26 апрель
көнө
26 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 116-сы (кәбисә йылында 117-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 249 көн ҡала.
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | ||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Рәсәй, Украина: Радиация авариялары һәм һәләкәттәрендә һәләк булғандарҙы иҫкә алыу көнө.
- Рәсәй: Мари Республикаһында Милли батырҙар көнө.
- Рәсәй: Татарстан Республикаһында туған тел көнө.
- Танзания: Берләшеү көнө.
- Әрмәнстан: Ил сиге һаҡсылары көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1960: Өфөлә дәүләт циркы эшләй башлай.
- 1960: Өфө тимер юл транспорты техникумы асыла.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Шихов Владимир Васильевич (1920—18.03.2004), ғалим-иҡтисадсы. 1956 йылдан СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Президиумдың ғилми секретары; 1959 йылдан филиалдың Иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлегендә бүлек мөдире, 1970 йылдан — сектор мөдире, 1986 йылдан — төп, 1988—1991 йылдарҙа — өлкән ғилми хеҙмәткәр. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1961). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1970). 1-се һәм 2-се (1951) дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Пермь крайының Губаха ҡалаһынан.
- Мусин Хәбир Хәләф улы (1950), хеҙмәт ветераны, партия органдары һәм дәүләт эшмәкәре. 1992—2008 йылдарҙа Миәкә район хакимиәте башлығы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Миәкә районының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһы лауреаты (2018). Сығышы менән ошо райондың Күл-Ҡуңҡаҫ ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ғабдулла Туҡай (1886—15.04.1913), шағир, татар әҙәбиәте классигы.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Теләпова Зөһрә Әхмәтзыя ҡыҙы (1952), музыка уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Хәсәншин Ринат Әхиәр улы (1958), Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә һәм Чернобыль АЭС-ындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, отставкалағы подполковник. Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм һөнәри технологиялар колледжы уҡытыусыһы. Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры (2002).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Даниил Квят (1994), Рәсәй автоуҙышсыһы. 2014—2017 йылдарҙа «Формула-1» уҙыштарында сығыш яһаусы. GP3 автоуҙыш серияһы еңеүсеһе (2013).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 121: Марк Аврелий, Рим императоры, философ.
- 1575: Мария Медичи, 1600—1610 йылдарҙа Франция королеваһы.
- 1710: Томас Рид, Шотландия философы.
- 1785: Джон Джеймс Одюбон, АҠШ рәссамы.
- 1830: Пётр Капнист, Рәсәй империяһы яҙыусыһы, драматург һәм шағир.
- 1840: Пётр Алексеев, Рәсәй империяһы ғалимы, химик-органик.
- 1885: Пётр Новицкий, оператор-кинодокументалист, СССР документаль киноһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- 1890: Николай Зеров, СССР шағиры, әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе һәм тәржемәсе, профессор.
- 1890: Сергей Конобеевский, ғалим-физик, СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы.
- 1900: Чарльз Фрэнсис Рихтер, АҠШ физигы, сейсмолог, ер тетрәүҙәр көсөн баһалаған шкаланы төҙөүсе.
- 1905: Жан Виго, Франция кинорежиссёры.
- 1910: Томоюки Танака, Япония продюсеры, кинорежиссёр, Годзилла тураһындағы сериал авторы.
- 1925: Юрген Ингманн, Дания музыканты, гитарист, ҡатыны Грета менән дуэтта 1963 йылғы «Евровидение» конкурсында еңеүсе.
- 1940: Джорджо Мородер, Италия композиторы, продюсер.
- 1963: Джет Ли, Ҡытай актёры, ушу оҫтаһы.
- 1970: Мелания Трамп, АҠШ-тың 45-се президенты Дональд Трамптың ҡатыны.
- 1978: Стана Катич, Канаданың серб-хорват сығышлы актёры.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1998: Булат Рафиҡов, СССР яҙыусыһы, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1990).