28 сентябрь
көнө
28 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 271-се көнө (кәбисә йылында 272-се). Йыл аҙағынаса 94 көн ҡала.
28 сентябрь | |
![]() |
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | |||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1773: Емельян Пугачёв етәкселегендәге Крәҫтиәндәр Һуғышы (1773—1775) башлана.
- 2010: Мәскәү мэры Юрий Лужков отставкаға китә.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Грубина Прасковья Ивановна (1925), хеҙмәт ветераны, ауыл хужалығы алдынғыһы. 1960 йылдан Стәрлетамаҡ районы «Труд» колхозы бригадиры, 1978—2005 йылдарҙа Талалаев сусҡа фермаһы мөдире. Октябрь Революцияһы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Райондың почётлы гражданы (2002). Сығышы менән элекке Дубниковский ҡасабаһынан.
- Латыпов Данис Мансур улы (1990), спортсы, боксёр, Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Төрлө кмәлдәге ярыштар еңеүсеһе һәм призёры.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ишморатов Ғүмәр Йосоп улы (1951), ғалим-химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (1993), профессор (1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003). А. Н. Несмеянов исемендәге премия лауреаты (1999).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Байрак Константин Алексеевич (28.09.1913—24.02.1993), хужалыҡ, партия һәм йәмәғәт эшмәкәре, нефтсе-ғалим. 1956—1961 йылдарҙа Өфө нефть сәнәғәте ғилми-тикшеренеү институты директоры. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1962). Башҡорт АССР-ының 3—4‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Сталин премияһы лауреаты (1950). Ленин (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1959), «Почёт Билдәһе» (1944) ордендары кавалеры. Сығышы менән Әзербайжандың Баҡы ҡалаһынан.
- Степанов Евгений Федорович (28.09.1923—3.09.2008), төҙөүсе, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1955 йылдан Мәләүез районының Ергән МТС‑ы, 1963—1985 йылдарҙа Күмертау колхоз‑ара күсмә механизацияланған колоннаның балта оҫтаһы. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1978). Ленин (1974), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) ордендары кавалеры. Көйөргәҙе районының почётлы гражданы. Сығышы менән Һарытау губернаһының Макаров ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ишморатова Наилә Мәүлитйән ҡыҙы (28.09.1954), ғалим-химик. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2010). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Бикмәт ауылынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 551 б.э.т. — Конфуций, Ҡытай философы.
- 1803 — Проспер Мериме, француз яҙыусыһы.
- 1897 — Мөхтәр Әүәзов, ҡаҙаҡ яҙыусыһы («Абай юлы»).
- 1918 — Василий Сухомлинский, совет педагогы.
- 1924 — Марчелло Мастроянни, итальян актёры.
- 1934 — Брижит Бардо, француз актёры.
- 1976 — Фёдор Емельяненко, Рәсәй спортсыһы.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1829 — Николай Раевский, Батша Рәсәйе генералы.
- 1927 — Виллем Эйнтховен, Нидерланд физиологы.
- 2000 — Яныбай Хамматов, башҡорт яҙыусыһы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985), Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994).
- 2016 — Шимон Перес, Израилдең 9-сы президенты (2007—2014).