10 май
көнө
10 май — григориан стиле буйынса йылдың 130-сы (кәбисә йылында 131-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 235 көн ҡала.
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
31 | ||||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Әзербайжан: Сәскәләр көнө.
- Германия: Китап көнө.
- Ҡырғыҙстан: Банк хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Таиланд: Игенселәр көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1930: «Ростов» футбол клубы ойошторола.
- 1935: Салауат районының бөгөнгө «На земле Салавата» гәзитенең беренсе һаны донъя күрә.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Байымов Мөхтәр Әхмәтғәзи улы (1905—10.07.1938), уҡытыусы, филолог, тәржемәсе, партия органдары хеҙмәткәре. 1932 йылдан «Культура революцияһы» (хәҙерге «Башҡортостан уҡытыусыһы») журналының яуаплы мөхәррире. 1933 йылдан Башҡортостан партия нәшриәте етәксеһе, 1934—1936 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы, 1936—1937 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт нәшриәтенең нәфис әҙәбиәт секторы мөдире. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Ағишева Венера Әхтәм ҡыҙы (1950), педагог. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1996). «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» республика конкурсы лауреаты (2002). Сығышы менән Мәсетле районының Көршәле ауылынан.
- Ғәлиуллина Лиә Әсхәт ҡыҙы (1970), спортсы. 1989 йылдан самбо буйынса СССР, 1992 йылдан — Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, 1993—1997 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командалары ағзаһы, Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1998). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1997). Самбо буйынса донъя һәм РСФСР (икеһе лә — 1991), Рәсәй (1997) чемпионы, донъя (1997) һәм Рәсәй (1994) чемпионаттарының көмөш призёры, РСФСР халыҡтары спартакиадаһының бронза призёры (1990). Ҡыҙҙар араһында самбо буйынса СССР беренселегенең көмөш призёры (1989). Дзюдо буйынса Рәсәй чемпионатының бронза призёры (1995), СССР (1991) һәм Рәсәй (1992) Ҡораллы Көстәре чемпионы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Нурмөхәмәтов Ниғмәтйән Мөхөтдин улы (1936—26.06.2011), ғалим-агроном, 1967—2011 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1978—1994 йылдарҙа кафедра мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2002), профессор (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Сидоров Виктор Владимирович (1932—2015), фольклорсы, тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Зәйтүнов Нәсиб Ниғмәт улы (1937), хужалыҡ эшмәкәре, 1970—1980 йылдарҙа Әбйәлил районының Шайморатов исемендәге колхозы рәйесе, 1994—2001 йылдарҙа «Яҡтыкүл» шифахаһының баш табибы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Насретдинов Әғзәм Карам улы (1937—2006), Кушнаренко районы Чапаев исемендәге колхозының элекке механизаторы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған механизаторы.
- Туйсина Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы (1942), бейеүсе, РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1978) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1974), Башҡортостандың Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең 1960—1983 йылдарҙағы солисы. Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале лауреаты (София, 1968), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1974), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2012).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Хөсәйен Ҡудашев (1913—13.11.1986), театр һәм кино актёры, 1955 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың (1983) һәм Башҡорт АССР-ының (1969) халыҡ артисы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955).
- Марсель Ғәфүров (1933—16.06.2013), Башҡортостандың урыҫ телендә ижад иткән яҙыусыһы, журналист һәм тәржемәсе. Башҡорт АССР-ының (1976) һәм РСФСР—ҙың (1982) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, әҙәби премиялар лауреаты.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ваһапов Сабир Әхмәтйән улы (1904—7.08.1992), хужалыҡ, партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1940 йылдан Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесе, 1946—1953 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының 1‑се секретары. СССР-ҙың 3‑сө саҡырылыш Юғары Советы Президиумы ағзаһы (1950—1954), СССР-ҙың, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың 1—3‑сө саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Дүрт Ленин (1943, 1944, 1948, 1949), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1972) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры.
- Мөслим Марат (1909—17.08.1975), башҡорт шағиры, журналист, тәржемәсе. 1935 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1‑се Бөтә Союз совет яҙыусылары съезы (Мәскәү, 1934) делегаты.
