4 сентябрь
көнө
4 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 247-се (кәбисә йылында 248-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 118 көн ҡала.
4 сентябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
4 сентябрь Викимилектә |
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | ||||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Австралия: Атайҙар көнө.
- АҠШ: Ҡырағай тәбиғәт көнө.
- Аргентина: Иммигранттар көнө.
- Беларусь: Белорус яҙмаһы көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Байкал күле көнө (сентябрҙең беренсе йәкшәмбеһе).
- Тажикстан: Китап көнө.
- АҠШ: Гәзит таратыусылар көнө.
- Аргентина: Секретарҙар көнө.
- Молдова: Таможня хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Ядро тәьминәте буйынса белгестәр көнө.
- Нефть, газ һәм яғыулыҡ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө (сентябрҙең беренсе йәкшәмбеһе).
- Әрмәнстан: Ҡотҡарыусылар көнө.
- 1931: Бишбүләк районы «Светлый путь» гәзитенең тәүге һаны сыға.
- 1959: АҠШ-та һатыуға беренсе тапҡыр колготка сығарыла.
- 1975: СССР Үҙәк телевидениеның 1-се каналында «Что? Где? Когда?» уйыны тәүге тапҡыр эфирға сыға.
- 1991: Свердловск ҡалаһының исеме Екатеринбург итеп үҙгәртелә.
- 1998: «Google» компанияһы ойошторола.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Рәшит Нурмөхәмәтов (1925—23.08.1986), рәссам, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1972—1980 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институтының сәнғәт бүлеге мөдире. 1958 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1970) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1977) рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1969), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971).
- Плотников Иван Фёдорович (1925—13.07.2011), СССР һәм Рәсәйҙең ғалим-тарихсыһы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, полковник. Тарих фәндәре докторы (1967), профессор (1968), РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1985). В. Н. Татищев һәм Г. В. де Геннин исемендәге премиялар лауреаты (1999). I дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, 1967) ордены кавалеры.
- Вәхитов Риф Хәйрулла улы (1940—14.09.2021), комсомол, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1982—1990 йылдарҙа КПСС-тың Салауат район комитетының беренсе секретары, 1995—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Секретариаты етәксеһе. Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Салауат районының почётлы гражданы.
- Назаров Владимир Дмитриевич (1940), ғалим-инженер-электро-физик. 1969 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1986—1991 йылдарҙа һыу менән тәьмин итеү һәм канализация кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1996), профессор (2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1999), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000). Сығышы менән хәҙерге Беларусь Республикаһының Борисов ҡалаһынан.
- Дулатов Алексей Даутович (1950), хәҙерге бишбәйге спортсыһы һәм 1972 йылдан тренер. 1996 йылдан Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығы Уҡытыу үҙәгенең хәрби һәм физик әҙерлек циклы начальнигы, 2002 йылдан — Олимпия резервының балалар-үҫмерҙәр махсус спорт мәктәбе тренеры. Хәҙерге бишбәйге буйынса РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1983), СССР-ҙың спорт мастеры (1974), Бөтә союз (1991) һәм республика (1976) категорияһындағы судья. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2003). Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
- Сәйфуллин Франис Әсҡәрйән улы (1950), агроном, ғалим-иҡтисадсы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1995—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министры; 2000—2007 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһының Федераль Йыйылышы депутаты, Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһының 1-се, 4-се һәм 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Иҡтисад фәндәре докторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Гельблу Яков Иосифович (1911—2007), ғалим-тел белгесе-германист, яҙыусы, крайҙы өйрәнеүсе, коллекционер-филателист. Совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы, хәрби тәржемәсе. 1952 йылдан К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы, немец теле кафедраһы мөдире, 1957 йылдан Башҡорт дәүләт университетының сит телдәр факультеты деканы, бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты, доцент. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Ике I дәрәжә Ватан һуғышы(1945) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары кавалеры.
- Әхмәтов Орбелий Абдулла улы (Ахмет Орбелин; 1941—2007), журналист, шағир һәм яҙыусы. «Һәнәк» журналының элекке тәржемәсе-мөхәррире. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Исхаҡов Фәтих Шамил улы (1946), комсомол органдары һәм төҙөлөш тармағы ветераны. 1968—1974 йылдарҙа комсмол эшендә, шул иҫәптән 1970 йылдан республика студент төҙөлөш отряды командиры — ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире; 1995—2009 йылдарҙа «Башстром» йәмғиәте, артабан «Баштур» йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған (2000) һәм Рәсәй Федерацияһының почётлы (2001) төҙөүсеһе. Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Абдулла ҡалаһынан.
