Зәйнәб Биишева исемендәге премия

Зәйнәб Биишева исемендәге премия — Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы хакимиәте һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзының 1999 йылда берлектә булдырған әҙәби премия, йыл һайын халыҡ яҙыусыһының тыуған көнө — 15 ғинуарҙа тапшырыла.

Зәйнәб Биишева
исемендәге премия
Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Награда төрө

премия

Кем тапшыра

Күгәрсен районы хакимиәте һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы

Статус

присваивается

Статистика
Раҫланған ваҡыты

15 ғинуар 1999 йыл

Беренсе бүләкләү

1999 йыл

Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премия 1999 йылда Күгәрсен районы хакимиәте һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы тарафынан Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының 1997 йылдың 26 авгусындағы «Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның исемен мәңгеләштереү тураһындағы» 167-се ҡарары нигеҙендә булдырылған. Был рәсми документтың алтынсы пунктында «Күгәрсен районы хакимиәте һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге яҡшы әҫәрҙәр өсөн Зәйнәб Биишева исемендәге йыл һайын бирелә торған йәштәр район премияһы булдырыу тураһындағы тәҡдимен хупларға» тип әйтелгән. Ошо ҡарарға ярашлы район хакимиәте тарафынан премияның рәсми положениеһы[1] раҫланған. Унда был сараның төп маҡсаты һәм бурысы итеп «халыҡ яҙыусыһының исемен пропагандалау һәм популярләштереү, ижади эшмәкәрлекте дәртләндереү» билдәләнгән.

Премия түбәндәге эштәр өсөн бирелә

  • Халыҡ яҙыусыһының иҫтәлеген мәңгеләштереүгә индергән өлөш өсөн;
  • Зәйнәб Биишева ижадының традицияларын дауам иттергән сәнғәт әҫәрҙәре өсөн;
  • Әҙиптең тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында публицистик сығыштар өсөн;
  • Яҙыусының әҙәби ижадын популярлаштырған өсөн;
  • З. Биишева әҫәрҙәренең ижади үҙенсәлектәрен фәнни һәм тәрән өйрәнгән өсөн;
  • Республиканың күп милләтле халыҡтарының дуҫлыҡ тойғоларын һынландырған һәм уларҙың мәҙәни берҙәмлегенә булышлыҡ иткән әҫәрҙәр өсөн;
  • Зәйнәб Биишева әҫәрҙәре нигеҙендә йәш быуында илһөйәрлек һәм интернационалистик рухта тәрбиәләгән өсөн.

Премия йыл һайын З. Биишеваның тыуған көнөндә (15 ғинуар) уның тыуған төйәге — Күгәрсен районынында тапшырыла.

Премияға кандидаттарҙы йәмәғәт ойошмалары, әҙәби-ижад берекмәләре, уҡыу йорттары, хеҙмәт коллективтары, редакциялар һәм шулай уҡ айырым шәхестәр ҙә күрһәтә ала. Был турала документтар һәр йыл ноябрь-декабрь айҙарында Күгәрсен районы хакимиәтендә ҡабул ителә.

Премия лауреаттары[2]

