20 ғинуар
көнө
20 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 20-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 345 көн ҡала (кәбисә йылында 346).
20 ғинуар | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
20 ғинуар Викимилектә |
← ғинуар → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Саф һауала йәйәү йөрөү көнө.
- Ғәжәйеп тап килеүҙәр көнө.
- АҠШ: Сыр яратыусылар көнө.
- Видеокамера көнө.
Төбәк байрамдары
- Дағстан: Республика ойошторолған көн.
- Ҡырым Республикаһы: Республика көнө
- АҠШ: Диджей көнө.
- Бразилия: Фармацевтар көнө.
- Лаос: Халыҡ Армияһы көнө.
- Мали: Ҡораллы көстәр көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Эске эштәр министрлығының эш башҡарыу хеҙмәте көнө.
- 1896: Санкт-Петербургта хәҙерге П. Ф. Лесгафт исемендәге Милли дәүләт физик культура, спорт һәм сәләмәтлек университеты эш башлай.
- 1921: Хәҙерге Дағстан Республикаһы ойошторола.
- 1933: Өфө кондитер фабрикаһы эшләй башлай.
- 1939: Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы Өфө ҡалаһында Башҡорт дәүләт филармонияһы асыу тураһында ҡарар ҡабул итә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Путенихин Иван Федорович (1920—2016), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, санитар взводы командиры, медицина хеҙмәте лейтенанты. 1963—1976 йылдарҙа Мәләүез үҙәк район дауаханаһының баш табибы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы. Өс Ҡыҙыл Йондоҙ (икеһе - 1944, 1945), II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Ҡананикольский ауылынан.
- Йәнтүрин Диас Хатип улы (1940), ғалим-тарихсы. 1974—2015 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (2005), профессор (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2009), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1985), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007).
тулы исемлек
- Суздальцев Виктор Иванович (1940), рәссам. М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы графигы. 1989 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2011) һәм Башҡортостан Республикаһының (2001) атҡаҙанған рәссамы. «Башҡортостан Республикаһының һынлы сәнғәте» күргәҙмә-конкурсы лауреаты (Өфө, 2008).
- Фаршатов Фәүил Фәйзрахман улы (1945—2012), хужалыҡ эшмәкәре. 1989—2006 йылдарҙа Кушнаренко районының торлаҡ-коммуналь хужалығы идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре.
- Имаев Валерий Мәзит улы (1965), ғалим-инженер-металлург. 1988 йылдан Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институты хеҙмәткәре, 2003 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2009 йылдан — лаборатория мөдире һәм бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2003). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Мурзин Даян Баян улы (1921—9.02.2012), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, юрист. Һуғыш барышында Украина, Белоруссия, Молдавия, Чехия һәм Моравия биләмәләрендә партизан отрядтары ойоштороусы һәм уларҙың етәксеһе; 1969—1985 йылдарҙа Башҡортостан адвокаттар коллегияһы президиумы рәйесе. Чехословакияның милли геройы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған юрисы. Ике Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.
- Әминев Тельман Ғәзиз улы (1936—6.01.2021), ғалим-химик. 1975 йылдан СССР, артабан Рәсәй Фәндәр академияһының Н. С. Курнаков исемендәге Дөйөм һәм органик булмаған химия институты ғилми хеҙмәткәре. Химия фәндәре докторы (2002), профессор, Рәсәй Тәбиғәт фәндәре Академияһының мөхбир ағзаһы. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның улы.
тулы исемлек
- Әсәҙуллина Фәниә Ҡазыхан ҡыҙы (1936), мәғариф өлкәһе, партия һәм профсоюз органдары ветераны. 1965—1974 йылдарҙа КПСС-тың Ҡырмыҫҡалы район комитетының пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире, район комитеты секретары; 1974—1989 йылдарҙа Мәғариф, юғары мәктәп һәм фәнни учреждениелар хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе урынбаҫары; 1990—2000 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы һәм Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының бүлек мөдире. Хеҙмәтсәндәр депутаттарының Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы район Советтары депутаты. СССР-ҙың (1978), РСФСР-ҙың (1980) һәм Башҡорт АССР-ының (1989) халыҡ мәғарифы отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Һөләймән ауылынан.
- Будилов Владимир Васильевич (1946), ғалим-инженер-механик. 1976 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1995), профессор (1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре. (2007). Сығышы менән хәҙерге Приморье крайының Хороль ауылынан.
- Маликов Рәмил Фәрүҡ улы (1951), ғалим-физик. 1974 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2003 йылдан — Һөнәри белем биреү һәм мәғлүмәт технологиялары институтының Мәғлүмәт технологиялары үҙәге директоры, 2006—2015 йылдарҙа мәғлүмәт һәм полиграфия системалары һәм технологиялары кафедраһы мөдире. Физика-математика фәндәре докторы (1998), профессор (2000). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2008), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1998).