- Нафиков Шакирйән Вәкил улы (1946), ауыл хужалығы ветераны һәм хеҙмәт алдынғыһы. 1964 йылдан Балаҡатай районы Калинин исемендәге колхоз механизаторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2002). Сығышы менән ошо райондың Һәйбәт ауылынан.
- Ғиззәтуллин Ринат Абдулла улы (1971), спортсы, тренер. Бокс буйынса 1990 йылдан СССР-ҙың, 1992 йылдан — БДБ, 1993 йылдан — Рәсәй йыйылма командалары ағзаһы. 2005 йылдан Өфөләге «Ника» үҫмерҙәр спорт клубының тренер-уҡытыусыһы. Рәсәй чемпионы (1992), Король Кубогына халыҡ-ара турнир еңеүсеһе (Таиланд, 1993). Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1995). Сығышы менән Күмертау ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Хажиәхмәтов Радик Фазлиәхмәт улы (1947), төҙөүсе. 1966—2000 йылдарҙа «Туймазынефтестрой» тресының Баҡалылағы 4-се идаралығы эшсеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Сәүәҙебаш ауылынан.
- Хәкимов Альберт Мөхәмәт улы (1947), агроном. Мәсетле районы Ленин исемендәге колхозының элекке баш агрономы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Ҡырмыҫҡалы ауылынан.
- Шәйхлисламова Зинфира Әхмәҙулла ҡыҙы (1957), педагог. 1993 йылдан Октябрьский ҡалаһының хәҙерге 2-се гимназияһы уҡытыусыһы, директорҙың уҡыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2008), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, ҡаланың почётлы гражданы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Фәхриев Ғәбделхәй Ғимаҙи улы (1929—31.08.1991), театр актёры. 1970—1991 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы. РСФСР-ҙың (1991) һәм Башҡорт АССР-ының (1974) халыҡ артисы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1976).
- Корольков Григорий Михайлович (1934—2012), хеҙмәт алдынғыһы. 1964–1994 йылдарҙа «Востокнефтезаводмонтаж» тресы бригадиры. Башҡорт АССР-ының XI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1984). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бүздәк районы Уртакүл совхозының Һарайғыр бүлексәһе ауылынан.
- Афанасьев Василий Павлович (1939), хужалыҡ эшмәкәре. Миәкә районы «Восток» колхозының элекке рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 973: Әл-Бируни, төрки һәм фарсы ғалимы.
- 1780: Фёдор Гааз, Рәсәй империяһының күҙ табибы, йәмәғәт эшмәкәре.
- 1835: Александр Баженов, Рәсәй империяһы драматургы, тәржемәсе, театр тәнҡитсеһе.
- 1874: Александр Вишневский, Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың хәрби хирургы, дауалау майын (Мазь Вишневского) эшләүсе, академик.
- 1875: Евгений Лансере, Рәсәй империяһы һәм СССР рәссамы, график, РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы (1945).
- 1904: Павел Масса́льский, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1963).
- 1929: Нина У́ргант, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы.
- 1934: Эдуард Хиль, СССР һәм Рәсәйҙең опера, камера, эстрада йырсыһы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1974).
- 1952: Евге́ния Глушенко, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (1995).
- 1954: Виктор Бычко́в, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы лауреаты («Особенности национальной охоты», «Особенности национальной рыбалки»).
- 1973: Кирилл Пирого́в, Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2005). («Орёл и решка» — төп роль, «Брат 2»).
- 1980: Дэвид Гарретт, Германия скрипкасыһы, композитор.
- 1907: Эдвард Григ, Норвегия композиторы.
- 1930: Владимир Арсеньев, Алыҫ Көнсығышты тикшереүсе сәйәхәтсе, СССР яҙыусыһы («Дерсу Узала»).
- 1963: Михаил Романов, театр һәм кино актёры, режиссёр, СССР-ҙың халыҡ артисы (1951).
- 1965: Альберт Швейцер, Германияның теология белгесе һәм табип, Нобель премияһы лауреаты (1952).
- 1998: Игорь Сорин, СССР һәм Рәсәй шағиры, музыкант һәм артист, 1995—1998 йылдарҙа популяр «Иванушки International» төркөмө солисы.
- 2014: Донатас Банионис, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы.