10 июнь
көнө
10 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 161-се (кәбисә йылында 162-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 204 көн ҡала.
10 июнь | |
![]() |
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | ||||
2021 йыл |
Байрамдар
Халыҡ-ара
Милли
- Иордания: Ғәрәп армияһы көнө.
- Молдавия: Сик һаҡсылары көнө.
- Португалия: Португалия көнө.
- Япония: Сәғәттәр көнө.
- Рәсәй Эске эштәр министрлығының Матбуғат хеҙмәте һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш подразделениелары көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1610: Голландиянан тәүге күскенселәр Төньяҡ Америкалағы Манхэттен утрауына барып етә.
- 1865: Мюнхендың Милли театрында Рихард Вагнерҙың «Тристан һәм Изольда» музыкаль драмаһының премьераһы була.
- 1934: Ишембай эшселәр ҡасабаһына нигеҙ һалына, 1940 йылда ул ҡала статусын ала.
- 1935: АҠШ-тың Балтимор ҡалаһында бөгөн күп илдәрҙә таралыу алған «Аноним алкоголиктар» берләшмәһе теркәлә.
- 1945: Совет ғәскәрҙәренең Германиялағы төркөмө ойошторола.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Горошек Павел Антонович (1925—19.10.1994), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, мотоуҡсылар батальоны санитары, рядовой. 1950‑се йылдар аҙағынан — 1980‑се йылдарғаса Белорус ССР-ы Дәүләт именлеге комитеты хеҙмәткәре, подполковник. Советтар Союзы Геройы (1943).
- Исламов Рәшит Сәхипкамал улы (1930—10.08.1988), сыр яһау оҫтаһы. 1967—1988 йылдарҙа Бәләбәй һөт комбинаты эшсеһе. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1986). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1976) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1981) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Ташлытамаҡ ауылынан.
- Репин Николай Николаевич (1930—1.12.2006), ғалим-инженер-нефтсе. 1957 йылдан Башҡортостан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект институты хеҙмәткәре, 1959 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1963 йылдан — лаборатория мөдире, 1970 йылдан — бүлек мөдире. 1974 йылдан Бөтә Союз нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм ташыу ғилми тикшеренеү институтының лаборатория мөдире, 1986—1990 йылдарҙа «Союзнефтеотдача» ғилми-производство берекмәһенең бүлек мөдире (Өфө). Техник фәндәр докторы (1968), профессор (1970). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1972), СССР-ҙың нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы (1968). СССР Министрҙар Советы премияһы (1981) һәм И. М. Губкин исемендәге премия (1983) лауреаты. Сығышы менән Грозный ҡалаһынан.
- Сәләх Суҡбаев (1935), журналистика, радио һәм телевидение ветераны. 1964 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1974), СССР-ҙың телевидение һәм радио отличнигы (1984), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1996). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Өфө районы Нөрлө ауылынан.
- Аҡсурин Басир Ғәйфулла улы (1945), ғалим-философ. 1997 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Социология фәндәре кандидаты (1996), философия фәндәре докторы (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Фёдоровка районы Батыр ауылынан.
- Фёдоров Валерий Яковлевич (1950), хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре, дәүләт хеҙмәткәре. 1993—2010 йылдарҙа Ағиҙел ҡалаһының хакимиәт башлығы. Башҡортостан Республикаһының беренсе һәм икенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре (2005), Ауырғазы районының почётлы гражданы (2005). Сығышы менән ошо райондың Наумкин ауылынан.
- Ғәйфуллина Эльвира Хәйретдин ҡыҙы (1955), музыкант, хор дирижёры, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1989 йылдын СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Профессор (1997). Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡортостандың (1991) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы халыҡ артисы (2009).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Туйкин Фазыл Кәрим улы (1887—15.02.1938), башҡорт яҙыусыһы, драматург һәм шағир. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Иҫәнсурин Әхмәт Рыҫмөхәмәт улы (икенсе мәғлүмәттәр буйынса 30.10.1897—10.07.1938), СССР-ҙың дәүләт һәм партия эшмәкәре. Башҡорт АССР-ының мәғариф халыҡ комиссары (1930-1931), ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының 2-се секретары (1931-1937). Сәйәси золом ҡорбаны.
