20 август
көнө
20 август — григориан стиле буйынса йылдың 232-се (кәбисә йылында 233-сө) көнө. Йыл аҙағына тиклем 133 көн ҡала.
20 август | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
20 август Викимилектә |
← август → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Медицина транспорты көнө.
- Бал ҡорто көнө.
- Музыкаль шкатулкалар көнө.
- Ялҡаулыҡ көнө.
- Серәкәй көнө.
- Берәҙәк хайуандар көнө.
- 1598: Ирмән йылғаһы буйында рус ғәскәрҙәре тарафынан Себер ханы Күсемдең отрядтары тар-мар ителә.
- 1634: Мәскәүҙә тәүге әлифба баҫылып сыға.
- 1855: Александр Герцен мөхәррирләгән «Полярная звезда» журналының беренсе һаны донъя күрә.
- 1896: Номер йыйғыс дискалы телефонға патент алына.
- 1918: Башҡорт мәркәз шураһының 4547-се фарманы менән Башҡортостан мөхтәриәтенең флагы раҫлана.
- 1930: Башҡортостан АССР-ында кантон-волость административ бүленеше урынына район административ-территориаль бүленеше индерелә. 8 кантон урынына 48 район ойошторола.
- 1930: Мәскәү Юғары техник училищеһының аэромеханика факультеты базаһында ойошторолған Юғары аэромеханика училищеһы Мәскәү авиация институты итеп үҙгәртелә.
- 1951: СССР-ҙа ДОСААФ ойошмаһы (рус. Добровольное общество содействия армии, авиации и флоту) төҙөлә.
- 1957: Өфө ҡалаһында «Башсантехмонтаж» тресы ойошторола.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Светлана Ғәфүрова (1955), журналист, шағир һәм яҙыусы. «Народная газета Башкортостана» баҫмаһын ойоштороусы һәм уның мөхәррире. Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ильясов Вәкил Искәндәр улы (1960), спортсы. 2008 йылдан Башҡортостан Республикаһының көрәш буйынса йыйылма командаһының баш тренеры, бер үк ваҡытта 2011 йылдан Башҡортостандың Милли көрәш һәм билбау көрәше федерацияһы рәйесе. РСФСР-ҙың спорт мастеры (1985). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2009). РСФСР чемпионы (1987—1988), бөтә Союз турнирҙары еңеүсеһе (1987—1988, 1992), Башҡортостандың күп тапҡыр абсолют чемпионы (1980—2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ҡоломбәтов Вәлиулла Фәйзулла улы (1881—1964), мәғрифәтсе, уҡытыусы, мәғариф эшмәкәре, шағир-импровизатор. 1920-се йылдарҙа Табын кантонының халыҡ мәғарифы бүлеге етәксеһе.
- Заһитов Ғазый Ҡазыхан улы (1921—23.08.1953), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, артиллерист, разведчик, өлкән сержант. 1945 йылдың 30 апрелендә Берлиндағы рейхстаг бинаһы өҫтөнә Еңеү Байрағын тәүге ҡаҙаусыларҙың береһе. Ҡыҙыл Байраҡ (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945), 2-се (1945) һәм 3-сө (1944) дәрәжә Дан ордендары кавалеры.
- Казаков Николай Васильевич (1941), хеҙмәт ветераны. 1971—2001 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең баш инженер урынбаҫары. СССР-ҙың уйлап табыусыһы һәм почётлы нефтехимигы.
- Кәлимуллин Вәғиз Хәлим улы (1946), хеҙмәт ветераны, 1992 йылдан Миәкә районының хәҙерге торлаҡ-коммуналь хужалығы муниципаль предприятиеһы директоры. Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2003).
- Мәсәғүтов Рим Хәким улы (1946), ғалим-тау инженеры-геолог. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2012), геология-минералогия фәндәре докторы (2006), профессор (2008). Рәсәй Федерацияһының (2017) һәм Башҡортостан Республикаһының (2000) атҡаҙанған геологы, Рәсәйҙең почётлы таусыһы (2011), ятҡылыҡты беренсе асыусы (2013). Урал тау премияһы (1997) һәм Г. В. Вахрушев исемендәге премия (2001) лауреаты.
