26 май
көнө
26 май — григориан стиле буйынса йылдың 146-сы (кәбисә йылында 147-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 219 көн ҡала.
26 май | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
26 май Викимилектә |
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Ялан аяҡ йөрөү көнө.
- Гайана: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Германия: Атайҙар көнө.
- Грузия: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Польша: Әсә көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Эшҡыуарҙар көнө.
- Атлылар (һыбайлылар) көнө).
- Тажикстан: Адвокаттар көнө.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ҡунафина Елена Рафаэлевна (1965), ғалим-психиатр. 1988 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы; бер үк ваҡытта 1989—1992 һәм 1994—2003 йылдарҙа 1-се Республика психиатрия дауаханаһы табибы. Медицина фәндәре докторы (2009). Рәсәй Федерацияһының (2012) һәм Башҡортостан Республикаһының (2010) һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Мильшин Владимир Иванович (1965), спортсы, педагог. 1996 йылдан Ишембайҙағы Олимпия резервы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең тренер-уҡытыусыһы. 1998 йылдан халыҡ-ара шашка уйындары буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы, халыҡ-ара гроссмейстер (1994), Рәсәй гроссмейстеры (2000). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2002). 1999—2005 йылдарҙа «Башнефть» шашка клубы өсөн сығыш яһаусы. Классик программа буйынса РСФСР (1988) һәм СССР Ҡораллы Көстәре (1983—1992) чемпионы. Команда зачётында донъя (2000) һәм клубтар араһында Европа (2000—2001) чемпионы.
- Хәсәнова Лилиә Рауил ҡыҙы (1970), ғалим-философ, 1992 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2001—2004 йылдарҙа философия һәм социология факультеты деканы урынбаҫары, 2004—2006 йылдарҙа хәҙерге этика, культурология һәм йәмәғәтселек менән бәйләнештәр кафедраһы мөдире. Философия фәндәре кандидаты (2000), доцент (2002). Сығышы менән хәҙерге Төркмәнстандың Байрам-Али районының Берҡарар (2016 йылға тиклем Равнина) ҡасабаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Сәмиғуллин Рафаэль Исхаҡ улы (1941—1994), комсомол, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
- Исмәғилева Ләйлә Заһир ҡыҙы (1946), юғары мәктәп ветераны, композитор, музыкант, педагог, йәмәғәтсе. 1973 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. 1972 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1979 йылдан композиция кафедраһы мөдире, 1990—1991 йылдарҙа фәнни эштәр буйынса проректор. Профессор (2005). Бер үк ваҡытта 2013 йылдан Башҡортостан Республикаһы Композиторҙар союзы идараһы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012), Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡорт АССР-ының (1984) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. РСФСР Композиторҙар союзының Д. Шостакович исемендәге премияһы (1978), Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2018) лауреаты.
- Халиҡов Айҙар Шәрифйән улы (1961), энергетик, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре, муниципаль хеҙмәткәр. 2005—2008 йылдарҙа Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Альбанов Валериан Иванович (1882—1919), алыҫҡа йөҙөү штурманы, поляр тикшеренеүсе, сәйәхәтсе, яҙыусы, ғалим. «Святая Анна» пар шхунаһында дрейфта ҡатнашыусы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Баймурзина Мөнирә Яхия ҡыҙы (1942—12.12.2010), сауҙа алдынғыһы. 1967—1997 йылдарҙа Әбйәлил районы Амангилде ауыл магазины һатыусыһы, мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре (1992), СССР ҡулланыусылар кооперацияһы отличнигы (1985), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1987). Сығышы менән ошо райондың Рысҡужа ауылынан.
- Ғәлимов Баязит Сабирйән улы (1942), ғалим-философ, юғары мәктәп эшмәкәре. 1989—1996 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректоры, артабан 2005 йылға тиклем — беренсе проректор. Философия фәдәре докторы (1989), профессор (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1997). Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1986).
- Ямалиев Памир Камалетдин улы (1942—27.03.1999), СССР һәм Рәсәй биатлонсыһы, тренер. Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1994), биатлон буйынса спорт мастеры (1969). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Ташауыл ауылынан.
