Хәлилов Леонард Мөхип улы

ғалим-физик-химик, химия фәндәре докторы

Хәлилов Леонард Мөхип улы (рус. Халилов Леонард Мухибович;1 ғинуар 1951 йыл — ғалим-физик-химик. 1974 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Органик химия институты хеҙмәткәре, 1981 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр; 1993 йылдан Нефтехимия һәм катализ институтының лаборатория мөдире, бер үк ваҡытта 2002 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (1991), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2011).

Хәлилов Леонард Мөхип улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 ғинуар 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (73 йәш)
Тыуған урыны Малаяҙ, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы, физик, химик
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
ӨДНТУ
Органик химия институты (Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге)
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Органик химия институты (Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге)
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә химия фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Леонард Мөхип улы Хәлилов — 1951 йылдың 1 ғинуарында Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Малаяҙ ауылында тыуған[1]. 19671972 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының физика факультетында уҡый.
19741972 йылдарҙа Совет Армияһында взвод командиры булып хеҙмәт итә.
19741992 йылдарҙа Органик химия институтында эшләй.
1981 йылдан шул уҡ институттың өлкән ғилми хеҙмәткәре, кандидат диссертацияһы яҡлай.
1993 йылдан башлап Нефтехимия һәм катализ институтында лаборант мөдире, бер үк ваҡытта 2002 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетында һәм Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡыта.
1991 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
2003 йылдан — профессор.

Фәнни эшмәкәрлеге һәм хеҙмәттәре

үҙгәртергә

Фәнни хеҙмәттәре ядро-магнит резонансы спектроскопияһы һәм рентген дифрактометрияһы ысулдары менән органик берләшмәләрҙе структур тикшереүгә арналған[1].
Леонард Мөхип улы тарафынан хираль системалар теорияһы эшләнә, хираль үҙәктәре, күсәрҙәре, яҫылыҡтары булған гликозидтар, пиретроидтар, простаноидтар, органик сульфидтар, терпендар һәм башҡа берләшмәләрҙең ядро-магнит резонансы спектрҙарында диастереомер эффекттар (диастереомерҙар парында бер типтағы ядроларҙың төрлө магнит әйләнмәһе) табыла;
— Шайтан текәне, һыйыр теле үләндәренән алынған берләшмәләр структураһы;
— Цирконийлы комплекслы катализаторҙар булғанда олефиндарҙың алюминорганик берләшмәләр менән каталитик реакциялары механизмы асыҡлана.
170-тән ашыу фәнни хеҙмәт, 30 уйлап табыу авторы.

  • Экдистероиды и их аналоги на основе химических трансформаций 20-гидроксиэкдизона. Өфө, 2016 (авторҙаш).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә