15 март
көнө
15 март — григориан стиле буйынса йылдың 74-се (кәбисә йылында 75-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 291 көн ҡала.
15 март | |
![]() |
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Рәсәй: Сауҙа, халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1927: ДнепроГЭС төҙөлә башлай.
- 1935: Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы Ленин ордены менән наградлана.
- 1938: Сәғүд Ғәрәбстанында нефть табыла.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ғәбитов Фәтих Ғәбит улы (1910—8.09.1990), мәҙәниәт хеҙмәткәре, башҡорт халыҡ бейеүҙәрен башҡарыусы. 1954—1965 йылдарҙа Аҙналы ауыл клубы мөдире. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Аҙналы ауылынан.
- Ирназарова Ғәшүрә Хәйрулла ҡыҙы (1915—3.11.2000), театр актёры. 1942—1973 йылдарҙа хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1972). Бөтә Союз үҙешмәкәр сәнғәт радиофестивале лауреаты (1937). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Темәс ауылынан.
- Хачин Георгий Андреевич (1915—2.05.1978), Халхин-Гол йылғаһы буйындағы ҡораллы бәрелештәрҙә, Совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы, орудие тоҫҡаусыһы, өлкән сержант. Советтар Союзы Геройы (1943).
- Әһлетдинов Фәйзулла Хәзи улы (1915—29.10.1988), Хәсән күле янындағы 1938 йылғы совет‑япон ҡораллы бәрелешендә һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Уҡсылар полкының взвод командиры ярҙамсыһы, сержант. Советтар Союзы Геройы (1943).
- Әдхәт Синуғыл; Синуғылов Әдхәт Мәкәрим улы (1935—14.01.2004), яҙыусы, тәржемәсе. 1982 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Татарстан Республикаһының (1995) һәм Украинаның атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Ҡуғанаҡбаш ауылынан.
- Йәнтүрин Сәфәрғәли Искәндәр улы (1945), ғалим-ботаник, эколог, ҡурайсы. 1994 йылдан Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2015 йылға тиклем — экология кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (2004), профессор (2005). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987), Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2010).
- Камил Йыһаншин (1950), Башҡортостандың рус телендә ижад иткән яҙыусыһы, йәмәғәтсе. Рус география йәмғиәтенең Башҡортостандағы төбәк бүлексәһенең почетлы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының (2004) һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2011). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2012) һәм Степан Злобин исемендәге әҙәби премия (2002), шулай уҡ Рәсәй кимәлендәге күп һанлы әҙәби конкурстар һәм әҙәби премиялар лауреаты.
- Дәүләтшин Ташбулат Мостафа улы (1955), педагог, ҡурайсы. 1999 йылдан Баймаҡ ҡалаһындағы Ғата Сөләймәнов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбенең Байыш филиалы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993). Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале (Мәскәү, 1987), Халыҡ-ара фольклор сәнғәте радиояҙмалары конкурсы (Братислава ҡалаһы, Чехословакия, 1989), Йомабай Иҫәнбаев исемендәге призға Республика ҡурайсылар конкурстары лауреаты (1988, 1989, 2000) лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Байыш ауылынан.
- Сафина Фиүзә Хәжми ҡыҙы (1960), режиссёр, театр артисы. 1993 йылдан Сибай концерт-театр берләшмәһенең «Сулпан» балалар театры актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы Ишморат ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Рафиға Ғәлина (1951), СССР һәм Рәсәй театр актёры, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994).
- Кинйәкәев Шамил Кәлимулла улы (1951), цирк артисы, акробат һәм эквилибрист. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997), Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2008).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Солтанов Сәғәҙи Әхмәҙи улы (1922—25.05.1992), ғалим-инженер-геолог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Геология-минералогия фәндәре докторы (1966), профессор (1969). СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1983), нефть сәнәғәте отличнигы (1966) һәм почётлы нефтсеһе (1981), РСФСР-ҙың (1976) һәм Татарстан АССР-ының (1966) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре.
- Суфиянов Әғлиулла Ғибат улы (1927—5.02.2009), Миәкә районында тыуған Социалистик Хеҙмәт Геройы (1961), Ҡаҙағстандың Зырянов ҡурғаш сығарыу комбинаты бригадиры.
- Анищенко Геннадий Васильевич (1937), балетмейстер, РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғ. Сәләм исемендәге премия лауреаты, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Кәримов Ғәлимйән Тимербай улы (1952), совет һәм партия хеҙмәткәре, йәмәғәт эшмәкәре. 1988 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы.
- Нурия Абдуллина (1957), үҙешмәкәр йырсы-композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ишмырҙин Ғәли Мөхәмәтйән улы (1903—14.08.1942), һынаусы лётчик, майор. Өфө аэроклубының беренсе етәксеһе. Башҡорттарҙан һәм Башҡортостандан беренсе лётчик.
- Живов Павел Евгеньевич (1918—9.10.2001), малсы, 1967—1978 йылдарҙа Ишембай районының В. И. Ленин исемендәге колхозының һөт‑тауар фермаһы мөдире. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
- Березина Валентина Кузьминична (1943), төҙөүсе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сибай ҡалаһының почётлы гражданы (2000).
- Щербакова Тамара Тимофеевна (1943), Ишембай районының Скворчиха ауылындағы фермаһының 1982—2015 йылдарҙағы мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Әсеялан ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Мансуров Зөфәр Хәйретдин улы (1909—4.10.1942), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған шағир, прозаик һәм тәржемәсе. СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Әйүпов Рәфғәтдин Талип улы (1914—19.12.1987), нефтсе, 1949—1978 йылдарҙа Урал‑Себер магистраль нефть үткәргестәре идаралығының «Собханғол» нефтте һурҙырып бушатыу станцияһы машинисы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
- Ямалетдинов Шаһый Ямалетдин улы (1914—28.05.1968), Бөйөк Ватан һәм 1945 йылдағы совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. Танк батальонының орудие командиры, гвардия старшинаһы. Башҡорт АССР-ының 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Советтар Союзы Геройы (1946).
- Штейнберг Эмануил Соломонович (1919—2.06.1973), хужалыҡ эшмәкәре. 1969—1973 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Телевидение һәм радио тапшырыуҙар комитетының радиотелеүҙәге директоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған элемтәсеһе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1966). Сығышы менән Одесса ҡалаһынан.
- Рамазан Йәнбәков (1934—30.10.2019), йырсы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1982).
- Голиванов Владимир Степанович (1939—26.08.2010), тренер. Хәҙерге бишбәйге буйынса РСФСР‑ҙың атҡаҙанған тренеры (1991), СССР‑ҙың спорт мастеры (1965), бөтә союз категориялы судья (1980). 1975—1982 һәм 1998—2010 йылдарҙа Олимпия резервының хәҙерге бишбәйге буйынса махсуслашҡан республика балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2004). Сығышы менән Армавир ҡалаһынан.
- Килдебәкова Тәнзилә Әсхәт ҡыҙы (1939—2.03.2015), тел белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1987), профессор (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2003). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Соколов Владимир Михайлович (1939—11.01.2017), спортсы һәм тренер, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Профессор (1998). Велосипед спорты буйынса СССР‑ҙың (1980) һәм РСФСР‑ҙың (1979) атҡаҙанған тренеры, СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1967), СССР‑ҙың атҡаҙанған (1970) һәм почётлы спорт мастеры (1965). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2000).
- Әхмәт Сөләймәнов (1939—21.11.2016), фольклорсы-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. йәмәғәт эшмәкәре. Рәсәй Гуманитар Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы (академик, 1995), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы ағзаһы (2016), филология фәндәре докторы (1991), профессор (1995). Рәсәй Федерацияһының (2006) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991), Башҡортостандың мәғариф отличнигы (1999). Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1987) һәм Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014). Бөрйән районының почётлы гражданы.
- Бикбаев Илдар Зиннур улы (1959), Башҡортостан Республикаһы йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе, эҙәрмәндәр отрядтарының республика йәмәғәт фонды советы рәйесе. Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре.
- Афиногенов Денис Владимирович (1974), спортсы. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1996). «Салауат Юлаев» Олимпия резервының махсуслашҡан балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. 1995—2000 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Милләт-ара хоккей лигаһы (1995—1996) һәм Рәсәй (1997) чемпионаттарының бронза призёры. Сығышы менән Өфөнән.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1860: Владимир Хавкин, Рәсәй империяһы һәм СССР бактериологы, иммунолог һәм эпидемиолог. Тағун (чума) һәм ваба (холера) ауырыуҙарына ҡаршы беренсе вакциналар сығарыусы.
- 1890: Борис Делоне, Рәсәй империяһы һәм СССР математигы, академик, альпинист.
- 1930: Жорес Алфёров, ғалим-физик, Нобель премияһы лауреаты (2000).
- 1937: Валентин Распутин, СССР яҙыусыһы.
- 1943: Дэвид Кроненберг, Канада һәм АҠШ кинорежиссёры, сценарист, продюсер һәм актёр.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- б.э.т. 44 йыл: Гай Юлий Цезарь, Боронғо Рим дәүләт эшмәкәре, полководец һәм яҙыусы.
- 1536: Ибраһим-паша, Сөләймән солтандың вәзире.
- 1937: Говард Филлипс Лавкрафт, Америка яҙыусыһы.
- 1938: Ғөбәй Дәүләтшин, башҡорт яҙыусыһы һәм дәүләт эшмәкәре (атып үлтерелгән).
- 1938: Алексей Рыков, партия һәм дәүләт эшмәкәре (атып үлтерелгән).
- 1938: Николай Бухарин, партия һәм дәүләт эшмәкәре (атып үлтерелгән).