үҙгәртергә
  • Рәзилә Ҡотлогилдина, Мәләүез үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы китапханасыһы, 2011 йылдан «Ағинәй» клубы етәксеһе — Зәйнәб Биишеваның исемен һәм ижадын пропагандалағаны һәм популярлаштырғаны өсөн;
  • Рәйес Ҡунаҡбаев, Күгәрсен районы Туйөмбәт ауылы крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе — Зәйнәб Биишева исемен мәңгеләштереүгә, уның ижадын пропагандалауға йүнәлтелгән сараларҙың даими бағыусансанлыҡ күрһәткән өсөн;
  • Вәғиз Мәғизов, үҙешмәкәр шағир — Зәйнәб Биишева нигеҙ һалған традицияларҙы дауам иткән әҫәрҙәре өсөн.
  • Ғәли Сәйетбатталов, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, филология фәндәре докторы, профессор (үлгәндән һуң) — Зәйнәб Биишеваның исемен һәм ижадын пропагандалағаны һәм популярлаштырғаны, әҫәрҙәренең ижади үҙенсәлеген фәнни, тәрән өйрәнгәне, йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләгәне өсөн;
  • Ғәлиә Әлимғужина, педагогик хеҙмәт ветераны — Зәйнәб Биишеваның исемен һәм ижадын пропагандалағаны һәм популярлаштырғаны, халыҡ яҙыусыһының хәтерен мәңгеләштереүгә, йәш быуынға эстетик тәрбиә биреүгә индергән өлөшө өсөн;
  • Альбина Григорьева, район мәҙәниәт һарайының бүлек мөдире — Зәйнәб Биишеваның ижадын популярлаштырыуға һәм пропагандалауға индергән өлөшө өсөн.
  • Рәмил Мәзитов, Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институты ректоры.
  • Әкрәм Бейеш, телсе-ғалим (үлгәндән һуң).
  • Гөлдәр Абдуллина, «Кугарчинские вести» район гәзите журналисы.
  • Зәйтүнә Әбдрәшитова, Йомағужа ауылы моделле китапханаһының баш китапханасыһы, «Йомағужа. Эштәрҙә һәм яҙмыштарҙа — тарих», «Таланттар ере» китаптары авторҙарының береһе — Зәйнәб Биишеваның ижадын популярлаштырыуға ҙур өлөш индергәне һәм тыуған яҡты өйрәнеү буйынса эшмәкәрлеге өсөн[7];
  • Зилә Псәнчина, Мораҡ башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, 10 методик ҡулланма һәм ғилми мәҡәләләр авторы — Зәйнәб Биишеваның тормошо һәм эшмәкәрлеге хаҡында публицистик сығыштары өсөн[7];
  • Зәкиә Ғәбитова, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы мөдире, күп һанлы уҡыу-методик комплекттар һәм ҡулланмалар авторы — Зәйнәб Биишеваның исемен һәм ижадын пропагандалаған һәм популярлаштырған, халыҡ яҙыусыһының исемен мәңгеләштереүгә ҙур өлөш индергән өсөн[7].
  • Зөфәр Вәлитов, шағир — «Мин йәшәгән донъя» (2009) һәм «Һайраһын бурандарым» (2015) китаптары өсөн;
  • Хәким Алсынбаев, уҡытыусы, Күгәрсен районының «Мораҙым» гәзитенең ауыл хәбәрсеһе — «Күңел дәфтәре» китабы һәм «Ҡуңыр буға балҡышы» йыйынтығына ингән шиғырҙары өсөн.
  • Әхмәт Искәндәров — республиканың мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеларында уҡыу эшендә уңышлы ҡулланылған башҡорт музыкаһы тарихы буйынса уҡыу ҡулланмалары, музыкаль йыйынтыҡтар, фәнни-методик әҙәбиәт, уҡыу пландары һәм программалары нәшер иткәне өсөн;
  • Ғәлимйән Хәсәнов — тыуған Күгәрсен районының данлы традициялары һәм йолаларына, арҙаҡлы яҡташтарына, шул иҫәптән Зәйнәб Биишеваға арналған китаптар, брошюралар һәм буклеттар нәшер итеүгә, халыҡ яҙыусыһының әҫәрҙәрен ҡабаттан баҫтырыуға индергән ҙур өлөшө өсөн.
