3 май
көнө
3 май — григориан стиле буйынса йылдың 123-се (кәбисә йылында 124-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 242 көн ҡала.
3 май | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
![]() |
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2023 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Бөтә донъя матбуғат азатлығы көнө.
- Ер: Ҡояш көнө.
- Ҡурылдай астмаһы менән көрәш көнө.
- Төркиселек көнө.
- «Уйҙағы ыңғайлыҡ өсөн» көнө.
- Өндәшмәү көнө.
Төбәк байрамдары
- Ҡарасай-Черкес Республикаһы: Ҡарасай халҡының тыуған иленә ҡайтыу көнө.
- АҠШ: Уҡытыусылар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Кондитерҙар көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Шакиров Рәфҡәт Миҙхәт улы (1945), ғалим-инженер-механик, йәмәғәтсе. 1986 йылдан Үткәргес торбаларҙы, яғыулыҡ энергетика комплексы объекттарын төҙөү һәм файҙаланыу буйынса Бөтә Союз ғилми-тикшеренеү институтының (Мәскәү) генераль директоры, 1995—1999 йылдарҙа — президенты. Рәсәй Федерацияһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты. Техник фәндәр докторы (1985), профессор (1991). РСФСР-ҙың (1986) һәм Башҡорт АССР-ының (1980) атҡаҙанған төҙөүсеһе, Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1995), СССР Газ сәнәғәте министрлығы отличнигы (1986), СССР Нефть һәм газ сәнәғәте предприятиеларын төҙөү министрлығының почётлы хеҙмәткәре (1991). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1983), «Почёт Билдәһе» (1975) һәм Дуҫлыҡ (1995) ордендары кавлеры.
- Бәҙретдинов Сәлимйән Миңләхмәт улы (1950), ғалим-филолог, журналистика ветераны, яҙыусы. 1983 йылдан «Совет Башҡортостаны» һәм «Башҡортостан» гәзитенең Белорет зонаһы буйынса үҙ хәбәрсеһе, 1996 йылдан «Китап» нәшриәтенең баш мөхәррире, 1999—2015 йылдарҙа «Ватандаш» журналының баш мөхәррир урынбаҫары. 1988 йылдан СССР Журналистар союзы, 2000 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (2010). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия һәм Учалы районының Муса Мортазин исемендәге премияһы лауреаты (икеһе лә — 1996).
- Михайлюк Татьяна Александровна (1950), йырсы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының элекке вокалсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Хәлилов Азамат Самат улы (1970—27.05.2018), театр һәм кино актёры. 1992—2018 йылдарҙа Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2000) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2000).
- Елистратов Семён Андреевич (1990), спортсы. Шорт-трек буйынса 2007 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Эстафетала 2014 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындары чемпионы. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2013). Рәсәйҙең Дуҫлыҡ (2014) һәм Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев (2014) ордендары кавалеры.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ғабдулла Сәиди (1836—1.09.1914), башҡорт дин әһеле, ишан, мәғрифәтсе, яҙыусы һәм шағир.
- Мосолов Георгий Константинович (1926—17.03.2018), хәрби хеҙмәткәр, лётчик-һынаусы, полковник, йәмәғәтсе. 1944—1966 йылдарҙа СССР Ҡораллы Көстәрендә хәрби хеҙмәттә; 1969—1973 йылдарҙа СССР-ҙың Хоккей федерацияһы рәйесе. Советтар Союзы Геройы (1960), СССР-ҙың атҡаҙанған һынаусы лётчигы (1967) һәм атҡаҙанған спорт мастеры (1965). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Шестаков Борис Иванович (1936–21.01.2011), хормейстер, дирижёр, композитор. 1968 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, профессор. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Сығышы менән хәҙерге Омск өлкәһенең Называйск ҡалаһынан.
- Исмәғилева Рәҡиә Әхмәтғәли ҡыҙы (1946), хеҙмәт ветераны, ауыл хужалығы алдынғыһы. Көйөргәҙе районы «Таймаҫ» совхозының элекке һауынсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы.
- Ғәзетдинова Илһөйәр Ибраһим ҡыҙы (1951), театр актёры. 1982 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1972 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2003), Башҡортостан (1990) һәм Татарстан (1997) Республикаларының халыҡ артисы. Мәжит Ғафури исемендәге премия лауреаты. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Билалова Любовь Васильевна (1957), хеҙмәт ветераны. 1977—2013 йылдарҙа Сибай район-ара электр элемтәһе узелының өлкән электромеханигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе (2011). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Ишей ауылынан.
- Ғәбитов Азат Исмәғил улы (1962), ғалим-инженер-төҙөүсе. 1984 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1998), профессор(2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Һибәтуллин Ирмөхәмәт Мырҙағәли улы (1943), табип-невролог, Сибай медицина училищеһының 1972—1976 йылдарҙағы директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Точисский Павел Варфоломеевич (1864—10.07.1918), революцион хәрәкәт эшмәкәре. Дворян. 1898 йылдан РСДРП ағзаһы. 1918 йылдың мартынан Белореттың Хәрби‑революцион комитеты һәм РКП(б)-ның ҡала комитеты рәйесе, Белорет округының хәрби комиссары.
- Шиманов Николай Степанович (1919—2.06.1988), ғалим-гистолог, юғары мәктәп эшмәкәре. 1958—1961 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының фәнни эштәр буйынса проректоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Биология фәндәре докторы (1954), профессор (1954). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Быуа районы Ҡырлаңғы ауылынан.
- Ғилметдинов Айҙар Рәшит улы (1974), ғалим-хирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2007). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1740: Михельсон Иван Иванович, Рәсәй империяһының хәрби эшмәкәре, кавалерия генералы.
- 1860: Джон Скотт Холдейн, Шотландия физиологы, тын алыуҙы тикшереп-өйрәнеүгә арналған хеҙмәттәр авторы.
- 1870: Александр Бенуа, Рәсәй империяһы рәссамы.
- 1900: Фёдор Никитин, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1969).
- 1900: Николай Яковченко, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, Украина ССР-ының халыҡ артисы (1970).
- 1905: Мари Глори, Франция актрисаһы.
- 1910: Елена Юнгер, СССР актрисаһы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1957).
- 1941: Нона Гаприндашвили, СССР һәм Грузия шахматсыһы, бишенсе донъя чемпионы.
- 1950: Мэри Хопкин, Бөйөк Британия йырсыһы, йырҙар авторы.
- 1965: Михаил Прохоров, Рәсәй бизнесмены, сәйәсмән.
- 1985: Данила Козловский, Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, «Алтын бөркөт» һәм «Ника» премиялары лауреаты.