Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы

«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы — Башҡортостан Республикаһының дәүләт унитар предприятеһы. Төбәктең иҡтисади, сәйәси, мәҙәни, фәнни һәм спорт яңылыҡтарын, республика халҡының рухи тормошон һәм көндәлек эшмәкәрлеген зәңгәр экрандарҙа яҡтыртыусы медиа-холдинг.

«Башҡортостан» телерадиокомпанияһы
«"Башҡортостан" телерадиокомпанияһы» Акционерҙар йәмғиәте [1]
Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшләй башланған ваҡыт

2001

Етәксеһе

Рөстәм Зарафутдинов[2]

Сайт

http://tv-rb.ru/

«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы составына үҙаллы йүнәлештә эшләгән ете ижади коллектив, дүрт телевидение каналы һәм өс радиостанция инә:

1924 йыл. Илдә Бөтә Союз дәүләт радио тапшырыуҙары башлана.

1927 йылдың 7 ноябрендә Башҡортостандың төрлө мөйөштәрендә: майҙандарҙа, клубтарҙа һәм китапханаларҙа репродукторҙарҙан башҡорт һәм урыҫ телдәрендә «Алло — алло! Өфө һөйләй!» тигән һүҙҙәр яңғырай. Был Өфө радиостанцияһын асыу көнө була. Шулай итеп, республика ҡалаларында һәм ауылдарында Өфөнән радиотапшырыуҙар тыңлау мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Тәүге башҡорт радиотапшырыуҙар станцияһы 8 айға яҡын һынау үтә.

1928 йылдың 1 авгусынан Башҡорт АССР-ында радиотапшырыуҙар даими сыға башлай. Был көн Башҡортостан радиоһының тыуған көнө булып иҫәпләнә.

1 август 1928 йыл. Башҡорт АССР-ында даими радиотапшырыуҙар эфирға сыға башлай.

20 апрель 1931 йыл. СССР-ҙа тәүге һынау телевизион тапшырыу сыға.

1 март 1959 йыл. Башҡортостан телевидение студияһының даими тапшырыуҙары башлана.

1992 йыл. Тура эфирҙа тамашасылар ҡатнашлығында тәүге ток-шоу барлыҡҡа килә.

2001 йыл. Декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Ғ. Рәхимовтың «Башҡортостан юлдаш телекоммуникациялары» ААЙ ойоштороу тураһында" Указын тормошҡа ашырыу маҡсатында Башҡортостан Республикаһы «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы булдырыла.

26 август 2002 йыл. «БЮТ» республика юлдаш телевидение каналы тәүлегенә 18 сәғәт күрһәтә башлай.

2011 йыл. БЮТ яңы программалары, концепцияһы һәм алып барыусылары булған «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» тип үҙгәртелә.

2023 йылдың февралендә "Башҡортостан" телерадиокомпанияһы хоҡуҡи-ойошма формаһын Дәүләт унитар предприятиеһынан Акционерҙар йәмғиәте формаһына күсерелде.

Компания хаҡында

үҙгәртергә
  • Аралбаева Л. Баш ҡалала Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһы музейы ойошторола. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 18 ноябрь[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә