17 декабрь
көнө
17 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 351-се көнө (кәбисә йылында 352-се). Йыл тамамланыуға 14 көн ҡала.
17 декабрь | |
![]() |
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1860: Өфө ҡалаһында ҡыҙҙар өсөн ҡаҙна училищеһы асыла, 1865 йылдан — ҡыҙҙар гимназияһы, хәҙер 3-сө мәктәп-гимназия.
- 1903: Ағалы-ҡустылы Райттар беренсе самолёт эшләп осора.
- 1926: СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу үткәрелә.
- 1959: СССР-ҙа Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре булдырыла.
- 1962: Монако конституцияһы иғлан ителә.
- 1974: Ленинградта Дәүләт йәштәр театры асыла.
- 1989: АҠШ-тың «FOX» (Fox Broadcasting Company) телеканалында «Симпсоны» мультсериалының 1-се серияһы күрһәтелә.
- 1995: Рәсәй Федерацияһының 2-се саҡырылыш Дәүләт думаһына депутаттар һайлау.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Горшков Василий Николаевич (1920—31.08.1944), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкының отделение командиры, кесе сержант (1943), курс тамамлағандан һуң кесе лейтенант (1944). Советтар Союзы Геройы (1943).
- Сөләймәнов Хәбир Ғибәҙәт улы (1980), башҡорт спортсыһы, профессионал боксёр. Бөтә донъя бокс берлегенең алтын билбауын яулаусы һәм «WBO NABO вакант» титулын алыусы. Кикбоксинг буйынса донъя, бокс буйынса Нью-Йорк ҡалаһы чемпионы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Чернов Николай Федорович (1927—16.08.2007), спортсы, мотоспорт буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1957), боҙҙа уҙышыу буйынса бер нисә тапҡыр (1965, 1967, 1968) СССР чемпионы. Сығышы менән Башҡорт АССР-ы Өфө кантоны Вознесенское ауылынан.
- Березовский Андрей Константинович (1957), композитор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Вострецов Степан Сергеевич (1883—3.05.1932), СССР-ҙың хәрби эшмәкәре. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғышында ҡатнашыусы, большевик.
- Ғөбәй Дәүләтшин (1893—10.07.1938), СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, яҙыусы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Яхимович Варвара Львовна (1913—19.08.1994), ғалим-геолог. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының почётлы академигы (1991), геология‑минералогия фәндәре докторы (1959), профессор (1969). СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1950), РСФСР-ҙың атҡаҙанған геологы (1984), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1964). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1976). Сығышы менән хәҙерге Польшаның баш ҡалаһы Варшаванан.
- Утин Василий Ильич (1918—10.12.1941), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир. Совет ғәскәрҙәренең Бессарабияға һәм Төньяҡ Буковинаға 1940 йылдағы хәрби походында ҡатнашыусы. СССР Эске Эштәр Халыҡ Комиссариатының махсус тәғәйенләштәге сик буйы полкы автоматсыһы, политрук урынбаҫары. Советтар Союзы Геройы (1942, үлгәндән һуң).
- Сәйетбатталов Ғәлей Ғәлей улы (1928—31.07.2010), ғалим-башҡорт теле белгесе, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (1991), филология фәндәре докторы (1969), профессор (1971). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1988) һәм мәғариф отличнигы (1988), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1998). Жәлил Кейекбаев исемендәге (1995) һәм Зәйнәб Биишева исемендәге (2018, үлгәндән һуң) премиялар лауреаты.
- Хәмиҙуллин Әҡсән Абдрахман улы (1928—27.12.2000), нефтсе. 1952—1987 йылдарҙа «Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығында быраулаусы, мастер. Башҡорт АССР-ының 8-се саҡырылыш (1971—1975) Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Ишембай ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы (1998).
- Коршак Алексей Анатольевич (1953), инженер‑механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1991), профессор (1993). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2003). Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1987). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ғәниев Хәбиб Абдрахман улы (1909—20.12.1970), СССР-ҙың хәрби начальнигы һәм йәмәғәт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Генерал-майор (1944). Ике Ленин (1944, 1945), өс Ҡыҙыл Байраҡ (1942, 1945), ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1940, 1941) һәм I дәрәжә Ватан һуғышы (1943) ордендары кавалеры.
- Вечерова Людмила Алексеевна (1939), педагогик хеҙмәт ветераны. 1964 йылдан Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумы (хәҙер тармаҡ-ара колледжы) уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Заһиҙулин Рауил Рөстәмбәк улы (1959), ғалим-инженер-механик. 1983 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2007).
- Хәзиев Айрат Шәймулла улы (1959), ғалим-табип, йәмәғәтсе. 2003 йылдан Бүздәк үҙәк район дауаханаһының баш табибы. Медицина фәндәре кандидаты (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2019). Сығышы менән ошо райондың Яңы Аҡтау ауылынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1830: Жюль де Гонкур, Франция яҙыусыһы.
- 1749: Доменико Чимароза, Италия композиторы.
- 1889: Николай Светловидов, Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1965).
- 1924: Отар Коберидзе, СССР һәм Грузияның театр һәм кино актёры.
- 1944: Вячеслав Ганелин, СССР һәм Израиль пианисы, композитор һәм педагог.
- 1949: Пол Роджерс, Британия йырсыһы, музыкант, йырҙар авторы.
- 1969: Лори Холден, АҠШ һәм Канада актрисаһы.
- 1974: Ника Турбина, СССР һәм Рәсәйҙең бала сағынан уҡ билдәлелек алған шағиры.
- 1974: Антонино Джованни Рибизи (1974), АҠШ актёры.
- 1974: Сара Полсон, АҠШ актрисаһы.
- 1975: Милла Йовович, АҠШ актёры.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1273: Джалаладдин Руми, фарсы шағиры.
- 1907: Уильям Кельвин, Бөйөк Британия физигы.
- 1987: Аркадий Райкин, СССР актёры, режиссёры.
- 2011: Ким Чен Ир, 1994—2011 йылдарҙа Төньяҡ Корея башлығы.