Википедия:Яуаплылыҡтан баш тартыу
Википедия эстәлеге дөрөҫ булыуына гарантия бирмәй
Википедия, ирекмәндәр тарафынан яҙылған, кешелектең барлыҡ белемен туплаған, асыҡ эстәлекле интернет-энциклопедия. Интернетҡа инергә мөмкинлеге булған һәр кем уның эстәлеген үҙгәртә ала. Бында килтерелгән мәғлүмәт, ошо өлкәлә тулы белем бирерлек белгестәр тарафынан тикшерелмәгән булыуы мөмкин – шуны иғтибарығыҙҙан сығармағыҙ.
Википедиялағы бөтә мәғлүмәт дөрөҫ түгел тип ҡабул итергә ярамай, шулай ҙа Википедия үҙ эстәлегендәге мәғлүмәттең дөрөҫлөгөнә гарантия бирмәй. Мәҡәләне уҡыған ваҡытта кемдер уны үҙгәртеп эшләүе мөмкин.
- Википедияла булған яңылыш йәки ялған мәғлүмәт өсөн, шулай уҡ башҡа интернет ресурстарға һылтанмалар өсөн авторҙар ҙа, ҡатнашыусылар ҙа, спонсорҙар ҙа, администраторҙар ҙа яуап бирмәй.