- Фәттахов Рафаэль Сәлихан улы (1942—2015), Башҡортостандың дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Ситдиҡова Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы (1952), башҡорт шағиры, прозаик, публицист, тәржемәсе һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ының ХХII саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты (1991—1995), Башҡортостан Республикаһының 1-3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (1995—2008), Башҡортостан Республикаһы 1-се саҡырылыш Йәмәғәт Палатаһы ағзаһы (2011—2012), Башҡортостан Республикаһы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар Йәмғиәте рәйесе (2004—2011), Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар берлеге ағзаһы (1995), Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007). Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика премияһы лауреаты (2017). 2012 йылдан Башҡорт Википедияһының әүҙем мөхәррире.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Иҫәнғолова Гөлсөм Сабир ҡыҙы (1938), театр актёры. Башҡортостан Республикаһының (1996) һәм Татар АССР-ының халыҡ артисы (1988).
- Шәрипова Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы (1948), әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, балалар яҙыусыһы, телевизион тапшырыуҙар авторы һәм алып барыусыһы. Филология фәндәре докторы (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004).
- Тамара Искәндәриә (1958), шағир, журналист һәм тәржемәсе. 2010 йылдан «Аҡбуҙат» балалар журналының баш мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2012).
- Йоносова Ғәлимә Лоҡман ҡыҙы (1958), педагог, Баймаҡ лицей-интернатының директор урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Смирнов Алексей Петрович (1899—10.03.1974), ғалим-археолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1944), профессор (1951). Урал-Волга буйының фин‑уғыр һәм төрки халыҡтары, шул иҫәптән башҡорттарҙың археологияһын һәм боронғо тарихын өйрәнеүсе. Татар (1959) һәм Сыуаш (1958) Автономиялы Республикаларының атҡаҙанған фән эшмәкәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1954). Сығышы менән Мәскәү ҡалаһынан.
- Фәйзуллина Гәүһәр Садиҡ ҡыҙы (1924—6.04.1987), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1954—1979 йылдарҙа Баймаҡ районы «Ҡыҙыл Октябрь» колхозы һауынсыһы. РСФСР-ҙың 7‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының иң яҡшы һауынсыһы (1963). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
- Вәлишина Зөләйхә Шәһит ҡыҙы (1929—2016), ауыл хужалығы ветераны. Күгәрсен районы «Исем» совхозының элекке һауынсыһы һәм ферма мөдире. Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. СССР-ҙың почётлы доноры.
- Сиражетдинов Фәрит Хәмит улы (1949), ғалим-зоотехник, иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2003), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1993), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Фёдоровка районы Өсбүләк ауылынан.
- Әхтәмов Риф Ғабдрахман улы (1949), хеҙмәт ветераны. «Востокнефтезаводмонтаж» тресының элекке участка начальнигы. Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе.
- Сөләймәнова Гүзәл Наил ҡыҙы (1979), балет артисы. 1994 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2007), Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2003) артисы. Халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы (2008) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы (2000) лауреаты.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1729: Бибиков Александр Ильич, Рәсәй империяһының дәүләт һәм хәрби эшмәкәре, генерал-аншеф.
- 1865: Фредерик Кук, АҠШ-тың тикшеренеүсе диңгеҙ сәйәхсеһе.
- 1870: Сергей Спасокукоцкий, Рәсәй империяһы һәм СССР ғалимы, хирург, академик.
- 1880: Андре Дерен, Франция рәссамы, график, театр декораторы, скульптор һәм керамист.
- 1895: Иммануил Великовский, АҠШ ғалимы, физик һәм тарихсы, сығышы менән Рәсәй империяһынан.
- 1895: Хэтти Макдэниел, АҠШ киноактрисаһы, ҡара тәнле артистар араһынан «Оскар» премияһының беренсе лауреаты (1940).
- 1910: Хаулин Вулф (тулы исеме Честер Артур Бёрнетт), АҠШ йырсыһы.
- 1915: Сол Беллоу, АҠШ яҙыусыһы, әҙәбиәт буйынса 1976 йылғы Нобель премияһы лауреаты.
- 1922: Джуди Гарленд, Америка кино актёры, йырсы.
- 1925: Элий Белютин, СССР һәм Рәсәй рәссамы, педагог, сәнғәт белгесе.
- 1925: Ефим Гамбург, СССР-ҙың режиссёр-мультипликаторы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1986).
- 1930: Илья Глазунов, СССР һәм Рәсәй рәссамы, Сәнғәт академияһы академигы, СССР-ҙың халыҡ рәссамы (1980).
- 1965: Элизабет Хёрли, Англия актрисаһы, продюсер.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 2008: Сыңғыҙ Айытматов, СССР һәм Ҡырғыҙстан яҙыусыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1978).