8 февраль
көнө
8 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 39-сы көнө. Йыл аҙағына тиклем 326 көн ҡала (кәбисә йылында 327).
8 февраль | |
![]() |
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Рәсәй: Хәрби топограф көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 421 йыл: Констанций III Көнбайыш Рим империяһының хакимдаш императоры була.
- 1433 йыл: Мәскәү бөйөк кенәзе Василий II һәм Мария Ярославнаның туйы.
- 1575 йыл: Нидерландтағы иң боронғо булған Лейден университетына нигеҙ һалына.
- 1672 йыл: Исаак Ньютон төҫ һәм яҡтылыҡ тураһында доклад менән сығыш яһай.
- 1676 йыл: Алексей Михайлович батшаның улы Федор Алексеевич, ағаһы Алексей вафат булғандан һуң, тәхет вариҫы итеп иғлан ителә.
- 1724: Пётр I Рәсәй империяһы Фәндәр академияһын ойоштороу тураһындағы указға ҡул ҡуя.
- 1815: Вена конгресында ҡолдар менән сауҙа итеүҙе тыйған декларация ҡабул ителә.
- 1816: Шотландияның Абердиншир графлығында донъяла тәүге тапҡыр полиция операцияһында эт файҙаланыла.
- 1817: Америкала испан колонияларының үҙаллылығы өсөн көрәше: Чилиҙың бойондороҡһоҙлоғон иғлан итеү һәм испан ғәскәрҙәренә баҫып инеү мөмкинлеген бирмәҫ өсөн, Хосе Сан-Мартин етәкселегендәге Аргентина һәм Чили ғәскәрҙәре Анд тауҙары аша үтә.
- 1837 — Санкт-Петербург ситендә Александр Сергеевич Пушкин һәм Жорж Шарль Дантес араһында дуэль була. Дуэлянттар пистолеттан атыша. Һөҙөмтәлә Пушкин үлемесле яра ала һәм ике көндән донъя ҡуя.
- 1838 — Филадельфияның Франклин университетында Сэмюэл Морзе тәүге тапҡыр халыҡ алдында үҙенең электромагнит телеграф системаһын күрһәтә.
- 1879 — Канада король институты ултырышында сэр Сэндфорд Флеминг тәүге тапҡыр бөтә донъя ваҡытын индереү тураһында фекер әйтә.
- 1887 — АҠШ Конгресы Дэвис актын раҫлай.
- 1889 — Француз астрономы Огюст Шарлуа Ницца обсерваторияһында астероидтар һыҙатының эре астероиды Эмманы аса.
- 1904 — Порт-Артур янында Рәсәй империяһына Япония һөжүм итә. Рус-япон һуғышы башлана. Төнөн, һуғыш рәсми иғлан ителгәнсе, япондар рус флотына торпеда һөжүме яһай, һөҙөмтәлә бер нисә яҡшы карап сафтан сыға.
- 1906 — Сидней Соннино Италияның премьер-министры була.
- 1910 — АҠШ-та бойскауттар ойошмаһы булдырыла (ингл. «Boy Scouts of America»).
- 1918 — Грузияның иң боронғо юғары уҡыу йорто — Иванэ Джахишвили исемендәге Тбилиси дәүләт университетына нигеҙ һалына.
- 1919 — РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы «Ваҡыт иҫәпләүҙе халыҡ-ара система буйынса алып барыуҙы индереү» тураһында декрет ҡабул итә.
- 1920 — Албан милли конгресы ҡарары буйынса Тирана Албанияның баш ҡалаһы һәм хөкүмәт резиденцияһы итеп иғлан ителә.
- 1924 — АҠШ-тың Невада штатында төрмә теш табибы Тернер тәҡдиме буйынса енәйәтсене язалау өсөн тәүге тапҡыр газ камераһы ҡулланыла.
- 1930 — ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты бюроһы Башҡортостандың тотош коллективлаштырыу райондарында кулак хужалыҡтарын бөтөрөү буйынса саралар тураһында ҡарар ҡабул итә.
- 1931 — Һиндостандың яңы баш ҡалаһы Нью-Делиҙы тантаналы асыу.
- 1940 — Польша биләмәһендә рәсми рәүештә Лодзь геттоһы асыла.
- 1942 — Бүздәк тимер юл станцияһында 120-се миномёт полкы формалаша.
- 1943 — Икенсе бөтә донъя һуғышы: совет ғәскәрҙәре Курск ҡалаһын ала.
- 1944 — Икенсе бөтә донъя һуғышы: совет ғәскәрҙәре Никополь ҡалаһын азат итә.
- 1945 — Түбәнге Силезия һөжүм операцияһы: И. С. Коневтың 1-се Украин фронтының Түбәнге Силезия һөжүм операцияһы башлана, ул 1945 йылдың 24 февраленә тиклем дауам итә. Яуҙарҙа совет ғәскәрҙәре Одер һәм Ныса-Лужицка араһындағы немец ғәскәрҙәрен ҡыйрата һәм Силезия сәнәғәт төбәгенең бер өлөшөн ала.
- Гитлерға ҡаршы коалиция ғәскәрҙәренең Маас-Рейн операцияһы башлана, һөҙөмтәлә немец ғәскәрҙәре Рейндан көнбайышҡа бөтә ерҙәрҙе юғалта.
- 1948 — Рәсми рәүештә Корея халыҡ армияһы булдырыла.
- Санкт-Морицта V Ҡышҡы Олимпия уйындары тамамлана, миҙалдар һаны буйынса норвегтар һәм шведтар алда була.
- 1950 — Совет дәүләт именлеге министрлығы өлгөһөндә ГДР дәүләт именлеге министрлығы булдырыла (нем. Ministerium für Staatssicherheit, Шта́зи, нем. Stasi).
- 1955 — Ҡорал етештереүҙе кәметеү һәм илдә көнкүреш тауарҙарын сығарыуҙы арттырыу ниәте өсөн Г. М. Маленков тәнҡитләнә һәм СССР Министрҙар Советы Рәйесе вазифаһынан бушатыла. Уның урынына Н. А. Булганин тәғәйенләнә.
- 1956 — Лондонда ике ҡатлы автобус (Даблдекер) «Рутмастер» йөрөй башлай.
- 1960 — Голливудта "Дан аллеяһы"нда тәүге һигеҙ йондоҙҙо (Оливия Бордендың, Рональд Колмандың, Луис Фазенданың, Престон Фостерҙың, Берт Ланкастерҙың, Эдвард Седжвиктың һәм Эрнест Торренстың) урынлаштыралар.
- 1962 — Парижда Алжирҙағы һуғышҡа һәм Йәшерен хәрби ойошмаға ҡаршы демонстрация ваҡытында полиция эшмәкәрлеге арҡаһында 9 кеше, шул иҫәптән 15 йәшлек уҡыусы Даниэль Феру, һәләк була. 1964 йылдан был көн «Йәш герой-антифашист көнө» булараҡ билдәләнә.
- 1963 — Ираҡта хәрби түңкәрелеш. Ҡасим ҡолатыла һәм Баас фирҡәһенең диктатураһы урынлаштырыла.
- 1969 — Мексиканың Чиуауа штатында эре Allende метеориты төшә.
- 1979 — Дени Сассу-Нгессо Конго Республикаһының президенты була.
- 1984 — Сараевола XIV Ҡышҡы Олимпия уйындары асыла.
- 1990 — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты бюроһы ағзалары һәм ағзалығына кандидаттар үҙҙәренең коллектив отставкаға китеүҙәре тураһында иғлан итә.
- 1992 — Альбервилдә XVI Ҡышҡы Олимпия уйындары асыла.
- 2002 — Солт-Лейк-Сити ҡалаһында XIX Ҡышҡы Олимпия уйындары башлана.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Мөхәрләмов Рәфис Исхаҡ улы (1940—2004), ғалим-инженер-химик. 1970—2004 йылдарҙа Ҡазан химия-технология институтының һәм Ҡазан дәүләт технология университеты уҡытыусыһы. Химия фәндәре кандидаты (1970). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Оло Аҡа ауылынан.
- Баймырҙин Хәмит Хәйербара улы (1955), ғалим-педагог, юғары һәм махсус урта мәктәп, йәмәғәт эшмәкәре. 2011 йылдан Ишембай нефть колледжы директоры, 2006—2011 йылдарҙа ул саҡтағы Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы ректоры. Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Педагогия фәндәре докторы (2001), профессор (2002). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2004), Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2009). Спорт ориентирлашыуы буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1984).
- Мәһәҙиева Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы (1965), ғалим-журналист. 2017 йылдан «Ватандаш» журналы мөхәррире, бер үк ваҡытта 2010 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты. 1995 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2004), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1999).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Майя Таһирова (1931—9.06.2003), балет артисы һәм тәнҡитсеһе, педагог. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1955), Башҡортостандың халыҡ артисы (2001). Бөтә Союз балет артистары конкурсы, Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (икеһе лә — 1957), Бөтә Рәсәй эстрада артистары конкурсы (1963; бөтәһе лә — Мәскәү); Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты (1969).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Солтанов Мостафа Кәрим улы (1912–18.02.2009), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт журналисы, 1960 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Ҡыҙыл Йондоҙ, II һәм III дәрәжә Дан, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1977), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1998).
- Аҙнағолов Венир Ғәлимйән улы (1947), партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим. Сәйәсәт фәндәре кандидаты. Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Башҡортостан Республикаһы 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты, Башҡортостан Республикаһының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Супряга Наталья Александровна (1957), журналист. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре ().
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Санъяров Фәнзил Булат улы (1953), ғалим, филология фәндәре кандидаты.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Кузнецова Валентина Георгиевна (1949), СССР һәм Рәсәй керамика оҫтаһы, биҙәү-ҡулланма сәнғәте рәссамы. 1983 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Рәсәй Художество академияһының мөхбир ағзаһы (2012). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1997).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1834: Менделеев Дмитрий Иванович, Рәсәй империяһы химигы, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре.
- 1828: Жюль Верн, Франция яҙыусыһы, фәнни фантастикаға нигеҙ һалыусы.
- 1895: Хорлогийн Чойбалсан, Монголияның сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре.
- 1900: Иван Иванов-Вано, СССР режиссёры, рәссам, сценарист, совет мультипликацияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- 1931: Джеймс Дин, АҠШ актёры.
- 1965: Игорь Прокопенко, СССР һәм Рәсәй журналисы, яҙыусы.