Сыңғыҙ
Сыңғыҙ (рус. Чингизово) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 622 кеше[3]. Почта индексы — 453678, ОКАТО коды — 80206846004.
Сыңғыҙ | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Таулыҡай ауыл Советы, Баймаҡ районы, Йылайыр кантоны, Бөрйән-Түңгәүер кантоны һәм Орск өйәҙе |
Халыҡ һаны |
578 кеше (2002)[1], 622 кеше (2009)[1], 573 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 453678 |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1816 |
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 573 | 281 | 292 | 49,0 | 51,0 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 23 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Үрге Таулыҡай): 8 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 68 км
Ауыл тарихы
үҙгәртергәСыңғыҙ – Бөрйәндәрҙең боронғо ауылы. Ғалим-тарихсы Әнүәр Әсфәндиәров иҫәпләүенсә, ауыл сама менән 1603-1605 йылдарҙа барлыҡҡа килгән. Ауыл Ярмайылға һәм Күсәбә йылғаларының Һаҡмарға ҡойған тамағында урынлашҡан. Уны Ҙур һәм бәләкәй Һәрешҡужа, Алсынбай, Туңғайын, Сәлийәүһәр, Ялпаҡ тауҙары уратып алған. Ауылдан район үҙәгенә тиклем 25 км.
Ауылда бронза дәүеренән ҡалған ауылсаҡ һәм керамика һауыттар табылған. Шунлыҡтан Сыңғыҙҙы борон күсмә халыҡтарҙың йәшәү урыны булған тип һанайҙар. Шулай уҡ ошо төбәктә боронғо ҡаласыҡ (ҡәлғә) табылған. Бының турала рус ғалиме һәм сәйәхәтсеһе Р.Г. Игнатьев былай тип яҙған: «Деревня Чингизово. В 4 верстах от деревни на левом берегу реки Сакмара, в устье реки Аснан (Аселе) находятся остатки вала окружностью 84 сажени с 2 воротами, по преданию, «ставка Чингисхана».
Сыңғыҙ хандың бында булыуы икеле, ләкин уның вариҫтары һәм сыңғыҙ (монаш) ырыуы кешеләре йәшәгән. Археологтар ауылдың хәҙерге зыяраты эргәһендә Алтын-Урҙа дәүеренән ҡалған кургандар тапҡан.
Сыңғыҙ – боронғо ырыу булһа, Монаш – түбә-аймаҡ исеме. Монаштарҙың хәҙерге Татарстан ерендә Кама йылғаһы буйында, Баймаҡ районының Темәс, Ҡолсора, Иҙрис, II Этҡол, Таулыҡай ауылдарында йәшәүҙәре билдәле. Ә инде Сыңғыҙ ырыуының тәүге йәшәгән урыны Ҡаҙағстан еренә барып тоташа.
Ауыл аҡһаҡалдары Фәтхетдин Солтангилдин, Вәрғитдин Мортазиндар үҙҙәренең яҙмаларында, ауыл 1675-1685 йылдарҙа төҙөлгән, тип яҙалар. Рус ғалимы М.А. Голубцов «Башкирия в 1730-1750» исемле картаһында Сыңғыҙ ауылын беренсе тапҡыр рәсми рәүештә сағылдырған. Картала күренеүенсә, ауыл аша почта тракты үткән.
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Рәшиҙә Туйсина (10.05.1942) — бейеүсе, РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1978), БАССР-ҙың халыҡ артисы (1974), Ғәлимов Сәләм исемендәге (1968) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1974) лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры (2012).
- Хөсәйен Әхмәтов (6.01.1914—8.01.1993) — башҡорт совет композиторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм ике «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты.
- Әнүәр Әсфәндиәров (15 май 1934 йыл — 4 февраль 2014 йыл) — тарихсы ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре кандидаты (1970). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1984). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2007), Ә. Вәлиди исемендәге халыҡ-ара (1997) һәм В. П. Бирюков исемендәге Урал (1994) премиялары лауреаты. Халыҡтар дуҫлығы, Салауат Юлаев (2004) ордендары кавалеры.
- Рәйес Түләков (1959—2007) — шағир, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты
- Рамаҙан Үтәғолов (15 ноябрь 1930 йыл — 6 март 2017 йыл) — педагог, яҙыусы. Башҡортостан Республикаһының почетлы тыуған яҡты өйрәнеүсеһе (2008). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1966). БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1965). Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты. Сибай ҡалаһының почетлы гражданы (2010).
- Рәмил Туйсин (12 апрель 1972 йыл) — педагог һәм һәүәҫкәр йырсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2009)
- Тәнзилә Кейекбаева — тележурналист
- Бикташева Әминә Вәли ҡыҙы — уҡытыусы, йырҙар авторы.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Сыңғыҙ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 18 ғинуар 2019)
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. (рус.) ISBN 978-5-87691-038-7.
- Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.