9 апрель
көнө
9 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 99-сы (кәбисә йылында 100-сө) көнө. Йыл аҙағына тиклем 266 көн ҡала.
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | ||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Трошин Алексей Васильевич (1925—3.04.2008), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, танкист, полковник. Советтар Союзы Геройы (1943).
- Маркова Зоя Павловна (1940), хеҙмәт ветераны, малсылыҡ алдынғыһы. 1959—1990 йылдарҙа Баҡалы районы «Новая жизнь» колхозының һөт-тауар фермаһы һауынсыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976). Сығышы менән ошо райондың Үмәр ауылынан.
- Сорокина Валентина Мефодьевна (1940), СССР һәм Рәсәйҙең сәнғәт белгесе. 1989 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. 1968—2010 йылдарҙа М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы фондтарының баш һаҡлаусыһы. Рәсәй Федерацияһының (2012) һәм Башҡортостан Республикаһының (1995) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, П. М. Третьяков исемендәге премия лауреаты.
- Тужилова-Орданская Елена Марковна (1960), ғалим-хоҡуҡ белгесе. 1991 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2003 йылдан гражданлыҡ хоҡуғы кафедраһы мөдире. Юридик фәндәр докторы (2008), профессор (2009). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ғәлим Дәүләди (1936—15.04.2016), башҡорт шағиры, яҙыусы, тәржемәсе һәм журналист. Сергей Чекмарёв һәм Булат Рафиҡов исемендәге премиялар лауреаты.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Глезденёв Павел Петрович (суҡынғанға тиклем Миндияров Исламгәрәй Яковлевич, 1867—28.05.1923), мари мәғрифәтсеһе, әҙип һәм этнограф. Мари нәфис әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Сығышы менән бөгөнгө Башҡортостан Республикаһының Шаран районы Иҫке Томбағош ауылынан.
- Ғайсин Айрат Рәшит улы (1962), башҡорт композиторы, йәмәғәт эшмәкәре. 2009-2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Композиторҙар союзы рәйесе.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Касьянов Геннадий Михайлович (1949), хужалыҡ эшмәкәре. Мәләүез кирбес заводының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр Палатаһы депутаты. Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе. Мәләүез районы һәм Мәләүез ҡалаһының почётлы гражданы (2010).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1770: Томас Иоганн Зеебек, Германия физигы.
- 1830: Эдвард Мейбридж, Бөйөк Британия фотографы, «Zoopraxiscope» кино күрһәтеү ҡоролмаһын уйлап сығарыусы.
- 1835: Леопольд II, 1865—1909 йылдарҙа Бельгия короле.
- 1865: Чарлз Протеус Штейнмец, АҠШ электротехнигы.
- 1865: Эрих Людендорф, Германияның хәрби һәм сәйәси эшмәкәре, генерал.
- 1895: Мишель Симон, Швейцария һәм Францияның театр һәм кино актёры, гротеск авторы.
- 1905: Джеймс Уильям Фулбрайт, АҠШ сенаторы, һуңынан уның исемен алған мәғариф программаһы авторы.
- 1920: Василий Карцев, СССР футболсыһы, тренер.
- 1925: Эрнст Неизвестный, СССР һәм АҠШ скульпторы, график.
- 1938: Виктор Черномырдин, СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре, 1993—1998 йылдарҙа Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе.
- 1965: Полина Поризкова, АҠШ актрисаһы, фотомодель, сығышы менән Чехословакиянан.
- 1965: Марк Пеллегрино, АҠШ кино актёры.
- 1985: Анна Ҡунаева, Рәсәй биатлонсыһы, XXIV Бөтә донъя ҡышҡы универсиаданың өс тапҡыр чемпионы (2009), Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2010).