1 август
көнө
1 август — григориан стиле буйынса йылдың 213-сө (кәбисә йылында 214-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 152 көн ҡала.
1 август | |
Хештег | 1eraout |
---|---|
![]() |
← август → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | 31 | |||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Рәсәй: Беренсе донъя һуғышы ҡорбандарын иҫкә алыу көнө.
- Әзербайжан: Әзербайжан теле һәм алфавиты көнө.
- Ангола: Ҡораллы көстәр көнө.
- Бенин: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Швейцария: Конфедерация көнө.
- Ямайка: Эмансипация көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1745: Башҡортостан Республикаһы Туймазы районының хәҙерге Ҡандра ауылы менән ҡушылған Ҡандра-Әмин ауылына нигеҙ һалына.
- 1924: СССР-ҙа Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены булдырыла.
- 1927: Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарары менән Ленинград өлкәһе ойошторола[1]. (рус.)
- 1928: Башҡорт АССР-ында даими радиотапшырыуҙар башлана.
- 1936: Берлинда XI йәйге Олимпия уйындары асыла.
- 1939: СССР-ҙың Советтар Союзы Геройына бирелгән «Алтын Йондоҙ» миҙалы булдырыла.
- 1939: СССР-ҙың баш ҡалаһы Мәскәүҙә Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһе асыла (1959 йылдан — СССР-ҙың Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе, 1992 йылдан — Бөтә Рәсәй Күргәҙмә үҙәге.
- 1964: СССР-ҙың «Маяҡ» Бөтә Союз радиостанцияһының позывнойҙары ярты сәғәт һайын яңғырай башлай.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Любавский Матвей Кузьмич (1860—22.11.1936), Рәсәй империяһының һәм СССР-ҙың ғалим-тарихсыһы, Башҡортостан тарихын тикшереүсе. 1901 йылдан Мәскәү дәүләт университетының рус тарихы кафедраһы мөдире, 1911—1918 йылдарҙа университет ректоры. СССР Фәндәр академияһы академигы (1929), тарих фәндәре докторы (1900), профессор (1901).
- Конверт Мария Васильевна (1915—30.10.2004), рәссам. 1939—1948 йылдарҙа һәм 1958 йылдан Өфөнөң еңел сәнәғәт предпритяиелары, 1962 йылдан 1980-се йылдар уртаһына тиклем «Ағиҙел» башҡорт сәнғәт әйберҙәре кәсебе берекмәһе рәссамы. Сығышы менән Ҡазан ҡалаһынан.
- Ғәниев Фуат Әшрәф улы (1930—28.02.2016), ғалим-филолог. 1962 йылдан хәҙерге Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге Тел, әҙәбиәт һәм сәнғәт институты ғилми хеҙмәткәре, 1988 йылдан — тел ғилеме, 1991 йылдан — лексикология һәм лексикография бүлеге мөдире, 2007 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр. Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1992), филология фәндәре докторы (1978), профессор (1985). Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм Татар АССР-ының (1989) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Татарстан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендә дәүләт премияһы лауреаты (1994).
- Зәйнетдинов Әмир Зәкәриә улы (1930), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1969—1984 йылдарҙа Саҡмағош районы «Победа» колхозы рәйесе, 1992—1999 йылдарҙа крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының Саҡмағош ассоциацияһы директоры. 1975—1980 йылдарҙа РСФСР Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2000). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1976) һәм «Почёт Билдәһе» (1967) ордендары кавалеры. Саҡмағош районының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Имәнлеҡул ауылынан.
- Әмиров Марс Ғизетдин улы (1930—12.09.1992), хужалыҡ эшмәкәре, ғалим-инженер, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1967—1992 йылдарҙа «Автонормаль» заводы директоры, бер үк ваҡытта 1989 йылдан Өфө авиация институты филиалының металдарҙы баҫым менән эшкәртеү кафедраһы мөдире. Техник фәндәр кандидаты (1983). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (1983). РСФСР-ҙың унынсы һәм ун беренсе, Башҡорт АССР-ының туғыҙынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Октябрь Революцияһы (1973), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1963) ордендары кавалеры. Сығышы менән Бәләбәй ҡалаһынан.
- Захаров Илья Серафимович (1945), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1985—1998 йылдарҙа Стәрлетамаҡ район Советы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы; 1998—2004 йылдарҙа Федоровка район хакимиәте башлығы. 1999—2003 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Стәрлетамаҡ районының почётлы гражданы (2006). Сығышы менән ошо райондың Соколовка ауылынан.
- Флүр Яхин (1945), хужалыҡ эшмәкәре, балалар яҙыусыһы-әкиәтсе. 2005 йылға тиклем Ер ресурстары һәм ер төҙөлөшө буйынса Ишембай районы комитетының баш белгесе һәм рәйесе. 1996 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Атанғолов Илдар Ғәлимйән улы (1955), табип, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2001).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Саламатова Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы (1976), ғалим-филолог, 2002 йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (2002), доцент (2005). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2020). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Зинковский Валерий Михайлович (1937), спортсы, тренер. Хәҙерге бишбәйге буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1965), РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1984). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Вәлиев Иршат Ғәли улы (1928—12.10.1997), башҡорт театр актёры. Башҡорт АССР‑ының халыҡ артисы (1984).
- Фәхретдинова Хәҙисә Сиражетдин ҡыҙы (1.08.1938), дерматовенеролог-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2004). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2003). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы Төкән ауылынан.
- Роберт Миңнуллин (1948—27.03.2020), шағир, журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Татарстан Республикаһының Дәүләт Советы депутаты. Татарстандың халыҡ шағиры (2005) һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993), Башҡортостандың (1998) һәм Марий Элдың (2014) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Х. К. Андерсен исемендәге Халыҡ‑ара балалар һәм үҫмерҙәр өсөн китаптар советының Почётлы дипломы эйәһе (1994). Татарстандың Ғабдулла Туҡай (1998) һәм Муса Йәлил (1982) исемендәге дәүләт премиялары, шулай уҡ күп кенә әҙәби премиялар лауреаты. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (2013). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Нәжәде ауылынан.
- Фәтихова Римма Мөхәмәт ҡыҙы (1948), ғалим-педагог һәм психолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Психология фәндәре кандидаты (1982), педагогия фәндәре докторы (2001), профессор (2003). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2008) һәм мәғариф отличнигы (1995).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Серков Андрей Игнатьевич (1919—2.01.1944), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир. Уҡсылар полкы бәйләнеш ротаһының телефонсылар взводы командиры, кесе лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң).
- Сараев Илья Николаевич (1929—2017), хужалыҡ эшмәкәре, партия һәм совет органдары хеҙмәткәре. 1965 йылдан Стәрлетамаҡ районы Ленин исемендәге колхоздың партия ойошмаһы секретары, 1970 йылдан — колхоз рәйесе, 1979—1990 йылдарҙа шул уҡ райондың Казадаевка ауыл Советы рәйесе. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнгән (1979), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Ҡырмыҫҡалы ауылынан.
- Ғәлиев Мөнәүир Мөхәмәтәмин улы (1934—6.09.2012), хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре, 1968—1994 йылдарҙа Дүртөйлө районының «Уңыш» колхозы рәйесе. СССР-ҙың X һәм XI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1986).
- Сурағолова Зилә Солтан ҡыҙы (1939), ғалим-агрохимик‑тупраҡ белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (2004). Рәсәй Федерацияһының (2012) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған урмансыһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Яңы Ҡарамалы ауылынан.
- Вилданов Әхәт Ханнан улы (1944), әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (1978). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2007), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2009), Башҡортостандың мәғариф отличнигы (2006). Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы (1994).
- Чувыров Александр Николаевич (1949—11.10.2012), ғалим-физик, юғары мәктәп эшмәкәре. 1982—2000 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының фән буйынса проректоры. Физика-математика фәндәре докторы (1991), профессор (2007). Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1997). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Өфө районы Булгаков ауылынан.
- Батанов Бәхетғәлей Николаевич (1954), ғалим-инженер-гидротехник, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының III һәм IV саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2007), профессор. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1993). Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры. Хәйбулла районының почётлы гражданы.
- Ҡотләхмәтов Рим Йәүҙәт улы (1959), хеҙмәт алдынғыһы. Көйөргәҙе районы Салауат исемендәге хужалыҡ механизаторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997). Сығышы менән ошо райондың Аҡһары ауылынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1870: Илья Иванов, Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың биолог-малсыһы, йорт хайуандарын яһалма ҡасырыу ысулы авторы.
- 1885: Дьёрдь де Хевеши, Венгрия химигы, Нобель премияһы лауреаты (1943).
- 1905: Ада Войцик, СССР киноактрисаһы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1935).
- 1910: Герда Таро, Германия фотографы, беренсе ҡатын-ҡыҙ — хәрби фотожурналист.
- 1915: Василий Захарченко, СССР яҙыусыһы, публицист, журналист, «Техника — молодёжи» журналының элекке баш мөхәррире.
- 1918: Чжоу Сюань, Ҡытай йырсыһы һәм актёры.
- 1920: Аркадий Толбузин, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, кинорежиссёр һәм сценарист, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1954).
- 1929: Лейла Абашидзе, СССР һәм Грузия киноактёры һәм йырсыһы. Грузин ССР-ының халыҡ артисы (1965).
- 1930: Пьер Бурдьё, Франция социологы, философ.
- 1935: Виктор Славкин, СССР һәм Рәсәй драматургы, сценарист, Рәсәй Федерацияһының дәүләт премияһы лауреаты (1999).
- 1945: Дуглас Ошеров, АҠШ физигы, Нобель премияһы лауреаты (1996).
- 1965: Сэм Мендес, Англияның театр һәм кино режиссёры, продюсер һәм драматург, «Оскар» кинопремияһы эйәһе.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
Йыл көндәреҮҙгәртергә
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ Шерих Д. Ю. «Городской месяцеслов. 1000 дат из прошлого Санкт-Петербурга, Петрограда, Ленинграда.» К 290-летию Санкт-Петербурга. Издательство «Петербург — ХХI век». 1993 г. 224 с., тираж 30 000 экз. ISBN 5-85490-036-X.