9 март
көнө
9 март — григориан стиле буйынса йылдың 68-се (кәбисә йылында 69) көнө. Йыл аҙағына тиклем 297 көн ҡала.
9 март | |
![]() |
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Ди-джей көнө.
- Ливан: Уҡытыусылар көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1497: Николай Коперник тәүге астрономик күҙәтеүҙәр үткәрә.
- 1858: Филадельфияла почта йәшнигенә патент алына.
- 1918: Совет Рәсәйенең баш ҡалаһы Петроградтан Мәскәүгә күсерелә.
- 1919: Мәскәүҙә Башҡорт хөкүмәте вәкилдәре һәм үҙәк Совет власы араһында Башҡортостандың совет автономияһы тураһында баштағы килешеү төҙөлә.
- 1972: Нижневартовск эшселәр ҡасабаһына ҡала статусы бирелә.
- 1990: Берлинда Германияның берләшеүе хаҡында һөйләшеүҙәр башлана.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Нурҡаев Талип Латип улы (1925—24.09.1997), нефтсе, 1951—1985 йылдарҙа «Туймазынефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының 9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Советтар Союзы Геройы (1944), РСФСР-ҙың атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1985), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1975), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе. СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1979). Октябрьский ҡалаһының почётлы гражданы.
- Мирзаянов Вил Солтан улы (1935), ғалим-химик. 1965—1992 йылдарҙа Дәүләт Органик химия һәм технологиялар ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, 1986 йылдан — бүлек начальнигы. 1996 йылдан АҠШ-тың Нью Джерси штатындағы Принстон университеты хеҙмәткәре. Химия фәндәре докторы (1985), профессор (1985). Кавалло премияһы лауреаты (1996).
- Солдатов Юрий Фёдорович (1940), скульптор. 1977 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1999).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ихсанов Марат Мөхәмәтдин улы (1941), мәғариф ветераны, йәмәғәтсе. 1975 йылдан Күгәрсен районы Ҡалдар урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1980—2006 йылдарҙа — директоры. Күгәрсен район Советының элекке рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы. Сығышы менән ошо райондың Моҡас ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Гәрәев Ғилимхан Ғилмөғәле улы (1947), уҡытыусы, методист. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Рим Хәсәнов (1947), композитор, яҙыусы. 1973 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты (1976), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1979), Татарстандың Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2009).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Камалов Миңлеғәли Хажиғәли улы (1928—8.04.1998), ғалим-табип-хирург, дәүләт һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәре. 1960—1987 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының һаулыҡ һаҡлау министры. БАССР-ҙың 6—11 саҡырылыш Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Медицина фәндәре кандидаты (1959). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1998), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1975). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм ике «Почёт Билдәһе» ордендары (1961, 1966) кавалеры.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Гоц Сергей Степанович (1954), ғалим-радиофизик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1998), профессор (1999). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1991).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1845: Николай Кутейников, Рәсәй империяһының хәрби-диңгеҙ эшмәкәре, караптар эшләүсе.
- 1885: Тамара Карсавина, Рәсәй империяһы балеринаһы.
- 1890: Вячеслав Молотов, СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре.
- 1910: Александр Константинов, СССР Дәүләт именлеге комитетының сик буйы ғәскәрҙәре полковнигы, Советтар Союзы Геройы (1941).
- 1930: Афанасий Кочетков, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1976).
- 1934: Юрий Гагарин, Ерҙең беренсе космонавы.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1814: Тарас Григорьевич Шевченко, Украина шағиры рәссам.
- 1966: Мөхәммәтша Буранғолов, Башҡортостандың халыҡ сәсәне (1944).
- 1992: Менахем Бегин, Израилдең сәйәси эшмәкәре, Нобель премияһы лауреаты.