11 сентябрь
көнө
11 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 254-се (кәбисә йылында 255-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 111 көн ҡала.
11 сентябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
![]() |
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | ||
2022 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү көнө.
- Пакистан: Милли көн.
- Рәсәй:
- Хәрби дан көнө. Адмирал Фёдор Ушаков етәкселегендәге рус эскадраһының Ҡара диңгеҙҙәге Тендра морононда төрөк эскадраһын еңеүе.
- Бөтә Рәсәй айыҡлыҡ көнө.
- Украина: Физик культура һәм спорт көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Болотин Юрий Александрович (1930—7.08.2002), ғалим-тау инженер-геологы. 1969—1990 йылдарҙа «Башкиргеология» производство берекмәһенең Көньяҡ-көнсығыш геология-разведка экспедицияһының баш геологы. Геология-минералогия фәндәре кандидаты (1978). СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1980). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Тирлән ауылынан.
- Ғарифйәнов Ғәбделбар Ғарифйән улы (1930), ғалим-химик-технолог, хужалыҡ эшмәкәре. 1968—1974 йылдарҙа Стәрлетамаҡ химия заводының баш инженеры. Техник фәндәр докторы (1977), профессор (1990). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Нөнәгәр ауылынан.
- Ҡорбанова Ғәфифә Мәғәфүр ҡыҙы (1930—14.09.2008), уҡытыусы, партия һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1972—1985 йылдарҙа КПСС-тың Мәсетле район комитететы секретары, 1986—2005 йылдарҙа райондың Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1965). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971), райондың почётлы гражданы.
- Усманов Миңнерәйес Мәрүән улы (1940), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1989—1993 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары, 1993—2000 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Премьер-министры урынбаҫары һәм бер үк ваҡытта республиканың төҙөлөш министры. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры, Ейәнсура районының почётлы гражданы.
- Зиязетдинов Наил Сабир улы (1960), ғалим-табип, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәре. 2003 йылдан Әлшәй районы Раевка үҙәк район дауаханаһының баш табибы. Медицина фәндәре кандидаты (2009). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2007).
- Шиһапов Зиннур Хәйҙәр улы (1965), ғалим-генетик. 1998 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Ботаника баҡсаһы—институты директоры һәм бер үк ваҡытта 2006 йылдан — Өфө ғилми үҙәгенең рәйес урынбаҫары. Биология фәндәре докторы (2006).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Зорин Сергей Иванович (1911—6.02.1954), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, танк полкының механик-водителе, старшина. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовещен районынан.
- Антипин Иван Алексеевич (1921—21.12.2005), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр. Штурм авиацияһы лётчигы. Украина Хәрби-Һауа Көстәре генерал‑майоры (2004). Советтар Союзы Геройы (1944). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Архангел районы Ҡыҙыл Еҙем ауылынан.
- Шисман Александр Абрамович (1946), музыкант, скрипкасы, педагог. 1969 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Композиторҙар союзының ҡыллы квартетын ойоштороусы һәм уның художество етәксеһе (1993). Профессор (1999). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2010), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1996), Бөтә Рәсәй студенттар камера ансамблдәре конкурсы лауреаты (Мәскәү, 1967). Сығышы менән Биробижан ҡалаһынан.
- Романов Илдар Саяф улы (1961), спортсы, тренер. Өфөнөң Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе. 1992 йылдан «Луч» спорт реабилитация үҙәгенең тренер-уҡытыусыһы, 1999 йылдан Олимпия резервының Өфөләге 20-се балалар-үҫмерҙәр махсус спорт мәктәбенең тренер-уҡытыусыһы, 2009 йылдан — директоры, бер үк ваҡытта күреү буйынса инвалидтарҙың Рәсәй йыйылма командаһы тренеры. Еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2000) һәм СССР-ҙың спорт мастеры (1983). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2000). Сығышы менән хәҙерге Үзбәкстандың Теләү ҡасабаһынан.
- Фәрхетдинов Рәшит Ғабдулхай улы (1966), ғалим-биолог. 2008 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты, 2013 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2017 йылдан биохимия һәм биотехнология кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Лазарева Дина Наумовна (1922—11.09.2019), ғалим-фармаколог, юғары мәктәп хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1995), медицина фәндәре докторы (1962), профессор (1963). 1946—2002 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты (1995 йылдан — университет) уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының (1993) һәм Башҡорт АССР-ының (1976) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002). Рәсәй Федерацияһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1993), Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1986).
- Тулин Сергей Заһит улы (1992 йылға тиклем Ғиззәтуллин Риф Заһит улы; 1957), ғалим-юрист, СССР һәм Рәсәй Армияһы хәрби хеҙмәткәре, десантсы, запастағы генерал-майор. Юридик фәндәр кандидаты (2009). Рәсәй Федерацияһы Геройы (1996).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Мостаев Хашим Фәтих улы (1918—24.12.2015), балет артисы, педагог-балетмейстер. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1999), Мәжит Ғафури исемендәге премия лауреаты (2007). Профессиональ балет сәнғәтенә һәм башҡорт халыҡ хореографияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- Третьяков Владимир Степанович (1938), ветеран-нефтсе, «Аксаковнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының элекке операторы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Вальков Алексей Алексеевич (1954), ғалим-философ, 1982 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (2001), профессор (2005). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1971: Никита Сергеевич Хрущёв, СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, КПСС Үҙәк Комитетының 1953—1964 йылдарҙағы беренсе секретары, СССР Министрҙар Советының 1958—1964 йылдарҙағы рәйесе.
- 1973: Сальвадор Альенде, Чили президенты.
- 1995: Владислав Стржельчик, СССР һәм Рәсәйҙең кино һәм театр актёры, педагог, СССР-ҙың халыҡ артисы (1974), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1988).
- 1996: Нил Юзиев, Башҡортостандың Яңауыл районында тыуған татар әҙәбиәте ғалимы, тәнҡитсе, Татар АССР-ының Ғабдулла Туҡай исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1974).