16 декабрь
көнө
16 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 350-се көнө (кәбисә йылында 351-се). Йыл тамамланыуға 15 көн ҡала.
16 декабрь | |
![]() |
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Бангладеш: Еңеү көнө.
- Бахрейн: Милли көн.
- Ҡаҙағстан: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Әзербайжан: МЧС хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Розанов Леонид Николаевич (1910—1984), ғалим-тау инженеры-геолог. 1950—1960 йылдарҙа Өфөләге Нефть сәнәғәте ғилми-тикшеренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, төбәк геологияһы лабораторияһы етәксеһе, 1956 йылдан — институт директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. Геология-минералогия фәндәре докторы (1956), профессор (1959). И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (1960). Сығышы менән хәҙерге Краснодар ҡалаһынан.
- Ғәлиев Фәрит Сөләймән улы (1945—3.11.2008), ғалим-анестезиолог-реаниматолог, йәмәғәтсе. 1989 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1995—2008 йылдарҙа анестезиология һәм реаниматология кафедраһы мөдире. 1992—2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Анестезиологтар һәм реаниматологтар ассоциацияһы президенты. Медицина фәндәре докторы (1995), профессор (1996). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Будилов Игорь Николаевич (1955), инженер-механик. 1978 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1999 йылдан Нефтехимия эшкәртеү институтында лаборатория мөдире, 2001—2005 йылдарҙа бүлек мөдире; 2001 йылдан «Ресурсдиагностика» ғилми-диагностика үҙәге директоры. Техник фәндәр докторы (1998). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Лилиә Ғүмәрова (1976), дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, 2014 йылдан Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советында Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы башҡарма органы вәкиле, Федерация Советының Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Батырова Банат Хәйрулла ҡыҙы (1902—19.07.1970), башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарынан беренсе Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948), сөгөлдөрсө. Башҡорт АССР-ының II—IV саҡырылыш (1947—1959) Юғары Советы депутаты.
- Заһретдинов Роберт Абдрахман улы (1932—1.03.2016), ҡумыҙсы, педагог-музыкант, Башҡорт АССР-ының (1981) һәм РСФСР-ҙың (1987) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1993), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013).
- Астанин Владимир Васильевич (1947), ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы, физика-математика фәндәре докторы (1997), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (2001). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Брюханов Николай Павлович (1878—1.09.1938, башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 30.06.1943), революция хәрәкәте һәм СССР-ҙың партия‑дәүләт эшмәкәре. Октябрь революцияһы (1917) барышында Өфө эшсе һәм һалдат депутаттары Советы башҡарма комитеты рәйесе, артабан 1918 йылдың февраленә тиклем Өфө губерна революцион комитеты ағзаһы, Өфө губерна аҙыҡ‑түлек комитеты рәйесе. 1918 йылдан дәүләт власының үҙәк органдарында эшләй. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Әхтәм Ихсан (1908—22.09.1992), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт шағиры һәм яҙыусыһы, тәржемәсе. 1935 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Мөхәмәтшина Әминә Хәниф ҡыҙы (1913—1994), педагог, Федоровка районы мәктәптәренең элекке математика уҡытыусыһы. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Әхмәҙиев Әмир Муллағәли улы (1948), комсомол, партия, хужалыҡ, банк һәм дәүләт хеҙмәткәре, ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (2001). Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994) һәм мәғариф отличнигы (2010). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Раевка ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Мельников Николай Иванович (1894—5.09.1979), ғалим-микробиолог, йәмәғәтсе. 1941—1973 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1967 йылға тиклем микробиология кафедраһы мөдире, 1945—1946 йылдарҙа директорҙың уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары; бер үк ваҡытта 1943—1971 йылдарҙа Өфө вакцина һәм сывороткалар ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре: 1946 йылға тиклем бүлек мөдире, 1956 йылға тиклем директорҙың фән буйынса урынбаҫары. Медицина фәндәре докторы (1947), профессор (1947).1942—1967 йылдарҙа Микробиологтарҙың, эпидемиологтарҙың һәм инфекционистарҙың Башҡортостан республика йәмғиәте рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1957), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1955). Ленин ордены кавалеры (1954). Сығышы менән хәҙерге Пермь крайының Чердынь районы Покча ауылынан.
- Төхвәтуллин Шакир Динислам улы (1894—7.12.1937), Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. 1918—1919 йылдарҙа Башҡортостан автономияһының Дыуан кантоны башҡарма комитеты рәйесе, 1925 йылда Башҡорт АССР-ының ауыл хужалығы халыҡ комиссары.
- Тучкевич Владимир Максимович (1904—25.07.1997), ғалим-физик. 1967—1987 йылдарҙа Ленинград физика техник институты директоры. 1919 йылда Өфө ир-балалар гимназияһын тамамлаусы. Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. СССР Фәндәр академияһы академигы (1970). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1966). Ленин (1966), Сталин (1942) премиялары лауреаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1984). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Черновцы өлкәһе Кельменцы районы Ивановцы ауылынан.
- Фазлуллин Хәсби Вәли улы (1909—25.06.1995), дирижёр, музыкант, педагог. 1941 йылда һәм 1943—1946 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 1946—1973 йылдарҙа — Муса Йәлил исемендәге Татар опера һәм балет театры дирижёры, бер үк ваҡытта Ҡазан консерваторияһы һәм Ҡазан дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт институты уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың (1960) һәм Татар АССР-ының (1950) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Татарстандың (1989) халыҡ артисы һәм Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1973). Сығышы менән Ҡазан ҡалаһынан.
- Клепинин Валерий Николаевич (1944), композитор, педагог. 1980 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. 1995—2004 йылдарҙа Баймаҡ сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы; 2005 йылдан — Красноярск крайының Назарово төҙөлөш техникумы академик хорының художество етәксеһе һәм дирижёры, 2014 йылдан — Ачинск ҡалаһының 1-се балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2002). Сығышы менән Баймаҡ ҡалаһынан.
- Исхаҡов Өлфәт Янар улы (1959), хужалыҡ эшмәкәре. Көйөргәҙе районы «Искра» кооперативының баш агрономы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2009).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1770: Людвиг ван Бетховен, Германия композиторы.
- 1775: Джейн Остин, Англия яҙыусыһы.
- 1834: Мари Эспри Леон, Франция иҡтисадсыһы.
- 1857: Эдвард Эмерсон Барнард, АҠШ астрологы.
- 1866: Кандинский Василий Васильевич, Рәсәй империяһы рәссамы, абстракционизмға нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- 1872: Деникин Антон Иванович, Рәсәй империяһының хәрби һәм йәмәғәт эшмәкәре.
- 1901: Маргарет Мид, АҠШ антропологы.
- 1901: Николай Ватутин, СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, армия генералы, Советтар Союзы Геройы.
- 1915: Георгий Васильевич Свиридов, СССР композиторы.
- 1917: Артур Чарльз Кларк, Англия яҙыусыһы.
- 1928: Филип Киндред Дик, АҠШ-тың фантаст-яҙыусыһы.
- 1932: Родион Щедрин, СССР композиторы.