28 апрель
көнө
28 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 118-се (кәбисә йылында 119-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 247 көн ҡала.
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | ||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1920: Әзербайжан ССР-ы ойошторола.
- 1945: Бөйөк Ватан һуғышы барышында Ҡыҙыл Армия частәре рейхстагты штурмлай башлай.
- 1949: Башҡортостанда һуҡырҙар өсөн республика китапханаһы асыла.
- 1990: СССР-ҙа һуңғы тапҡыр «Советтар Союзы Маршалы» хәрби дәрәжәһе бирелә: уға Дмитрий Тимофеевич Язов лайыҡ була.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Хөснөтдинов Әхнәф Ғәлимйән улы (1925—12.07.2005), педагог, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия мотоуҡсылар батальонының артиллерия расчёты ҡороусыһы, гвардия рядовойы. Дан орденының тулы кавалеры, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Учалы ауылынан.
- Фәрхетдинов Миңлеғаян Фәррәх улы (1935), хеҙмәт алдынғыһы. 1961—1995 йылдарҙа Кушнаренко районы «Большевик» колхозы механизаторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
- Иванов Владимир Александрович (1950), ғалим-археолог. 2002 йылдан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2009 йылға тиклем Ватан тарихы кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (1990), профессор (1995). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2006), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2010).
- Назаров Андрей Геннадьевич (1970), ғалим-сәйәсмән, дәүләт, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2019 йылдан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары. 2007—2011 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының бишенсе саҡырылыш Федераль йыйылышының Дәүләт думаһы депутаты. Сәйәси фәндәр кандидаты (2006). Сибай ҡалаһының почётлы гражданы (2015).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Зәки Шәмсетдин (1822—09.1865), башҡорт мәғрифәтсеһе, философ, шағир, дин белгесе.
- Беликов Олег Алексеевич (1947), спорт тренеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, бокс буйынса СССР спорт мастеры.
- Макурин Алексей Васильевич (1972), спортсы. 1993—1999 йылдарҙа еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1994).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Сангалов Юрий Александрович (1938), химик-ғалим, Башҡортостан Республикаһының нефть химияһын эшкәртеү институтының ғилми консультанты. Башҡортостан Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1991), Нью-Йорк Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (1994), химия фәндәре докторы (1981), профессор (1986). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1988), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1976).
- Варламов Виктор Иванович (1938), спортсы, Конькиҙа шыуыу спорты буйынса СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1975). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1993). Өфө авиация институтын тамамлаусы (1976). Европа (1975), СССР (1974—1976), СССР халыҡтары спартакиадаһы (1974), СССР (1975) һәм РСФСР (1973) профсоюздары спартакиадаһы чемпионы. 1976 йылғы Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (1976). СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1973—1978). Сығышы менән Ҡаҙағстандың Петропавловск ҡалаһынан.
- Гөлсәсәк Шәрипова (1958), театр актёры, йырсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008).
- Өмөтбаева Рида Мөбәрәк ҡыҙы (1963), Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының баш табип урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Юлышев Ирек Ғәле улы (1934), ғалим-агроном, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1989), профессор (1990). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2009).
- Ғөзәйерова Ғәҙәнбаныу Ғәббәс ҡыҙы (1939), хеҙмәт ветераны. 1972—1997 йылдарҙа Федоровка районы Ҡораласыҡ ауыл китапханаһы мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989).
- Рамазанов Марат Дауыт улы (1939), ғалим-математик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика‑математика фәндәре докторы (1977), профессор (1978). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Прочаковская Елена Анатольевна (1969), дәүләт хеҙмәткәре. 2019 йылдан Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең Социаль коммуникациялар идаралығы начальнигы. Сығышы менән Украина ССР-ы Одесса өлкәһенән.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1545: Ли Сунсин, Корея диңгеҙ флоты эшмәкәре, донъялағы тәүге броненосецтарҙы төҙөүсе.
- 1665: Пьер Якопо Мартелло, Италия шағиры, драматург.
- 1795: Чарльз Стёрт, Британия сәйәхәтсеһе, Австралияны тикшереп өйрәнеүсе.
- 1858: Каменский Павел Павлович, Рәсәй империяһы скульпторы.
- 1883: Каппель Владимир Оскарович, Рәсәй империяһы хәрби эшмәкәре, генерал-лейтенант.
- 1900: Морис Торез, Франция һәм халыҡ-ара коммунистик хәрәкәт эшмәкәре.
- 1937: Сәддам Хөсәйен, Ираҡтың дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре.
- 1940: Валерий Маслов, спортсы-универсал (туплы хоккей һәм футбол уйынсыһы), СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры.
- 1955: Эдди Джобсон, Британияның рок-музыканты, бер нисә төркөм ойоштороусы.
- 1970: Никлас Лидстрём, Швеция хоккейсыһы.
- 1970: Диего Симеоне, Аргентина футболсыһы, тренер.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1920: Тимирязев Климент Аркадьевич, рус тәбиғәт фәндәре белгесе, физиолог, физик.