- Филимонов Михаил Алексеевич (1947), ғалим-тарихсы, комсомол органдары һәм юғары мәктәп ветераны. Тарих фәндәре докторы (2004), профессор (2006). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2006). 1985 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1992—1996 йылдарҙа гуманитар факультет деканы урынбаҫары. Сығышы менән хәҙерге Мари Иле Республикаһының Елка ауылынан.
- Вәлиева Лилиә Әнүәр ҡыҙы (1952), ғалим-фармаколог, йәмәғәтсе. 1978 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1988—1994 йылдарҙа өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2003 йылдан — 2‑се фармакология кафераһы мөдире, бер үк ваҡытта 2004 йылдан — фармацевтика факультеты деканы. 2003 йылдан Башҡортостан Республикаһының Фармакологтар йəмғиəте рəйесе. Медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2000).
- Кәбиров Ирек Ғәҙелгәрәй улы (1957—10.11.2014), табип-хирург, йәмәғәтсе. 1982 йылдан Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһы хирургы, бүлек мөдире; 1994—1998 йылдарҙа — дауахананың баш табибы; 2004—2014 йылдарҙа хирургия бүлеге мөдире. Бер нисә саҡырылыш район Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Өфө районы Черновка ауылынан.
- Әминев Фәнил Ғәбдрафиҡ улы (1962), ғалим-тарихсы, муниципаль хеҙмәткәр, тренер-уҡытыусы. 1998 йылдан Сибай ҡала хакимиәтенең спорт комитеты рәйесе, 2009 йылдан Башҡорт дәүләт университеты Сибай институтының физик культура кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре кандидаты (2005). Еңел атлетика буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1985). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2012), Иң яҡшы физик культура хеҙмәткәре (1997) һәм күренекле спортсыһы (2010). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Аҡморон ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Яхин Рәхимйән Хәйретдин улы (1923—22.06.1999), педагог, мәғариф, партия органдары һәм ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1949 йылдан Баймаҡ районы «Йылайыр» игенселек совхозының партия ойошмаһы секретары, 1951 йылдан ВКП (б) район комитетының икенсе секретары, 1959—1967 йылдарҙа «Йылайыр» совхозы директоры. Башҡорт АССР-ының бишенсе (1959—1963) алтынсы (1963—1967) һәм етенсе (1967—1971) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ленин (1966), 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) һәм «Почёт Билдәһе» (1957) ордендары кавалеры. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Сығышы менән ошо райондың Үрге Таулыҡай ауылынан.
- Ниғәмәтов Фәрит Кинйәғәли улы (1948), механизатор. 1970 йылдан Хәйбулла районы «Матрай» совхозының Первомайский бүлексәһе тракторсыһы, 1987—2008 йылдарҙа — бүлексә идарасыһы. 2-се (1981) һәм 3-сө (1976) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендары кавалеры. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамоталары менән бүләкләнеүсе (1984, 1987). Сығышы менән ошо райондың 1-се Мырҙа ауылынан.
- Супрун Евгений Григорьевич (1953), педагог, музыкант. Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) уҡытыусыһы. Рәсәйҙең (2006) һәм Башҡортостан Республикаһының (1995) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, төрлө ижади конкурс һәм фестивлдәр лауреаты.
- Мәүлетдинов Альберт Рөстәм улы (1998), спортсы. Кикбоксинг буйынса спорт мастерлығына кандидат (2012). Донъя (2009) һәм Европа (2008) чемпионы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районының Сиҙәм ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Кулаева Ольга Николаевна (1929), ғалим-үҫемлектәр физиологы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (2002), биология фәндәре докторы (1971), профессор (1976). СССР Фәндәр академияһының К. А. Тимирязев исемендәге премияһы лауреаты (1976), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2005). Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1986). Сығышы менән Мәскәү ҡалаһынан.
- Ҡорбанғәлиев Марат Шамил улы (1949—9.02.2022), театр актёры.1999—2022 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрының рус труппаһы актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2015). Ҡаҙағстандың Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1977).
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1907: Джон Уэйн, АҠШ-тың кино актёры. «Оскар» һәм «Алтын глобус» премиялары лауреаты (1970).