28 май
көнө
28 май — григориан стиле буйынса йылдың 148-се (кәбисә йылында 149-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 217 көн ҡала.
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
31 | ||||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Әзербайжан: Республика көнө.
- Әрмәнстан: Беренсе Республика көнө.
- Эфиопия: Хәрби режим ҡолаған көн.
- Беларусь, Ҡырғыҙстан, Рәсәй, Украина: Ил сиге һаҡсылары көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Овчаренко Василий Моисеевич (1910—1965), инженер-металлург, хужалыҡ эшмәкәре. 1946—1965 йылдарҙа Белорет металлургия комбинаты директоры. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты. Ленин һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Белорет районы һәм Белорет ҡалаһының почётлы гражданы (2006). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Донецк өлкәһе Амвросиевка районы Успенка ауылынан.
- Анатолий (донъяуи исеме Кузнецов Евгений Власович; 1930), дин әһеле. 1979—1990 йылдарҙа Өфө һәм Стәрлетамаҡ епискобы. Дини тәғлимәт кандидаты (1960). Архиепископ (1993), архимандрит (1968). Сығышы менән Иркутск ҡалаһынан.
- Шәфиев Фәрит Хажиғәле улы (1930), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1960—1985 йылдарҙа Мәләүез районының Мәжит Ғафури исемендәге колхоз рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981). Ленин (1985), Октябрь Революцияһы (1971) һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1973, 1976) ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы Яҡшембәт ауылынан.
- Зарема Әхмәтйәнова (1945—9.10.1992), инженер, шағир, яҙыусы һәм журналист. 1968—1983 йылдарҙа Андижан һәм Өфө ҡалалары учреждениелары хеҙмәткәре; 1983 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзының нәфис әҙәбиәтте пропагандалау бюроһы, 1987–1988 йылдарҙа «Башҡортостан ҡыҙы», 1990–1992 йылдарҙа «Аҡбуҙат» журналы хеҙмәткәре. 1984 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Курочкин Владимир Иванович (1950—2012), хужалыҡ эшмәкәре. 1991—2012 йылдарҙа Өфөләге «Уралдортранс» проект-производство үҙәге директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе, Рәсәйҙең почётлы юл төҙөүсеһе.
- Дюпина Любовь Ивановна (1955), спортсы, педагог. 1981—1984 йылдарҙа биатлон буйынса СССР йыйылма командаһы ағзаһы. 2002 йылдан олимпия резервының Өфөләге биатлон буйынса балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең тренер‑уҡытыусыһы. Саңғы ярышы (1978) һәм биатлон (1983) буйынса СССР-ҙың спорт мастеры. Спринтта (1982) һәм яңғыҙ ярышта (1983) СССР чемпионы. Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1993).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Юрий Узиков (1931—14.04.2010), журналист, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982). Салауат Юлаев исемендәге дәүләт (1987), Шәһит Хоҙайбирҙин (1999) һәм В. П. Бирюков (1977) исемендәге премиялар лауреаты.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Зәйтүнә Бикбулатова (1908—23.02.1992), башҡорт театр актёры. 1938 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1928—1992 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. СССР‑ҙың (1973) һәм РСФСР‑ҙың (1955) халыҡ артисы. РСФСР‑ҙың К. С. Станиславский исемендәге (1967), Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге (1976) дәүләт премиялары лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1958) һәм «Почёт Билдәһе» (1968) ордендары кавалеры.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Шәриф Бикҡол (1924—3.09.1995), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт шағиры, яҙыусы һәм журналист. 1950 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980), Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты (1969). 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) һәм «Почёт Билдәһе» (1974) ордендары кавалеры.
- Калабугина Евгения Валентиновна (1934), инженер-технолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1972 йылдан Өфө ҡалаһындағы Бөтә Союз нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм күсереү ғилми-тикшеренеү институтында баш инженер, 1982—1991 йылдарҙа өлкән ғилми хеҙмәткәр. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1983). Сығышы менән Тула ҡалаһынан.
- Ғәниев Булат Тәлғәт улы (1949), ғалим-тел белгесе. 1980 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, 2004 йылдан — сит телдәр кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (2004). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2005), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2009). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Урыссу ҡасабаһынан.
- Рәмзилә Хисаметдинова (1949—4.06.1995), шағир, уҡытыусы-педагог, 1977 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1995).
- Ихсанова Рәсимә Хәмит ҡыҙы (1959), «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының телевидение студияһы режиссёрҙары бүлеге етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1908:— Ян Флеминг, Британияның хәрби-диңгеҙ разведкаһы офицеры, журналист һәм яҙыусы, Джеймс Бонд тураһындағы романдар авторы.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1968: Ямалетдинов Шаһый Ямалетдин улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1946).
- 2002: Вәлиев Дамир Жәүәт улы, ғалим-философ, профессор.