27 ғинуар
Ай көнө
27 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 27-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 338 көн ҡала (кәбисә йылында 339).
27 ғинуар | |
![]() |
← ғинуар → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- : Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу көнө.
- Рәсәй: Хәрби дан көнө. Ленинград фашист блокадаһынан тулыһынса азат ителә (1944).
- Исландия: Ҡояш кофе.
- Сербия: Изге Савва көнө.
- Босния һәм Герцеговина: Изге Савва көнө.
- Төркмәнстан: Ватанды һаҡлаусылар көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Мәлих Харис (1915—14.03.1944), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған шағир.
- Солтанбаева Хәҙисә Вәли ҡыҙы (1950), ғалим-тел белгесе. 1985—1993 йылдарҙа Милли мәғариф проблемалары институтының Башҡортостан филиалы хеҙмәткәре, 1994 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2009). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2008).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ғабдрахман Ҡадиров (1941—31.07.1993), СССР спортсыһы, боҙҙа мотоциклда уҙышыу буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы. Мотоспорт буйынса СССР‑ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1965), халыҡ‑ара категориялы судья (1991). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1993). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1991). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1969).
- Азат Айытҡолов (1956), ҡурайсы, педагог, йәмәғәтсе. 1975—1978 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы, 1978 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҡурайсы-солисы. 2007—2010 йылдарҙа Башҡортостан Ҡурайсылар союзы идараһы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1998), Башҡортостандың халыҡ артисы (1991), Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2000) һәм Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1990) лауреаты.
- Фәриха Вәлиуллина (1956), матбуғат ветераны, журналист, яҙыусы. 1981—2013 йылдарҙа Белорет районының «Урал» гәзите хеҙмәткәре. 1989 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2000). Белорет районы һәм Белорет ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге премияһы лауреаты (2006).
- Кедрина Людмила Владимировна (1961—10.10.2015), тау саңғысыһы, СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры, тау саңғыһы спорты буйынса ун тапҡыр Рәсәй чемпионы, СССР йыйылма командаһы составында донъя чемпионатында ҡатнашыусы, Европа беренселеге призеры. 2009—2015 йылдарҙа — Санкт-Петербургтың тау саңғыһы спорты һәм сноуборд Федерацияһы йыйылма командаһының баш тренеры.
- Хәйретдинов Айрат Миңлейәр улы (1961), хеҙмәт алдынғыһы. 1980 йылдан Мәсетле районы Фрунзе исемендәге колхоз һәм «Йондоҙ» йәмғиәте механизаторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2009). Сығышы менән ошо райондың Ясин ауылынан.
- Ялалов Ирек Ишмөхәмәт улы (1961), инженер-төҙөүсе, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 2012—2018 йылдарҙа Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы. 2018 йылдан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙан Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2016), Дуҫлыҡ ордены кавалеры (2015).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ихтисамов Хәмзәфәр Сабир улы (1937—13.12.2008), музыка белгесе‑фольклорсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1976 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1997).
- Мартазанова Людмила Александровна (1947), ветеран-педагог. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре ().
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Исҡужин Әҙеһәм Динислам улы (1928—19.03.2003), уҡытыусы, ҡурайсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993).
- Сөләймәнов Килдебай Сөләймән улы (1943), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. РСФСР-ҙың 9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты, КПСС-тың XXVII съезы делегаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973).
- Симонова Сайма Миңнәхмәт ҡыҙы (1948), ветеран-педагог, 1971—2017 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһының 18-се мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Дәүләтов Рәшит Мостафа улы (1958), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, 2014—2019 йылдарҙа Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (1993).
- Мәсәлимов Тәлғәт Хәсән улы (1958), график, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1991 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Профессор. Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007), Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы (2012) һәм мәғариф отличнигы (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Миәкә районы Шатмантамаҡ ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Букин Василий Николаевич (1899—21.01.1979), ғалим-биохимик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1964), биология фәндәре докторы (1943). Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1949), А. Н. Бах исемендәге премия (1963) лауреаты, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1969). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1969, 1975) һәм «Почёт Билдәһе» (1953) ордендары кавалеры.
- Рәшит Ниғмәти (1909—13.10.1959), Башҡортостандың халыҡ шағиры (1959). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1949, 1955) ордены кавалеры.
- Бабушкин Роман Романович (1919—29.07.1999), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсылар полкының батальон командиры урынбаҫары, гвардия өлкән лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1945). 1947—1979 йылдарҙа СССР эске эштәр органдары хеҙмәткәре, эске хеҙмәт полковнигы (1961).
- Йосопов Дамир Арыҫлан улы (1949), терапевт, Ейәнсура районы Иҙелбәк участка дауаханаһының элекке баш табибы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1999). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Мәжитов Фәнил Хажигәрәй улы (1959), хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2006—2010 йылдарҙа «Башкирнефтепродукт» йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 3—4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостандың атҡаҙанған химигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Ҡауарҙы ауылынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1756: Вольфганг Амадей Моцарт, Австрия композиторы, музыкант-виртуоз.
- 1775: Пётр Фролов, Рәсәй империяһы дәүләт эшмәкәре, тау инженеры.
- 1790: Петро Гулак-Артемовский, Рәсәй империяһы тарихсыһы, яҙыусы, 1841—1849 йылдарҙа Харьков университеты ректоры.
- 1980: Марат Сафин (1980), тенниссы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры.