Сөләймәнов Әһлей Фазлый улы (12 апрель 1925 — 17 ноябрь 2002) — уҡытыусы-музыкант. Скрипкасы, ҡурайсы. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985).
- Харрасов Рауил Ғүмәр улы (7 октябрь 1961 йыл) — йырсы, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы. Халыҡ-ара һәм Республика вокал конкурстары лауреаты һәм еңеүсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004). Батыр Вәлит исемендәге премия лауреаты (2017).
- Хәсәнов Миңлеғәле Ибраһим улы(4 февраль 1963) — ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.
- Хәлилов Зыя Ишбулды улы (13 июнь 1953 — 10 апрель 2009) — ҡурайсы, йырсы; башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары: ҡурай, ҡумыҙ яһау оҫтаһы; Рәсәй, республика күргәҙмәләре һәм конкурстарында ҡатнашыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре (1986)[40]. Ҡурайсылар Союзы ағзаһы (1999).
- Фәсхетдинов Ридик Әхмәт улы (16 март 1940) — баянсы, РСФСР-ҙың һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаһанған артисы.
- Әфләтүнов Сәлихйән Ғинийәт улы (20.02.1949), театр актёры, режиссёр. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы (1991) һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2008). Ишмырҙа ауылынан[41].
Халыҡ ижады гәүһәрҙәре, тыуған яҡты өйрәнеүселәр
- Азаматова Бибисара Мостафа ҡыҙы (21 октябрь 1948 йыл) — инженер-технолог, хужалыҡ эшмәкәре, үҙешмәкәр йырсы. Хеҙмәт ветераны (1988). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәре (1992). 1980—1998 йылдарҙа Баймаҡ һыра ҡайнатыу заводы директоры/
- Ибраһимова Әлфиә Ғәббәс ҡыҙы (20.03.1959), педагогик хеҙмәт ветераны, үҙешмәкәр йырсы. 1980–2010 йылдарҙа Баймаҡ районының мәктәпкәсә балалар учреждениелары тәрбиәсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре. Башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың «Дуҫлыҡ моңо» халыҡ-ара фестивале (1994) һәм Башҡорт йырҙарын башҡарыусыларҙың «Яҙғы моңдар» (1992) республика конкурсы дипломанты, һәүәҫкәр йырсыларҙың «Һаҡмар һандуғасы» бәйгеһендә Гран-при яулаусы (1992). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Әхмәр ауылынан.
- Үтәғолов Рамаҙан Исмәғил улы (15.11.1930), тарихсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм почётлы крайҙы өйрәнеүсе.
- Сәйғәфәров Әмир Зәкир улы (16.05.1935), Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының Почётлы крайҙы өйрәнеүсе. Баймаҡ ҡалаһының Почётлы гражданы.
- Хөсәйенов Ирек Әбделхәй улы (20 февраль 1928 йыл — апрель 2002 йыл) — мәғариф ветераны, тарихсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе. «Хеҙмәт батырлыҡ» миҙалы менән бүләкләнгән. БАССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы.
- Буранбаев Вара Бәшәр улы (1924) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, тарихсы, Почётлы крайҙы өйрәнеүсе, С. Мифтахов, Батыр Вәлид исемендәге премиялар лауреаты.
Иҫтәлекле урындар
үҙгәртергә- Лукьян Пономарёвтың ҡәберлегендәге һәйкәл (Баймаҡ ҡалаһы, 1933).
- Л. А. Азановҡа һәйкәл (Баймаҡ ҡалаһы, 1968).
- Ш. Ә. Хоҙайбирҙинға һәйкәл (Баймаҡ ҡойоу-механика заводы территорияһында, скульптор Т. П. Нечаева, 1975).
- А. М. Матросов бюсы (Түбә ҡасабаһы, 1976).
- Ә. Ғ. Әлибаевҡа һәйкәл (Йомаш ауылы, 1987, скульптор Л. В. Кузнецов).
- Ҡурайға һәйкәл (Туғажман тауы, авторы — М. Байрамғолов, 1993).
- Әхмәтзәки Вәлидигә һәйкәл (Темәс ауылы, 2001). Скульптор Х. Х. Ғарипов.
- М. Фәйзигә һәйкәл (Баймаҡ ҡалаһы). Скульптор Т. П. Нечаева.
- Ә. Ғ. Әлибаевҡа һәйкәл (Муллаҡай).
- И. Т. Пименовҡа һәйкәл (Ургаҙа ауылы, 1967).
- Т. Т. Миңлеғоловҡа һәйкәл (Күсей ауылы)[42].
- Алдар Иҫәкәевкә һәйкәл (Баймаҡ ҡалаһы, 2017).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
- ↑ перепись населения СССР 1939 года
- ↑ перепись населения СССР 1959 года
- ↑ перепись населения СССР 1970 года
- ↑ перепись населения СССР 1979 года
- ↑ перепись населения СССР 1989 года
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года
- ↑ 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
- ↑ Оценка численности Республики Башкортостан постоянного населения на 1 января 2009-2016 годов
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ) — Росстат, 2013. — 528 с.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
- ↑ http://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Рәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
- ↑ Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более . Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
- ↑ Оценка численности постоянного населения на 1 января 2009 года
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- ↑ Предварительная оценка численности населения Республики Башкортостан на 1 января 2016 года по муниципальным образованиям . Дата обращения: 21 февраль 2016. Архивировано 21 февраль 2016 года.
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения по Республике Башкортостан (pdf). Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. Дата обращения: 5 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года.(недоступная ссылка)
- ↑ https://books.google.ru/books?id=W7TVBQAAQBAJ&lpg=PA534&dq=баймак%20спорт&hl=ru&pg=PA534#v=onepage&q=баймак&f=false
- ↑ https://books.google.ru/books?id=n9Vz5CpXbWwC&lpg=PT417&dq=баймак%20спорт&hl=ru&pg=PT417#v=onepage&q=баймак%20спорт&f=false
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ғүмәров Айытбай Әхмәт улы 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 21 ноябрь 2017)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Йәнтүрин Сәфәрғәли Искәндәр улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 10 март 2018)
- ↑ Портал «Ургаза.ru». Деревня Покровка (Покровка ауылы). Известные земляки (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 апрель 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Шаһисолтанова Ғәҙилә Әхәт ҡыҙы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 22 ғинуар 2019)
- ↑ Почётные граждане: Божеховский Петр Максимович. Муниципальный район Баймакский район Республики Башкортостан. Официальный сайт(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 август 2018)
- ↑ «Сәйғәфәр ауылы сәхифәһе» сайты (Тикшерелеү көнө: 19 октябрь 2018)
- ↑ Указ Президента РФ от 30.09.2002 N 1098 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» 2013 йыл 28 декабрь архивланған.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ҡәҙерғолов Мөхәмәт Нурғәле улы 2016 йыл 5 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 9 март 2019)
- ↑ [Азамат Тажетдинов. Ел-дауылдар аша…2005 йыл, 156 бит]
- ↑ КУЛЬТУРНЫЙ МИР БАШКОРТОСТАНА(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 февраль 2019)
- ↑ Баймакский район и город Баймак. Башкирская энциклопедия. 2017 йыл 15 сентябрь архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Башҡортостан. Ҡыҫҡа энциклопедия. «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәте. Өфө, 2007.
- Баймакская энциклопедия / гл. ред. И. Х. Ситдиков. — Уфа: Башк. энцикл., 2013. — 640с.: ил., карты, ноты. ISBN 978 -5-88185—084-5 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 май 2022)
- Администрация района
- На сайте Республики Башкортостан 2010 йыл 31 июль архивланған.