- Зөһрә Ҡотлогилдина (1951), журналист, шағир, йыр текстары авторы. 1989—2015 йылдарҙа «Башҡортостан пионеры» һәм хәҙерге «Йәншишмә» гәзите хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1978—1987 йылдарҙа һәм 1989 йылда — бүлек мөдире, 1987—1989 йылдарҙа баш мөхәррир урынбаҫары. 1979 йылдан СССР Журналистар союзы, 1989 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995) һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (2020), Баязит Бикбай (2011), Рәми Ғарипов (2012) исемендәге әҙәби премиялар лауреаты.
- Садиҡов Рәүеф Ғайса улы (1951), ғалим-философ. 2001 йылдан — Мәскәү технологиялар һәм идара итеү университетының Мәләүез ҡалаһындағы филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2003—2006 йылдарҙа гуманитар һәм социаль иҡтисади дисциплиналар кафедраһы мөдире. Философия фәндәре докторы (2008). Сығышы менән Прокопьевск ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Заблуда Григорий Васильевич (1902—23.01.1994), ғалим-ботаник, үҫемлектәр физиологы. 1958 йылдан Башҡорт дәүләт университетының фәнни эштәр буйынса проректоры, бер үк ваҡытта үҫемлектәр физиологияһы кафедраһы мөдире, 1973—1978 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Биология институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Биология фәндәре докторы (1943), профессор (1944). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1972). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1945).
- Ишмөхәмәтов Рауил Әхмәтгәрәй улы (1912—15.05.1979), дәүләт хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1954—1963 йылдарҙа хеҙмәтсәндәр депутаттарының Салауат ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе. Башҡорт АССР-ының дүртенсе—алтынсы саҡырылыш (1955—1967) Юғары Советы депутаты. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1944) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры. БАССР Юғары Советы Президиумының ике Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (икеһе лә —1962).
- Ишемғолов Сиражетдин Нуретдин улы (1917—20.11.2004), педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1936—1937 йылдарҙа Хәйбулла районы Әбеш мәктәбе уҡытыусыһы, 1945—1953 һәм 1958—1977 йылдарҙа – директоры. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1963), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1965). Райондың почётлы гражданы (1990).
- Варламов Пётр Яковлевич (1922—?), механизатор. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1948—1976 йылдарҙа Благовар районы «Рәсәй» колхозы тракторсыһы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм 3-сө дәрәжә Дан ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Каменка ауылынан.
- Камалетдинов Венер Хәйернас улы (1947), инженер-механик, ғалим-иҡтисадсы, ауыл хужалығы, партия һәм совет органдары хеҙмәткәре. 1971 йылдан Благовар районы «Рәсәй» колхозының баш инженеры, 1975 йылдан БашЦИК исемендәге совхоз директоры, 1987 йылдан район агросәнәғәт берекмәһе рәйесе; 1988—1991 йылдарҙа КПСС район комитетының беренсе секретары, бер үк ваҡытта 1990 йылдың мартынан район Советы рәйесе; 1992 йылдан район хакимиәте башлығы. 2003 йылдан Рәсәй Федерацияһының дүртенсе саҡырылыш (2003—2007) Дәүләт думаһы депутаты. Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Иҡтисад фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры.
- Фазлетдинов Радмир Зиф улы (1962), ғалим-табип. 2002 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре кандидаты (2002), доцент (2002).
- Есин Антон Николаевич (1982), спортсы. Кикбоксинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2004). Донъя (2004), Европа (2003) һәм Рәсәй (2003—2006) чемпионы. Сығышы менән Салауат ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Дәүләтов Әхмәт Сәғәҙәтгәрәй улы (1898—8.08.1974), ғалим-хирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы, 1952—1970 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының дөйөм хирургия кафедраһы мөдире. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 1942 йылдан 16‑сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының медик-санитария эскадронының хирургия взводы командиры. Медицина фәндәре докторы (1965), профессор (1965). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1967), РСФСР‑ҙың (1958) һәм БАССР‑ҙың (1943) атҡаҙанған табибы. 1‑се (1945) һәм 2‑се (1944) дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1970), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Шишмә районының Яңауыл ауылынан.
- Мәжитов Нияз Абдулхаҡ улы (1933—11.10.2015), тарихсы-ғалим, археолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының беренсе рәйесе (1995—2002), Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы советы рәйесе (2000—2009). Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2006) һәм 2006—2012 йылдарҙа уның вице-президенты. Тарих фәндәре докторы (1989), профессор (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013).
- Хафизова Ситдиха Ғәзиз ҡыҙы (1933), уҡытыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәктәп уҡытыусыһы (1979), СССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1977). Башҡорт АССР-ы уҡытыусыларының 8-се съезы (1978), Бөтә Рәсәй уҡытыусыларының 3-сө съезы (1978) делегаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Теләш ауылынан.
- Божеховский Пётр Максимович (1938), хеҙмәт ветераны, элекке партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1993). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986). Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районының почётлы гражданы (2011).
- Иштуғанов Рәйес Мөғин улы (1952), хеҙмәт алдынғыһы, механизатор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2003). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы биләмәһенә тура килгән бөткән Аҡҡын ауылынан.
- Нафиҡова Фәриҙә Низам ҡыҙы (1958), хеҙмәт ветераны, 1976—2015 йылдарҙа Балаҡатай районы Калинин исемендәге колхоздың машина менән һыйыр һауыу операторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2001). Сығышы менән ошо уҡ райондың Әбсәләм ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Писарев Алексей Афанасьевич (1909—19.09.1960), балет артисы, педагог-методист. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1947). Сығышы менән Санкт-Петербург ҡалаһынан
- Йәһүҙин Ҡәйүм Халиҡ улы (1914—1999), педагогик хеҙмәт ветераны, журналист, йәмәғәтсе. Күгәрсен районы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейын ойоштороусы һәм 1978-1999 йылдарҙа уның директоры. Совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988). Ҡыҙыл Йондоҙ (1944), I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районының Яңы Черкассы ауылынан.
- Нәзиров Абрик Әхмәт улы (1939—2001), урмансы, 1966–1999 йылдарҙа Баймаҡ урман хужалығының урман культуралары инженеры. Башҡортостандың атҡаҙанған урмансыһы.
- Рахманҡолов Дилүс Лотфулла улы (1939—9.08.2008), ғалим-химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1991), химия фәндәре докторы (1975), профессор (1976). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1981).
- Скобелкин Валерий Михайлович (1969), композитор, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2000 йылдан Рәсәй Композиторҙар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2016). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Абушахманов Айрат Әхтәм улы (1974), театр актёры, режиссёр, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2006 йылдан Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы, 2010 йылдан — Рәсәйҙең Театр режиссёрҙары гильдияһы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2012). Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестивале лауреаты (Өфө, 2006, 2012); Төрки халыҡтарҙың «Науруз» халыҡ-ара театр фестивале дипломанты (Ҡазан, 2005). Д. Сиразиев исемендәге театр премияһы лауреаты (2009). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1710: Томас Симпсон, Англия математигы.
- 1860: Раймон Пуанкаре, дәүләт эшмәкәре, 1913—1920 йылдарҙа Франция президенты.
- 1890: Говард Филлипс Лавкрафт, АҠШ-тың фантаст яҙыусыһы.
- 1895: Михаил Зюк, СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, революционер, комбриг, сәйәси золом ҡорбаны.
- 1905: Микио Нарусэ, Япония кинорежиссёры, сценарист һәм продюсер.
- 1954: Нуруллин Ринат Ғәли улы, Татарстандың балалар шағиры, уйлап табыусы, ғалим, техник фәндәр кандидаты.
- 1970: Фред Дёрст, АҠШ-тың «Limp Bizkit» төркөмө лидеры һәм вокалсыһы.
- 1992: Деми Ловато, АҠШ актёры, йырсы.
- 1998: Шакиров Үлмәҫ Шакир улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1944).