Химик технология
Викидатала элемент тултырылмаған |
Хими́к технология — иҡтисади яҡтан иң арзан һәм экология яғынан нигеҙләнгән эшкәртелмәгән тәбиғи материалдарҙы ҡулланыу әйберҙәре һәм производство саралары итеп сығарыу өсөн химик эшкәртеү тураһында фән. Химик технология процесстары сеймалды ҡатмарлы химик һәм физик - химик күренештәргә нигеҙләнгән химик эшкәртеүҙе үҙ эсенә ала.
Органик булмаған химик технологияға минераль сеймал (металл рудаларынан башҡа), кислоталар алыу, һелтеләр, минераль ашламалар инә. Органик химик технология — нефть эшкәртеү, күмер, тәбиғи газ һәм башҡа янар ҡаҙылмалар эшкәртеү, синтетик полимерҙар , буяуҙар, дарыуҙар һәм башҡа матдәләр алыу.
Этимология
үҙгәртергә«1996 йыл Британия тарих журналы»нда ( 1996) Джеймс Ф. Доннелли 1839 йылда көкөрт кислотаһын эшләп сығарыу менән бәйле химик инженерия (химик технологияның инглизсә варианты) терминын ҡулланған тип яҙылған . Ләкин шунда уҡ был терминдың авторы тип инглиз консультанты Джордж Е. Дэвисты ла атайҙар . Дэвис хатта Химик инженерия йәмғиәте төҙөргә лә тырышҡан , ләкин ул Химия сәнәғәте йәмғиәте тип атала (1881), ә Дэвис уның тәүге секретары була.
АҠШ-та энциклопедияла был термин 1890 йылда ҡулланыла. «Химик технология», химия сәнәғәтендә механик ҡоролмаларҙы ҡулланыуҙы һүрәтләүсе фән, Англияла 1850 йылдан һуң ғына киң ҡулланыла башлай. 1910 йылдар тирәһенә «химик-инженер» тигән профессия Бөйөк Британияла һәм АҠШ-та йыш осрай торған һөнәргә әйләнә .[1]
Төп процестар
үҙгәртергәБөтә химик технология процестары процестың барыуының дөйөм кинетик законлылығына ҡарап, биш төп төркөмгә бүленә:
- гидромеханик;
- йылылыҡ;
- масса алмашыу (йәки диффузиялы) процестары;
- химик процестар;
- механик процестар.
Ойоштороу һәм техник структура буйынса процестар ваҡытлы (периодический) һәм өҙлөкһөҙ.
Химик процестар органик булмаған матдәләр технологияһына ( кислоталар, һелте, сода, силикат материалдар, минераль ашламалар, тоҙҙар һәм башҡалар эшләп сығарыу) һәм органик матдәләр технологияһына (синтетик каучук, пластмассалар, буяуҙар, спирттар, органик кислоталар һәм башҡалар эшләп сығарыу) Ҡалып:Заготовка раздела
Химик производстволар
үҙгәртергәХимизация
үҙгәртергәСеймал ресурстары
үҙгәртергәЯғыулыҡ-энергетика базаһы
үҙгәртергәТәбиғәтте һаҡлау һәм химия производствоһының хәүефһеҙлеге
үҙгәртергәХимик технология системаларын һәм производстволарын проектлау, улар менән идара итеү һәм уларға контроль
үҙгәртергәХимия технологияһының үҫеш тенденциялары
үҙгәртергәХимик технологиялар процесстары үҫешенең төп йүнәлештәре
- производствоның бер үк ваҡытта эффектлылығын һәм экологик хәүфһеҙлеген арттырыу;
- биохимик һәм ферментатив технологиялар үҫеше;
- алдағы пункт менән бәйле Ньютонса булмаған шыйыҡсалар технологиялары һәм температура режимына ҡаты сикләүле технологиялар үҫеше;
- химия производстволарын проектлағанда математик моделләү ысулын киң ҡулланыу.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Химическая энциклопедия. НИ «Большая российская энциклопедия», М., 1998
- Кузнецов В.И., Зайцева З.А. Химия и химическая технология. Эволюция взаимосвязей. М.: Наука, 1984. - 295с.
- Кутепов А. М., Бондарева Т. И., Беренгартен М. Г. Общая химическая технология. - М.: Высшая школа, 1990. - 520с.
- Основы химической технологии. Под ред. И. П. Мухленова. - М.: Высшая школа, 1991. - 463с.
- Позин М. Е., Зинюк Р. Ю. Физико-химические основы неорганической технологии. - Спб: Химия, 1993.
- Рахмилевич 3.3.,Радзин И. М., Фарамазов С. А. Справочник механика химических и нефтехимических производств, М.: Химия, 1985. - 592с.
- Справочник азотчика. под редакцией Мельникова Е.Я. 2-е изд., М.: Химия, 1987. - 464с.
- Справочник инженера-химика. Пер. с англ., 6-е изд., под ред. Р. Перри, кн. 1-4, M., 1991.
- Справочник нефтепереработчика. Под ред. Г.А. Ластовкина, Е.Д. Радченко и М.Г. Рудина. Л.: Химия, 1986. - 648с.
- Справочник нефтехимика. Т. 1 — 2, Л., 1978.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ chemistry-gid.ru/him-t/
- ↑ Garner, 2003, pp. 47–48