  • Әлфирә Искәндәрова — район, ҡала һәм республика фәнни-ғәмәли конференцияларҙағы ҡаҙаныштары, халыҡ яҙыусыһының тормошон һәм ижадын эҙмә-эҙлекле пропагандалау буйынса музей һәм эҙләнеү-ижади эштәрен ойошторғаны өсөн;
  • Ғилминур Ильясова — халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева ижадын әүҙем пропагандалағаны һәм республика төбәк уҡыу предметтарын уҡытҡандағы уңышлы ғилми-методик эше өсөн;
  • Венера Ситдикова — Күгәрсен районында йәшәүсе башҡорттарҙың телдәренә, мәҙәни-көнкүреш йолаларына, төбәктең хозур тәбиғәтенә арналған программалар шәлкеме, райондың танылған шәхестәре һәм хеҙмәткәрҙәренең тормошон һәм көндәлек эшмәкәрлеген емешле өйрәнгәне һәм Бәндәбикә менән Ерәнсә сәсәндең эске донъяһын әҙәби планда матур итеп һүрәтләгәне өсөн;
  • Алик Сәйетҡолов — Зәйнәб Биишева традицияларын крайҙы өйрәнеүҙә дауам иткәне һәм тыуған районы топонимикаһын өйрәнеүҙә әүҙем эшмәкәрлеге өсөн.
  • Рәшит Иҙрисов — яҡташтары яҙмышына арналған «Йөрәк иҫтәлеге» китабы өсөн;
  • Ғәзим Ильясов — күп йыллыҡ халыҡсан һәм киң яҡлы йыр ижады өсөн;
  • Луиза Фархшатова — «Зәйнәб» исемле беренсе телевиион фильм һәм 1995—2003 йылдарҙа Зәйнәб Биишева иҫтәлеген мәңгеләштереүгә арналған телевизион тапшырыуҙар шәлкеме өсөн;
  • Юлай Әминев (үлгәндән һуң) — Зәйнәб Биишеваның «Яҡтыға» роман-трилогияһын һәм башҡа әҫәрҙәрен юғары һөнәри оҫталыҡ менән урыҫ теленә тәржемә иткәне өсөн.
  • Әнисә Таһирова — Зәйнәб Биишеваның тормошо һәм ижады тураһында БСТ каналындағы тапшырыуҙы әҙерләгәне һәм уның тураһындағы мәҡәләһе һәм иҫтәлектәре, халыҡ яҙыусыһына арналған шиғырҙары һәм сонеттары өсөн;
  • Рәшит Шәкүр — Зәйнәб Биишева хаҡында мәҡәләһе булған «Арҙаҡлы башҡорттар» китабы өсөн.
  • Марват Айбасов — халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева иҫтәлеген мәңгеләштереүгә, уның тыуған төйәген төҙөкләндереүгә индергән өлөшө һәм ауылдаштарына күрһәткән даими ярҙамы өсөн;
  • Ғәлим Хисамов — ижадында Зәйнәб Биишева традицияларын дауам иткәне һәм башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө өсөн;
  • Әмир Абдразаҡов (үлгәндән һуң) — халыҡ яҙыусыһы иҫтәлеген мәңгеләштереү эшенә индергән ҙур өлөшө өсөн.
  • Хәмит Баймырҙин — Зәйнәб Биишева иҫтәлеген мәңгеләштереү эшенә, халыҡ яҙыусыһының әҙәби ижадын һаҡлауға һәм популярлаштырыуға индергән ҙур өлөшө өсөн;
  • Хәйҙәр Ғайсин — Зәйнәб Биишева иҫтәлеген мәңгеләштереү эшенә индергән ҙур өлөшө өсөн;
  • Тимерғәли Килмөхәмәтов — халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева ижадын әҙәби баҫмаларҙа һәм киң мәғлүмәт сараларында пропагандалауға индергән ҙур өлөшө өсөн.
  • Ғәлиә Ғәлимова — яҙыусының ижади мираҫын таратыуға һәм һаҡлауға индергән ҙур өлөшө өсөн;
  • Марат Зәйнуллин — халыҡ яҙыусыһының исемен һәм ижадын таратҡаны һәм уның әҫәрҙәре нигеҙендә йәштәрҙе ил һөйәрлек рухында тәрбиәләгәне өсөн;
  • Зөфәр Тимербулатов — яҙыусының ижади мираҫын таратыуға һәм һаҡлауға индергән ҙур өлөшө өсөн.
  • Минихәнә Баһаутдинова — яҙыусы ижадын әүҙем популярлаштырғаны һәм йәш быуынды башҡорт халҡының патриотизм һәм тыуған яҡты һөйөү рухы һәм йолалары нигеҙендә тәрбиәләгәне өсөн;
  • Октябрь Вәлитов — Зәйнәб Биишева ижадын популярлаштырғаны өсөн;
  • Рәшиҙә Илсеғолова — яҙыусы ижадын популярлаштырғаны һәм йәш быуын күгәрсендрҙе башҡорт халҡы йолалары нигеҙендә патриотизм һәм тыуған яҡты һөйөү рухында тәрбиәләгәне өсөн;
