16 март
көнө
16 март — григориан стиле буйынса йылдың 75-се (кәбисә йылында 76-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 290 көн ҡала.
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2019 йыл |
Байрамдар
- Ҡаҙағстан — Республика гвардияһы көнө.
- Рәсәй — Эске эштәр министрлығының иҡтисады енәйәттәр менән көрәш бүлеге (ОБЭП, элек ОБХСС) хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1754 — Сенат тарафынан сыҡҡан указға ярашлы, башҡорттар, мишәрҙәр һәм татарҙар яһаҡтан азат ителә һәм уның урынына улар ҡаҙнанан мәжбүри рәүештә тоҙ һатып алырға тейеш була. Был 1755—1756 йылдарҙағы Башҡорт ихтилалы сәбәптәренең береһе була.
- 1929 — Өфө халыҡ мәғарифы институты Башҡорт педагогия институты (хәҙер Башҡорт дәүләт университеты) тип үҙгәртеп ҡорола.
- 1962 — Никита Хрущёв СССР-ҙа континенталь-ара ракета барлығын иғлан итә.
- 1966 — Нил Армстронг Джемини-8 космос карабын Agena карабы менән тоташтыра.
- 1994 — Өфөлә Рудольф Нуриев иҫтәлегенә Халыҡ-ара балет фестивале асыла.
- 1997 — Башҡортостан Хөкүмәте һәм Санкт-Петербург Хакимиәте араһында Сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла.
- 2001 — Немец Википедияһы эшләй башлай.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ридик Фәсхетдинов (16.03.1940), баянсы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған (1989), Башҡорт АССР‑ының халыҡ (1982) артисы. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2015).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ишбулатов Хәжиәхмәт Исхаҡ улы (16.03.1851—1921), хәрби эшмәкәр. Генерал-лейтенант (1918). Беренсе бөтә донъя һәм гаждандар һуғыштарында ҡатнашыусы.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Башилов Пётр Петрович (16.03.1857—12.09.1919), Рәсәй империяһының дәүләт эшмәкәре, 1911—1917 йылдарҙа Өфө губернаһы губернаторы, тайный советник.
- Исхаҡова Ләйлә Хәбибулла ҡыҙы (16.03.1927—29.03.2005), хор дирижёры, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының 1959-1984 йылдарҙағы баш хормейстеры (хор етәксеһе), РСФСР-ҙың (1978) һәм Башҡорт АССР-ының (1969) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
- Әюпов Нурлығаян Фәйзулла улы (16.03.1957), Ҡариҙел районының кәрәҫтиән-фермер хужалығы агрономы, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Горбунов Фёдор Михайлович (16.3.1928—6.03.2003), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1960—1986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Балаҡатай районының К. Е. Ворошилов исемендәге колхозы рәйесе. Ленин (1957), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1973) ордендары кавалеры. Сығышы менән шул уҡ райондың хәҙерге Ләүәле ауылынан.
- Хәмитов Хөснөтдин Хәйбулла улы (16.03.1933—2.01.2018), педагог, 1972—1998 йылдарҙа Сибай педагогия училищеһы (колледжы) директоры, 1998—2008 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты Сибай институтының декан урынбаҫары. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1978). СССР-ҙың мәғариф отличнигы (1985), РСФСР-ҙың һәм БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сибай ҡалаһының почётлы гражданы.
- Захаркин Игорь Владимирович (16.03.1958), Рәсәй физик культура дәүләт университетының хоккей теорияһы һәм методикаһы кафедраһы профессоры һәм Рәсәй хоккей тренеры. 2009—2011 йылдарҙа «Салауат Юлаев» командаһының өлкән, 2015—2017 йылдарҙа баш тренеры. Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры.
- Сөләймәнов Йәлил Әхмәт улы (16.03.1968), рәссәм. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2011) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1997).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Төхвәтуллин Фәтих Насир улы (16.03.1894—10.07.1938), Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. 1919—1920 йылдарҙа Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһының эске эштәр һәм милләттәр буйынса халыҡ комиссары. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Макарова Людмила Васильевна (16.03.1924), ғалим-педиатр-инфекционист. 1950—1996 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты һәм университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1974—1986 йылдарҙа кафедра мөдире. Медицина фәндәре докторы (1978), профессор (1979). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1968). Сығышы менән хәҙерге Төмән өлкәһенең Ишем ҡалаһынан.
- Халиҡова Рәйсә Хәлил ҡыҙы (16.03.1934—14.09.2005), телсе-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1992), профессор (1995), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987). Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты (2003).
- Волкова Екатерина Станиславовна (16.03.1964), ғалим-патофизиолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2009 йылдан Башҡортостан физик культура институтының кафедра мөдире. Биология фәндәре докторы (2004), профессор (2005). Сығышы менән хәҙерге Һамар өлкәһенең үҙәге Һамар ҡалаһынан.
- Ҡашаев Венер Миңлевәзир улы (16.03.1974), спортсы. Еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1996). СССР (1991), БДБ (1992) һәм Рәсәй (1993—97) йыйылма командалары ағзаһы.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1927 — Владимир Комаров, совет космонавы.