18 декабрь
көнө
18 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 352-се көнө (кәбисә йылында 353-сө). Йыл тамамланыуға 13 көн ҡала.
18 декабрь | |
![]() |
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Мигранттар көнө.
- БМО: БМО-ла Ғәрәп теле көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1833: Рәсәй империяһының «Боже, Царя храни!» исемле гимны тәүге тапҡыр башҡарыла.
- 1865: АҠШ Конституцияһына ҡоллоҡто юҡҡа сығарған 13-сө төҙәтмә раҫлана.
- 1876: Петербургтың Ҡазан майҙанында эшселәрҙең беренсе демонстрацияһы була.
- 1890: Йырсы Фёдор Шаляпин Өфөлә тәүге тапҡыр сығыш яһай.
- 1892: Пётр Ильич Чайковскийҙың «Щелкунчик» балетының премьераһы була.
- 1958: Бөгөнгө Яңауыл ҡалаһында йәшәүселәр республикала беренсе булып Башҡортостан телевидениеһы тапшырыуҙарын ҡарай башлай.
- 1981: «Ту-160» стратегик бомбардировщигы тәүге осош яһай.
- 2009: «Сапсан» тиҙ йөрөшлө электропоезы даими эксплуатациялауға тапшырыла.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ҡәйүмова Суфия Абдрахман ҡыҙы (1920—5.08.2005), балет артисы. 1938—1969 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. 1955 йылда Мәскәүҙә үткән Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында, Ульяновск (1968) һәм Ленинград (1969) ҡалаларындағы Башҡорт АССР-ы мәҙәниәте көндәрендә ҡатнашыусы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Лягов Александр Васильевич (1950), ғалим-инженер-механик. 1973 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2000—2002 йылдарҙа «Недра» технопаркының башҡарма директоры; 2009 йылдан Башҡортостан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект институты хеҙмәткәре; 1991—2009 йылдарҙа «НСЛ» фирмаһы (Өфө) директоры. Техник фәндәр докторы (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2012), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1984). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Шумилов Олег Александрович (1950), актёр. 1981 йылдан Башҡортостан Республикаһы Рус дәүләт академия драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2017). Сығышы менән Ҡурған ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Гәрәев Зәки Фәтхетдин улы (1917—19.02.1994), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1959—1980 йылдарҙа Дәүләкән районы «Родина» колхозы рәйесе. Ленин (1966), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1977) һәм «Почёт Билдәһе» (1964) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районы Имай-Ҡарамалы ауылынан.
- Мироненко Иван Кондратьевич (1927), дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1973—1991 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары, БАССР-ҙың Дәүләт план комитеты рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, отставкалағы I ранг капитаны. 1964—1991 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты. СССР-ҙың энергетика отличнигы, Рәсәй Федерацияһының почётлы транспорт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының почётлы гражданы (2013). Сығышы менән Украинаның Полтава өлкәһе Шишак районы Бухуны ауылынан.
- Харрасов Әсҡәт Мәсғүт улы, (1927—2015), банкир, 1972—1988 йылдарҙа СССР Дәүләт банкыһының Башҡортостан республика контораһының идарасы урынбаҫары, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ватан һуғышы һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Ковалёва Мария Федоровна (1937), Өфө ҡалаһындағы 89-сы мәктәптең педагог-ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Биғлов Йыһандар Ирғәле улы (1918—28.11.2001), ғалим-математик, юғары мәктәп уҡытыусы, 1972—1982 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының математика факультеты деканы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Физика‑математика фәндәре кандидаты (1955).
- Ямалиев Ким Мәсғүт улы (1928–8.03.2012), ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1990), профессор (2009). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998), И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (1983). Сығышы менән хәҙерге Үзбәкстандың Самарҡанд өлкәһе Ҡаттаҡорған ҡалаһынан.
- Сәлихова Эльвина Әхнәф ҡыҙы (1973), тел белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Прибельский ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ғәйнетдин Моталов (1929—21.06.2011), беренсе башҡорт дирижёры, педагог. 1954—1989 йылдарҙа һәм 1993 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры дирижёры, 1973—1980 йылдарҙа — баш дирижёры, бер үк ваҡытта 1970—2003 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың (1980) һәм Башҡорт АССР-ының (1963) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, БАССР-ҙың халыҡ артисы (1969). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955) һәм «Почёт Билдәһе» (1967) ордендары кавалеры.
- Фәрхетдинов Усман Рауил улы (1954), ғалим-терапевт, 1983 йылдан Өфөләге 21-се дауахананың пульмонология бүлеге мөдире, бер үк ваҡытта 2006 йылдан — Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2003). Рәсәй Федерацияһының (2017) һәм Башҡортостан Республикаһының (2001) атҡаҙанған табибы, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2003).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1856 — Джозеф Джон Томсон, Англия физигы.
- 1946 — Стивен Спилберг, АҠШ режиссёры.
- 1956 — Райнхольд Эвальд, Германия астронавы.
- 1963 — Брэд Питт, АҠШ актёры.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1737 — Антонио Страдивари, итальян скрипкасыһы.
- 1829 — Жан Батист Ламарк, француз биологы.
- 1848 — Бернард Больцано, чех математигы.
- 1892 — Ричард Оуэн, инглиз анатомы.
- 1978 — Лев Васильевич Успенский, совет яҙыусыһы.