28 ғинуар
көнө
28 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 28-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 337 көн ҡала (кәбисә йылында 338).
28 ғинуар | |
![]() |
← ғинуар → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Әрмәнстан: Армия көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1724: Петр I указы менән Рәсәйҙә Петербург фәндәр академияһы һәм Петербург университеты ойошторола.
- 1969: Өфөлә «Вечерняя Уфа» гәзитенең беренсе һаны донъя күрә.
- 1813: Генерал-лейтенант П. М. Волконскийҙың корпусы составындағы 2-се башҡорт полкы Варшаваға инә.
- 1967: Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы тарафынан Салауат Юлаев исемендәге премия булдырыла.
- 2010: «Байыҡ» башҡорт бейеүе балалар республика конкурсы булдырыла.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Распопов Игорь Павлович (1925—24.03.1982), ғалим-тел белгесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1958 йылдан Башҡорт дәүләт университетының тел ғилеме һәм урыҫ теле кафедраһы, 1968 йылдан — Воронеж дәүләт университетының урыҫ теле кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (1964), профессор (1967). СССР юғары мәктәбе отличнигы (1975).
- Ғиләжева Фәрзәнә Ғәйнетдин ҡыҙы (1940), хеҙмәт ветераны. 1970—1995 йылдарҙа Дүртөйлө район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Смыслов Анатолий Михайлович (1950), ғалим-инженер-механик. 1973 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2003 йылдан — машиналар эшләү технологияһы кафедраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының техник фәндәр бүлексәһе ағзаһы (1991), техник фәндәр докторы (1993), профессор (1994). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (1992), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1987), Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Көҙөй ауылынан.
- Мортазина Нурия Вәкил ҡыҙы (1960), йырсы. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы вокалсыһы, 2007 йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Мәнәүезтамаҡ ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Тимашев Сергей Михайлович (1866—27.11.1922), ғалим-терапевт, педиатр, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы, профессор.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Исаев Әбделбарый Низаметдин улы (1907—13.11.1983), ислам дин әһеле һәм белгесе, мәғрифәтсе. 1975-1980 йылдарҙа СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандарының дини идаралығы мөфтөйө. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- Нафиҡов Рәүил Камил улы (1957), хужалыҡ хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе ().
- Солтанов Айрат Хәмит улы (1962), театр актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Силантьев Иван Матвеевич (1918—7.07.1958), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1943). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Ҡалтыман ауылынан.
- Хәбирйәнов Сәғит Хәбирйән улы (1933—2005), Кушнаренко районы М. Горький исемендәге колхоздың элекке механизаторы, Ленин ордены кавалеры.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Рәхмәтуллин Янбай Әбүбәкер улы (1939—2009), Баймаҡ районының элекке «Сибай» совхозы механизаторы. Ленин ордены кавалеры (1972), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1845: Виктор Пашутин, Рәсәй империяһы табибы, 1890—1901 йылдарҙа Хәрби медицина академияһы начальнигы.
- 1952: Башкиров Владимир Леонидович, СССР һәм Рәсәй альпинисы. СССР-ҙың спорт мастеры, халыҡ-ара класлы спорт мастеры.
- 1955: Сергей Дроздов, СССР һәм Рәсәй йырсыһы, композитор, 1974—1988 йылдарҙа «Синяя птица» вокал-инструменталь ансамбле солисы.
- 1955: Николя Саркози, дәүләт эшмәкәре, 2007—2012 йылдарҙа Франция президенты.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 814: Бөйөк Карл, 768 йылдан франк короле (көньяҡ өлөштә 771 йылдан), 774 йылдан лангобард короле, 788 йылдан Бавария герцогы, 800 йылдан Көнбайыш императоры.
- 2009: Ғәзим Шафиҡов, Башҡортостанда йәшәп, рус телендә ижад иткән шағир, прозаик, драматург, сценарист, публицист, тәржемәсе һәм фольклорсы.