12 август
көнө
12 август — григориан стиле буйынса йылдың 224-се (кәбисә йылында 225-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 141 көн ҡала.
12 август | |
![]() |
← август → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | 31 | |||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Рәсәй: Хәрби-Һауа Көстәре көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Сутягин Александр Васильевич (1915—10.01.1991), СССР йырсыһы. 1941—1957 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, бер үк ваҡытта Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында БАССР Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Республика радиолаштырыу комитеты дикторы. РСФСР-ҙың (1955) һәм Башҡорт АССР-ының (1949) халыҡ артисы.
- Фәрхетдинов Мирғәй Әхмәй улы (1915—28.03.1944), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, пулемёт ротаһы командиры, өлкән лейтенант.1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1944).
- Мортазина Бәһиә Ниғәмәтйән ҡыҙы (1930—2008), педагог, 1953—1975 йылдарҙа Борай районы Иҫке Бикмәт урта мәктәбе уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Бикембетов Сыңғыҙ Шәйәхмәт улы (1945), хеҙмәт ветераны, нефтехимик. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1981). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Һөләймән ауылынан.
- Бадиков Юрий Владимирович (1950), ғалим-химик-технолог. 1982—1989 һәм 1998—2010 йылдарҙа Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми-тикшеренеү технология институтының лаборатория мөдире, бер үк ваҡытта 2007 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2002). Сығышы менән Могилёв ҡалаһынан.
- Камалов Атлас Закир улы (1950), хужалыҡ һәм партия органдары ветераны, ғалим-агроном. 1991—1995 йылдарҙа Мәсетле район хакимиәте башлығы. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (2005). Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты.
- Рогожникова Татьяна Михайловна (1960), тел белгесе. 1982 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1991―2006 йылдарҙа сит телдәр, 2006 йылдан тел коммуникацияһы һәм психолингвистика кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2015 йылдан ― ректорат советнигы. Филология фәндәре докторы (2000), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2009). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылынан.
- Сәхибгәрәева Мәүлиҙә Фән ҡыҙы (1960), табип-терапевт, Өфөнөң 13-сө ҡала клиник дауаханаһының бүлек етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Цыбин Иван Максимович (1922—26.07.1996), Советтар Союзы Геройы (1944). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Һуғыштан һуң Башҡортостан Республикаһының Федоровка районында йәшәй һәм эшләй. Сығышы менән Ырымбур өлкәһенең Шарлыҡ районы Новофедоровка ауылынан.
- Авдиенко Виктор Николаевич (1947), «Газпром Нефтехим Салауат» (2011 йылға тиклем «Салауатнефтеоргсинтез») берекмәһе «Мономер» заводының элекке ҡоролма начальнигы. Башҡортостандың атҡаҙанған химигы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Наркевич Иван Иосифович (1938), нефть һәм газ сығарыу объектарын төҙөүҙә ҡатнашҡан хеҙмәт ветераны, 1968—1998 йылдарҙа «Востокнефтепроводстрой» ойошмаһы бульдозерсыһы, 1970 йылдан — таҙартыу машинаһы машинисы. СССР Нефть‑газ төҙөлөшө министрлығының почётлы хеҙмәткәре (1988). Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Беларусь Республикаһының Витебск өлкәһе Пуховка ауылынан.
- Хаматшин Фәнзир Хаматхан улы (1938), ауыл хужалығы ветераны, 1960—1995 йылдарҙа Кушнаренко районының Ленин исемендәге колхоз механизаторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған механизаторы (1981).
- Кәримов Роберт Юнир улы (1958), педагог, мәғариф һәм йәмәғәт эшмәкәре. Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжы директоры, 2000—2016 йылдарҙа Стәрлетамаҡ район мәғариф бүлеге етәксеһе. IV саҡырылыш район Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм халыҡ мәғарифы отличнигы.
- Мәхмүтов Салауат Мансур улы (1958), рәссам, Стәрлетамаҡтың 1-се сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ямалеева Анна Александровна (1944), ғалим-биохимик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (2002), профессор (2002). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы Бозор ауылынан.
- Чернов Николай Васильевич (1949), ғалим-табип, юғары мәктәп уҡытыусһыһы. 1986 йылдан Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Суд-медицина экспертизаһы бюроһы етәксеһе. Медицина фәндәре кандидаты (1999). Юғары категориялы суд-медицина эксперты. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1985). РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1990).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1820: Авдотья Панаева, Рәсәй империяһы яҙыусыһы, мемуарсы.
- 1920: Валентин Филатов, цирк артисы, дрессировщик, СССР-ҙың халыҡ артисы (1969).
- 1930: Джордж Сорос, АҠШ финансисы һәм йәмәғәт эшмәкәре, сығышы менән Венгриянан.
- 1950: Рон Маел, «Sparks» поп-рок төркөмө музыканты һәм йыр текстары авторы.
- 1950: Александр Сидельников, СССР хоккейсыһы, ҡапҡасы, олимпия һәм ике тапҡыр донъя һәм Европа чемпионы.
- 1960: Лоран Финьон, Франция спортсыһы, велосипедта уҙышыусы, «Тур-де-Франс» (1983, 1984) һәм «Джиро д’Италия» (1989) ярыштары еңеүсеһе.
- 1980: Доминик Суэйн, АҠШ актрисаһы, «Лолита» (1997) фильмында төп ролде башҡарыусы.
- 1990: Марио Балотелли, Италия футболсыһы, Европаның 2012 йылғы чемпионатының көмөш призёры.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1952: Давид Бергельсон, СССР яҙыусыһы.
- 1922: Әминев Миңлетдин Ғилметдин улы, Советтар Союзы Геройы (1943).
- 1991: Ғайсин Хәсән Назар улы, Советтар Союзы Геройы (1945).