- Хәсәнов Әхәт Тәлғәт улы (1951), хеҙмәт ветераны, рационализатор. 1969—2011 йылдарҙа (өҙөклөк менән) «Газпром Нефтехим Салауат» берекмәһенең компрессор ҡоролмалары машинисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Красноусол ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Панков Иван Павлович (1907—?), ғалим, хужалыҡ эшмәкәре. Хәйбулла районы «Маҡан» совхозының беренсе директоры. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты. Ленин ордены кавалеры.
- Латипов Ғәлимйән Шакирйән улы (1912—4.11.1986), дәүләт хеҙмәткәре, журналист, шағир һәм тәржемәсе. 1951 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1941—1951 йылдарҙа Татар АССР-ының контроль органдарында дәүләт инспектор-ревизоры, 1951—1960 йылдарҙа «Пионер» (1957 йылдан «Ялкын») балалар журналы редакцияһының әҙәбиәт һәм сәнғәт мөдире. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Яңы Дөмәй ауылынан.
- Шикина (Михалкова) Людмила Васильевна (1932—15.10.2021), педагог, шағир, тәржемәсе. Бөтә Рәсәй әҙәби премияһы, «Сталинград» премияһы (2004), А. Т. Твардовский (2004) һәм А. Платонов исемендәге премиялар лауреаты. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1984). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы Ермолаевка ауылынан.
тулы исемлек
- Садиҡов Ревдар Фәйез улы (1937—1.01.1989), балет артисы. 1956 йылдан Муса Йәлил исемендәге Татар дәүләт опера һәм балет театры солисы, 1977—1980 йылдарҙа — педагог-репетиторы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1970) һәм Татар АССР-ының халыҡ (1964) артисы. Татарстандың Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1973). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Мишкә ауылынан.
- Асҡарова Гөлсөм Зәйнулла ҡыҙы (1942), хеҙмәт ветераны, 1966—1998 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районының Салауат исемендәге колхозы һауынсыһы. СССР-ҙың 10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1979—1984). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986), 2-се (1981) һәм 3-сө (1975) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендары кавалеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997), Стәрлетамаҡ районының почётлы гражданины (1997).
- Пенкин Александр Александрович (1942), хәрби хеҙмәт ветераны, отставкалағы контр-адмирал. 1991—1997 йылдарҙа Ҡара диңгеҙ флоты командующийының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары. Ҡыҙыл Йондоҙ, 2-се һәм 3-сө дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» ордендары кавалеры.
- Бикбулатов Зиннур Ғизелхаҡ улы (1947—26.04.2009), ғалим-зоотехник, партия һәм совет органдары хеҙмәткәре. 1980 йылдан КПСС-тың Мәләүез ҡала комитеты секретары, 1984—1990 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Мәләүез район Советы башҡарма комитеты рәйесе; 1990—1998 йылдарҙа Башҡортостан малсылыҡ һәм мал аҙығы ғилми-тикшеренеү һәм проект-технология институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, директоры. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1999). Ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976, 1986).
- Ғәлиев Ғәлиб Барый улы (1947), фән ветераны, ғалим-инженер. 2003 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһының В. Г. Мокеров исемендәге Үтә юғары йышлыҡтағы ярымүткәргес электроника институтының лаборатория мөдире, баш ғилми хеҙмәткәр. Физика-математика фәндәре докторы (2004).
- Шәмсетдинов Әнүәр Йәғәфәр улы (1957), хеҙмәт ветераны. Яңы Салауат ТЭЦ-ының элекке смена начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы.
- Илтенбаева Миңзифа Абрар ҡыҙы (1962), матбуғат ветераны, журналист. «Башҡортостан» республика гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары — яуаплы секретары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Яңы Байрамғол ауылынан.
- Армянинова Гөлнара Хасим ҡыҙы (1967), педагог. 2006 йылдан Краснокама районы Ҡуян ауылы балалар сәнғәт мәктәбе директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2018). Сығышы менән Нефтекама ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Демичева Раиса Николаевна (1928—9.08.1995), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1963—1978 һәм 1981—1987 йылдарҙа Дәүләкән районы «Коммунар» колхозының комплекслы бригада бригадиры. РСФСР-ҙың 9-сы саҡырылыш (1975—1980) Юғары Cоветы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Сығышы менән ошо райондың Дорошевка ауылынан.
- Ремаревский Дмитрий Федорович (1938—12.01.2010), опера йырсыһы, 1977—2010 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Башҡорт АССР-ының һәм Украинаның (2007) атҡаҙанған артисы. Сығышы менән Украина ССР-ының Житомир өлкәһе Червонное ауылынан.
- Бәхтизин Рәүеф Заһит улы (1943), ғалим-физик. 1972 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1980 йылдан физик электроника һәм нанофизика кафедраһы мөдире. Физика-математика фәндәре докторы (1990), профессор (1991). Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992) һәм атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1996), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2006), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1991). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2005).
- Йосопова Рәшиҙә Мөхәмәт ҡыҙы (1953), ғалим-табип, йәмәғәтсе. 2-се республика клиник дауаханаһының элекке табип-гериатры. 1984—1999 йылдарҙа дауаханының профком, 2015 йылдан — ветерандар советы рәйесе. Медицина фәндәре кандидаты. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы.
- Ҡыясова Мәрйәм Ишбирҙе ҡыҙы (1943), табип. Учалы ҡала дауаханаһының элекке терапевы, Учалы психоневрология интернаты директорының элекке дауалау буйынса урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Старченко Виктор Павлович (1953—2019), төҙөүсе. 1991—1998 йылдарҙа «Стронег» төҙөлөш ойошмаһы президенты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе.
- Мичков Александр Васильевич (1958), спортсы, тренер. Бокс буйынса CCCР-ҙың спорт мастеры, самбо буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры.
- Лапшина Светлана Александровна (1973), шәфҡәт туташы. 2-се республика клиник дауаханаһының шәфҡәт туташы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (2020).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Волков Иван Иванович (1889—1972), урман хужалығы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1942—1953 йылдарҙа Белорет урман хужалығы директоры. Башҡорт АССР-ының 3-сө саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Юғары Совет Рәйесе урынбаҫары (1951—1955). Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Белорет ҡалаһының почётлы гражданы (1967).
- Ишмөхәмәтов Кинйәбай Хәйретдин улы (1894—27.11.1937), урындағы башҡарма һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. Беренсе донъя, Рәсәйҙәге граждандар һуғышында һәм 1920 йылғы совет-поляк һуғышында ҡатнашыусы. 1922 йылдан Тамьян-Ҡатай кантонының милиция бүлеге, 1924 йылдан социаль тәьминәт бүлеге начальнигы, 1928 йылдан кантон башҡарма комитеты рәйесе; 1931 йылдан Башҡорт АССР-ы һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары. Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1922). Сәйәси золом ҡорбаны.
тулы исемлек
- Рябов Фёдор Андреевич (1914—5.02.1962), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1929—1962 йылдарҙа Бөрө районының Иҫке Баҙан МТС-ы һәм Ильич исемендәге колхоз механизаторы һәм трактор бригадаһы етәксеһе. Башҡорт АССР-ының өсөнсө саҡырылыш (1951—1955) Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948). Сығышы менән ошо райондың Тартыш ауылынан.
- Андрианов Дмитрий Николаевич (1929—13.03.1992), агроном. 1967—1989 йылдарҙа Хәйбулла районы «Хәйбулла» совхозының баш агрономы. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1976), Башҡорт АССР-ының иң яҡшы кукуруз үҫтереүсеһе (1958) һәм атҡаҙанған агрономы (1976). Райондың атҡаҙанған сиҙәмсеһе (1974). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Ыҫлаҡбаш ауылынан.
- Дәүләтбаев Салауат Шәрип улы (1939—1993), бейеүсе, музыкант. 1960 йылдан хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы. Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале лауреаты (София, 1968). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы 1960 йылдарҙа бөткән Рудник ауылынан.
- Шәймәрҙәнов Марат Хәлил улы (1939—2021), инженер, төҙөлөш тармағы һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1995—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш һәм торлаҡ сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары. РСФСР-ҙың атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре.
- Шапкин Александр Васильевич (1939), эшсе. 1962—1990 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә токарь. 2-се һәм 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендары кавалеры.
- Дәүләтбаев Мирас Ибраһим улы (1949), рәссам. СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Иҫке Һынны ауылынан.
- Мусин Хәйҙәр Хәләф улы (1949—2017), ауыл хужалығы һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1989—2005 йылдарҙа Миәкә районы «Ҡаран» совхозы директоры һәм генераль директоры, 2005—2016 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Пенсия фондының Миәкә районындағы идаралыҡ етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, «Почёт Билдәһе» һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Күл-Ҡуңҡаҫ ауылынан.
- Сафин Фаил Ғабдулла улы (1959), социолог-ғалим. 1994 йылдан Этнологик тикшеренеүҙәр институты хеҙмәткәре, 1996 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2004 йылдан — этнополитология бүлеге мөдире. Тарих фәндәре докторы (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре.
- Шергенг Наталия Алексеевна (1959), философ-ғалим. 2003—2006 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы директорының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса, 2006—2012 йылдарҙа фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. Философия фәндәре докторы (2003), профессор (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Фёдоровка районы Бала Сытырман ауылынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1775: Андре Мари Ампер, Франция физигы, математик.
- 1920: Федерико Феллини, Италия кинорежиссёры. биш тапҡыр «Оскар» премияһы лауреаты.
- 1935: Геннадий Кулик, СССР һәм Рәсәйҙең хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре, сәйәсмән.
- 1937: Минтимер Шәймиев, Татарстан Республикаһының беренсе Президенты.
- 1952: Ирина Аллегрова, эстрада йырсыһы, Рәсәйҙең халыҡ артисы (2010).
- 1977: Ғәлимйән Ҡарамышев, башҡорт театр актёры, РСФСР‑ҙың (1955) һәм БАССР‑ҙың (1940) халыҡ артисы.
- 1985: Вәзих Исхаҡов, яҙыусы, БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981), Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты.