20 март
көнө
20 март — григориан стиле буйынса йылдың 79-сы (кәбисә йылында 80-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 286 көн ҡала.
20 март | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
20 март Викимилектә |
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Берләшкән Милләттәр Ойошмаһында француз теле көнө.
- Ер: Ер көнө.
- Көн менән төндөң яҙғы тигеҙләнеш көнө.
- Ауыҙ ҡыуышлығы сәләмәтлеге көнө.
- Он көнө.
- Итһеҙ көн
- Астрология көнө
- Бәхет көнө
- Тәлмәрйендәр көнө.
- Турғайҙар көнө.
- Ер: Ассенизатор көнө.
- Балалар һәм йәштәр театрҙары көнө.
- Рәсәй Федерацияһы:
- Тажикстан: Ижади интеллигенция көнө.
- 1833: Александр Сергеевич Пушкиндың «Евгений Онегин» романының тулы баҫмаһы беренсегә донъя күрә.
- 1854: АҠШ-та Республикансылар партияһы ойошторола.
тулы исемлек
- 1919: Мәскәүҙә Башҡорт хөкүмәте һәм Совет власы араһында Килешеү төҙөлә, һөҙөмтәлә Башҡортостан мөхтәриәте «Башҡортостан АССР-ы» тип үҙгәртелә.
- 1927: «Осоавиахим»дың (хәҙер РОСТО) Башҡортостан өлкә советы ойошторола.
- 1930: Мәскәү авиация институты эш башлай.
- 1932: Кушнаренко районы «Авангард» гәзитенең тәүге һаны сыға.
- 1937: Ишембай районы ойошторола.
- 1972: Башҡортостан Республикаһының хәҙерге Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһы РСФСР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнә.
- 1978: Магнитогорск, Белорет, Инйәр һәм Ҡарламан аша Өфөгә тәүге пассажир поезы килә.
- 1992: «Рәсәй Федерацияһы Геройы» маҡтаулы исеме булдырыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Зөлҡәрнәев Ғәли Камал улы (1905—24.04.1982), тәржемәсе, журналист. 1939—1965 йылдарҙа (өҙөклөктәр менән) хәҙерге «Башҡортостан» гәзите хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1940—1944 йылдарҙа — баш мөхәррире.
- Яҡупов Ғилман Ғирфан улы (1925—11.02.2012), СССР-ҙың партия, хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. 1965—1980 йылдарҙа КПСС-тың Хәйбулла район комитетының 1-се секретары. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың 7-се, Башҡорт АССР-ының 6—10-сы саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971), Хәйбулла районының почётлы гражданы (2007).
тулы исемлек
- Бабков Вадим Васильевич (1935), ғалим-инженер төҙөүсе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1962 йылдан Башҡорт АССР-ының Төҙөлөш комплексы ғилми-тикшеренеү проект-конструкторлыҡ һәм производство институты хеҙмәткәре, 1966 йылдан лаборатория мөдире, 1978 йылдан — директорҙың фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. 1983 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1992—2002 йылдарҙа төҙөлөш конструкциялары кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1990), профессор (1992). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2003), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995). Сығышы менән хәҙерге Иркутск өлкәһенең Кимильтей ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Умов Сафрон Сергеевич (1901—28.10.1995), ғалим-селекционер. 1931—1971 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының ғилми хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1937 йылдан мал аҙығы етештереү секторы мөдире, 1956 йылдан — Башҡортостан малсылыҡ тәжрибә станцияһының бүлек мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1948). СССР-ҙың социалистик ауыл хужалығы отличнигы (1944). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Терәпә ауылынан.
- Сафиуллин Хәләф Ғата улы (1921—13.04.1965), бейеүсе, балетмейстер, педагог. 1941 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, 1960—1964 йылдарҙа театр ҡарамағындағы балет студияһы етәксеһе һәм педагогы. РСФСР-ҙың (1955) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1949). «Почёт Билдәһе» кавалеры (1946).
тулы исемлек
- Мәүлитов Рыфат Рәхмәтулла улы (1926—26.03.2000), ғалим-инженер-технолог, юғары мәктәп эшмәкәре. 1961—1991 йылдарҙа Өфө авиация институты ректоры. Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы (1991), техник фәндәр докторы, профессор (1975). РСФСР‑ҙың (1990) һәм Башҡорт АССР‑ының (1972) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1981) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1967, 1976) ордендары кавалеры.
- Трутнев Николай Михайлович (1946), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, табип-хирург. 1978 йылдан Салауат ҡала дауаханаһының хирургия бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1996), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2003). Ҡаланың почётлы гражданы (2013). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Фёдоровка районы Дедов ауылынан.
- Худяков Анатолий Иванович (1946), сауҙа өлкәһе ветераны. 1976—1997 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Балаҡатай районы ҡулланыусылар йәмғиәтенең (райпоның) идара рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре (1994). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы Мәсәғүт ауылынан.
- Моратова Гөлдәр Сабит ҡыҙы (1951), дәүләт һәм мәҙәниәт өлкәһе эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы директоры. 1995—2001 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2021).
- Шәйҙуллина Фәйрүзә Динислам ҡыҙы (1951), хор артисы. 1969 йылдан хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләт академия хор капеллаһы солисы, 1992—1999 һәм 2003—2004 йылдарҙа — дирижёры, 1999 йылдан — педагог-репетиторы, 2002—2003 йылдарҙа һәм 2004 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы директорының концерт эшмәкәрлеге буйынса урынбаҫары, 2008—2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығында ижади проекттарҙың музыкаль етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1992).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Байбурин Йыһангир Нурғәли улы (1852—1915), Рәсәй империяһының өсөнсө (1907—1912) Дәүләт думаһы депутаты. 1906 йылдан Рәсәй мосолмандары союзы ағзаһы.
- Арпишкин Александр Павлович (1927), юғары мәктәп ветераны. 1952 йылдан Өфө нефть институты уҡытыусыһы, 1965—1985 йылдарҙа физик тәрбиә кафедраһы мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре һәм иң яҡшы физик культура хеҙмәткәре, СССР-ҙың физик культура отличнигы. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры.
тулы исемлек
- Габов Иван Павлович (1932—9.11.2012), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1950—1992 йылдарҙа Әбйәлил районы 22-се партсъезд исемендәге колхоз механизаторы. Ленин ордены кавалеры (1966). Сығышы менән ошо райондың Селивановка ауылынан.
- Ғабдрахманов Риф Ғабдрахман улы (1932—?), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1958—2004 йылдарҙа Балтас районы «Правда» колхозы механизаторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, райондың почётлы гражданы (2003). Сығышы менән Һәйтәк ауылынан.
- Уразлин Марат Харис улы (1937), ауыл хужалығы һәм юғары мәктәп ветераны, ғалим-агроном. 1965 йылдан «Сельхозтехника»ның Әлшәй район берекмәһе агрономы, 1966 йылдан — район ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы; 1973–2012 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1976 йылға тиклем өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1989—1995 йылдарҙа агрономия факультеты деканы. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1974), профессор (2001). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы (1987). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Никифар ауылынан.
- Нураева Нәсимә Ниғәмәтйән ҡыҙы (1942—2021), хеҙмәт алдынғыһы. «Башмедьстрой» тресы 292-се механизацияланған күсмә колоннаһының элекке штукатур-малярҙар бригадиры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1982).
- Батталов Ғаяз Хәләф улы (1952), хеҙмәт ветераны. 1973 йылдан Благовар районы Фрунзе исемендәге колхоз тракторсыһы, 1988—2001 йылдарҙа — газ буйынса слесарь һәм тирмәнсе. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1978). Сығышы менән ошо райондың Өйҙөрәкбаш ауылынан.
- Закиров Шәрифйән Солтан улы (1952), урман хужалығы ветераны. 1980—2008 йылдарҙа Асҡын урман хужалығы директоры. Башҡортостандың атҡаҙанған урмансыһы. Сығышы менән ошо райондың Ҡубыяҙ ауылынан.
- Иванов Иван Васильевич (1952), хеҙмәт ветераны. 1973—2010 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең слесарь-монтажсыһы. Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Фёдоровка районы Урыҫ Ҡоро Иҙәге ауылынан.
- Исхаҡов Винер Айҙар улы (1967), журналист, яҙыусы-сатирик. 2000—2006 һәм 2011—2020 йылдарҙа «Башҡортостан» гәзитенең, 2006—2011 йылдарҙа «Һәнәк» журналының бүлек мөдире, 2020 йылдан «Шоңҡар» журналының яуаплы сәркәтибе. 2017 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2021). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Ҡаранйылға ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Зәйнулла Рәсүлев (1833—2.02.1917), йәмәғәт эшмәкәре, дин һәм суфыйсылыҡ әһеле, ишан, мәғрифәтсе. Нәҡшбәндиә тәриҡәте ағзаһы. Йәдитселек йүнәлеше етәкселәренең береһе.
- Искәндәрова Хәнифә Сираж ҡыҙы (1928—4.09.2020), педагог, йәмәғәтсе. 1962—1990 йылдарҙа Салауат районы Арҡауыл урта мәктәбенең биология уҡытыусыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1968), СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы (1982), РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1967). СССР-ҙың VIII (1970—1974) һәм IX (1974—1979) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Салауат районының почётлы гражданы.
тулы исемлек
- Ҡарағолов Афзал Дәүләтҡол улы (1928—2017), табип-офтальмолог. Өфө ҡалаһы Киров районы медик-социаль экспертизаһының элекке табип-эксперты. Башҡортостан Республикаһыныңдың атҡаҙанған табибы (1998).
- Ғиззәтуллин Альберт Ғиниәт улы (1938—2015), ғалим-патофизиолог, йәмәғәтсе. 1967—2008 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1972 йылға тиклем лаборатория мөдире, 1982—2001 йылдарҙа экология курсы менән нормаль физиология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1983—1988 йылдарҙа дауалау факультеты деканы. 1992—2008 йылдарҙа Бөтә Рәсәй физиологтарының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1976), профессор (1978). СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1984). Сығышы менән Силәбе ҡалаһынан.
- Фирҙәүес Нафиҡова (1938—26.01.2008), СССР балет артисы, бейеүсе, педагог, РСФСР-ҙың халыҡ (1974),Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1963). «Почёт Билдәһе» ордены (1981) кавалеры. БАССР-ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1977).
- Сабир Шәрипов (1948—31.08.2018), башҡорт яҙыусыһы, журналист һәм тәржемәсе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997).
- Суфиярова Сәкинә Садрислам ҡыҙы (1958), педагог. Ҡалтасы районы Оло Ҡасаҡ урта мәктәбенең удмурт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сығышы менән ошо ауылдан.
- Хәлит Фәтихов (1958), музыкант, 1978 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы баянсыһы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2004).
- Яҡупов Фәрүәт Абдулла улы, (1958—1.12.2008), Афғанстандағы (1983—1985) һәм Төньяҡ Кавказдағы (1994—1996) хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Рәсәй Геройы (1995), милиция подполковнигы (2004).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ванюков Яков Иванович (1904–?), агроном-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, капитан. 1959 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1965—1975 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының лаборатория мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Пермь крайы Елово районы Кресты ауылы.
- Фәхретдинов Тимерйән Йыһанша улы (1919—27.11.1979), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Уҡсылар дивизияһы артиллерия полкының орудие тоҫҡаусыһы, кесе сержант. Дан орденының тулы кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Оло Өстүбә ауылынан.
тулы исемлек
- Әһлиуллин Хәмит Шәмсетдин улы (1919—15.10.1943), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, уҡсылар полкының сапёрҙар отделениеһы командиры, өлкән сержант. Советтар Союзы Геройы (1943). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Өйҙөрәкбаш ауылынан.
- Ғилманов Рим Сабит улы (1939), педагог, йәмәғәтсе. 1958 йылдан Кушнаренко районының Яңы Ғүмәр мәктәбе уҡытыусыһы, 1961—2005 йылдарҙа — мәктәп мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1978). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Каяшев Александр Игнатьевич (1944—15.05.2014), инженер-электрик-ғалим. 1968 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1996), профессор (1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (2006), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2003). Техник фәндәр докторы (1996), профессор (1997). [Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Яңы Моҡатай ауылынан.
- Ғиззәтуллин Фәрит Абдулғәни улы (1949), инженер-электромеханик-ғалим. 1972 йылдан Өфө авиация институты, Өфө дәүләт авиация техник университеты һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1996—2011 йылдарҙа кафедра мөдире. Техник фәндәр докторы (1996), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002).
- Миролюбов Сергей Серафимович (1949—12.07.2016), композитор. 2000—2003 йылдарҙа «Маска» балалар ижады театр үҙәге уҡытыусыһы, 2006—2007 йылдарҙа Ҡала мәҙәниәт һарайы оркестры артисы. 1983 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1981). Совет йырҙарын башҡарыусыларҙың Бөтә Рәсәй конкурсы дипломанты (Сочи, 1989). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Октябрьский ҡалаһынан.
- Вәлиев Хәйҙәр Арыҫлан улы (1959), ауыл хужалығы һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, хоҡуҡ һәм сәйәсәт белгесе-ғалим. 2011—2019 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе. Юридик фәндәр кандидаты (2006), сәйәсәт фәндәре докторы (2011). Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе, «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Тәпән ауылынан.
- Ибраһимова Әлфиә Ғәббәс ҡыҙы (1959), педагог, үҙешмәкәр йырсы. 1980–2010 йылдарҙа Баймаҡ районының мәктәпкәсә балалар учреждениелары тәрбиәсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре. Башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың «Дуҫлыҡ моңо» халыҡ-ара фестивале (1994) һәм башҡорт йырҙарын башҡарыусыларҙың «Яҙғы моңдар» (1992) республика конкурсы дипломанты, һәүәҫкәр йырсыларҙың «Һаҡмар һандуғасы» бәйгеһендә Гран-при яулаусы (1992). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Әхмәр ауылынан.
- Хəбиров Радий Фəрит улы (1964), Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәре, сәйәсмән. Хоҡуҡ белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Юридик фәндәр кандидаты (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2008). 2019 йылдың 19 сентябренән Башҡортостан Башлығы.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1809: Николай Васильевич Гоголь, Рәсәй империяһы яҙыусыһы.
- 1828: Генрик Иоган Ибсен, Норвегия драматургы, шағир һәм публицист.
тулы исемлек
- 1905: Вера Панова, СССР яҙыусыһы.
- 1915: Святослав Рихтер, пианист-виртуоз, СССР-ҙың халыҡ артисы.
- 1935: Александр Бурганов, скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы.
- 1960: Алексей Прудников, СССР футболсыһы, ҡапҡасы, 1988 йылғы Олимпия уйындары чемпионы.
- 1727: Исаак Ньютон, Бөйөк Британия физигы.
- 2000: Баһауетдинов Йәһүҙә Ғилметдин улы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.