- Романов Николай Кириллович (1919—20.10.1943), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир. Уҡсылар полкының взвод командиры, старшина. Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң).
- Степанова Таисия Ипатьевна (1919—11.06.2009), ғалим-акушер-гинеколог. 1957—1987 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1970—1982 йылдарҙа кафедра мөдире. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Медицина фәндәре докторы (1972), профессор (1973). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1981), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1978). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Кострома ҡалаһынан.
- Геннинг Владимир Фёдорович (1924—30.10.1993), ғалим-археолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1960—1974 йылдарҙа Башҡортостандағы Ананьин, Кушнаренко, Пьяный Бор һәм башҡа археологик мәҙәниәттәрҙе өйрәгән Урал археологик экспедицияһы етәксеһе. Тарих фәндәре докторы (1974), профессор (1985). Сығышы менән хәҙерге Алтай крайының Немец милли районы Подсосново ауылынан.
- Кучеров Евгений Васильевич (1924—12.07.2005), ғалим-ботаник. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (1991), биология фәндәре докторы (1974), профессор (1980). Рәсәй Федерацияһының (1991) һәм Башҡорт АССР‑ының (1974) атҡаҙанған фән эшмәкәре. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1974).
- Мусин Миңнулла Әхтәм улы (1939), ауыл хужалығы ветераны, Күгәрсен районы Хоҙайбирҙин исемендәге колхоз механизаторы, аҙаҡтан бригадир ярҙамсыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Ялсы ауылынан.
- Мәжитова Светлана Мөхәмәт ҡыҙы (1949), ветеран-педагог. Күгәрсен районы Мәҡсүт урта мәктәбе директорының элекке урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2004).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1760: Клод Руже де Лилль, Франция шағиры, композитор, «Марсельеза» йырының авторы.
- 1795: Огюстен Тьерри, Франция тарихсыһы, рус теленә «История нормандского завоевания Англии» тип тәржемәләнгән китабы менән танылыусы.
- 1800: Николай Титов, Рәсәй империяһы композиторы, популяр романстар авторы.
- 1820: Константин Лядов, Рәсәй империяһы дирижёры, композитор һәм пианист, композитор Анатолий Лядовтың атаһы.
- 1850: Томас Липтон, Британия лорды, «Lipton» сәй компанияһына нигеҙ һалыусы.
- 1890: Кларенс Браун, АҠШ кинорежиссёры, продюсер.
- 1900: Елена Тяпкина, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1947).
- 1923: Гейдар Алиев, СССР һәм Әзербайжандың дәүләт һәм партия эшмәкәре, сәйәсмән.
- 1925: Исмәғил Милушев, СССР хоккейсыһы, тренер, Ҡазандың «Аҡ барс» хоккей клубын ойоштороусыларҙың береһе.
- 1930: Мәхмүт Ниғмәтйәнов, СССР һәм Рәсәй фольклорсыһы, музыка белгесе, Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1979).
- 1950: Джозеф Рубин, АҠШ кинорежиссёры, сценарист һәм продюсер.
- 1950: Фаил Әхмәҙиев, СССР ғалимы, Ҡазан инженер-төҙөлөш институты уҡытыусыһы.
- 1955: Александр Друзь, беләрмән, «Что? Где? Когда?» телевизион уйыны магистры.
- 1960: Боно Вокс (төп исеме Пол Дэвид Хьюсон), Ирландияның рок-музыканты, «U2» төркөмө вокалсыһы.
- 1985: Райан Гецлаф, Канада хоккейсыһы, Стэнли кубогы эйәһе, ике тапҡыр олимпия чемпионы.
- 1985: Диего Тарделли, Бразилия футболсыһы, ил йыйылма командаһы һөжүмсеһе.
- 1995: Габриэла Пападакис, Франция фигуристкаһы, боҙҙа бейеү буйынса донъя һәм Европа чемпионы.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1986: Таһир Күсимов, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби эшмәкәр, генерал-майор, Советтар Союзы Геройы (1944).