  • Гөлфиә Искәндәрова — яҙыусы ижадын популярлаштырғаны һәм йәш быуынды ил һөйәрлек рухында тәрбиәләгәне өсөн;
  • Хәсән Назар — халыҡ яҙыусыһы тураһындағы мәҡәләләр, телефильмдәр сценарийҙары һәм телетапшырыуҙар шәлкеме өсөн.
  • Хәбир Дауытов — Күгәрсен районы ауыл эшсәндәре хаҡында «Намыҫ һәм ҡомһоҙлоҡ», «Аралбай ауылы тарихы» әҫәрҙәре өсөн;
  • Гөлшат Ҡунаҡбаева — Зәйнәб Биишева иҫтәлеген мәңгеләштереү эшенә һәм халыҡ яҙыусыһының әҙәби ижадын популярлаштырыуға индергән ҙур өлөшө өсөн.
  • Ләлә Биишева — халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева иҫтәлеген мәңгеләштереүгә индергән ҙур өлөшө өсөн.
  • Венир Аҙнағолов — Зәйнәб Биишева иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса әүҙем эшмәкәрлеге өсөн;
  • Рауил Бикбаев — Зәйнәб Биишеваның әҙәби ижадын тикшереп популярлаштырғаны өсөн.
  • Мәрйәм Бураҡаева — Зәйнәб Биишева ижадын тикшереүгә һәм популярлаштырыуға индергән ҙур өлөшө өсөн;
  • Дамир Әҙелбаев, йырсы, үҙешмәкәр композитр — Зәйнәб Биишева иҫтәлеген мәңгеләштереүгә индергән ҙур өлөшө өсөн.
  • Ишбулды Вәлитов — Зәйнәб Биишеваның тормошона һәм ижадына арналған мәҡәләләре өсөн;
  • Сәрүәр Сурина — яҡташтары-күгәрсендәр һәм Биишевтар ғаиләһе хаҡында тапшырыуҙар шәлкеме өсөн.
  • Фәтих Азаматов — Зәйнәб Биишева иҫтәлегенә арналған «Ата-бабам баҡҡан ер» китабы өсөн;
  • Ҡәҙим Аралбай, шағир — Зәйнәб Биишеваның тормошона һәм ижадына арналған китап-альбом төҙөгәне өсөн;
  • Ирек Кинйәбулатов, шағир — Зәйнәб Биишеваға арналаған «Йөрәктәге һәйкәлдәр» поэмаһы өсөн;
  • Александр Филиппов, шағир — тыуған төйәге Күгәрсен районы тураһындағы шиғырҙар шәлкеме өсөн.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Кугарчинская ЦБС. Официальный сайт. Главная " Файлы " Положение о литературной премии имени Зайнаб Биишевой (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 ғинуар 2016)
  2. Кугарчинская ЦБС. Официальный сайт. Главная " Файлы " Лауреаты " Лауреаты премии им. Зайнаб Биишевой (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 ғинуар 2016)
  3. Премия лауреаттары бүләкләнде. «Йәшлек» гәзите сайты, 2020, 6 февраль 2020 йыл 7 февраль архивланған. (Тикшерелеү көнө: 7 февраль 2020)
  4. Республикала Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премиялар тапшырылды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2019 йыл, 12 февраль (Тикшерелеү көнө: 13 февраль 2019)
  5. В Башкирии определили лауреатов премии имени Зайнаб Биишевой за 2017 год. ИА «Башинформ», 2018, 3 марта{{V|4|03|2018}
  6. Республикала Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премиялар тапшырылды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 9 февраль (Тикшерелеү көнө: 10 февраль 2017)
  7. 7,0 7,1 7,2 Кугарчинская ЦБС. Официальный сайт. Главная " Файлы " Лауреаты " Лауреаты премии им. З.Биишевой (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 февраль 2017)
  8. В Башкортостане вручили литературные премии имени Зайнаб Биишевой. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 25 ғинуар (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 ғинуар 2016)

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә