17 сентябрь
көнө
17 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 260-сы көнө (кәбисә йылында 261-се). Йыл аҙағына тиклем 105 көн ҡала.
17 сентябрь | |
![]() |
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | |||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1773 — Ырымбур губернаһында Емельян Пугачёв етәкселегендә Крәҫтиәндәр һуғышы тоҡана.
- 1787 — АҠШ Конституцияһы ҡабул ителә.
- 1934 — Беренсе грампластинка сығарыла.
- 1954 — «Яңы Ер» архипелагында ядро ҡоралдары һынау полигоны сафҡа индерелә.
- 1988 — Сеулда XXIV Олимпия уйындары башлана.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Йомағолова Венера Әхмәт ҡыҙы (1955), хеҙмәт ветераны, кинорежиссёр, тележурналист. 1987—2012 йылдарҙа «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы хеҙмәткәре. 2002 йылдан Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2006), төрлө кимәлдәге ижади конкурстар лауреаты.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ҡолбахтин Нәзир Мырҙабай улы (17.09.1941), тарихсы-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1997), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2003). Башҡортостан Фәндәр академияһының Р. Ғ. Кузеев исемендәге премия лауреаты (2009).
- Ғәзизуллин Исмәғил Ҡорбан улы (17.09.1946), рәссам. 1990 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Усманов Салауат Мөҙәрис улы (17.09.1947), юғары мәктәп һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим. Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы директоры. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитет ағзаһы. Физика-математика фәндәре докторы (1996), профессор. Рәсәй Федерацияһының почётлы фән һәм техника эшмәкәре (2007), юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2005), почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1999), РСФСР-ҙың халыҡ мәғариф отличнигы (1989), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1997), мәғариф отличнигы (1997), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2007). Сығышы менән Саҡмағош районының Үрге Ҡаръяуҙы ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Дауытов Әнүәр Хәлил улы (17.09.1928), хәрби хеҙмәткәр, Корея һуғышы ветераны. 1957 йылдан КПСС ағзаһы.
- Попов Пётр Владимирович (17.09.1943), табип-ғалим, травматолог-ортопед. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге поликлиникаһының элекке баш табибы. Медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. СССР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы.
- Ҡаһарманов Рәхимйән Тимерғәле улы (17.09.1948), ауыл хужалығы ветераны. 1970—2012 йылдарҙа Баймаҡ районының «Октябрь» хужалығы механизаторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Закиров Мөхәмәтхан Хажи улы (17.09.1934—5.06.1996), ғалим-библиограф. 1956—1963 йылдарҙа хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының библиография бүлеге мөдире, 1963—1973 йылдарҙа — директор урынбаҫары, 1973—1995 йылдарҙа — директоры. Педагогия фәндәре кандидаты (1971). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981).
- Аҙнаев Салауат Сәйфулла улы (17.09.1939–19.01.2012), инженер-химик, хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре, 1992—1998 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының тышҡы бәйләнештәр министры урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1979). «Почёт Билдәһе» (1981) һәм Дуҫлыҡ (1999) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылынан.
- Измайлов Руслан Борисович (17.09.1939–5.02.2002), ғалим-инженер-технолог, юғары мәктәп эшмәкәре. 1970 йылдан Өфө нефть институты уҡытыусыһы, 1979 йылдан — химик‑технологик процестар кафедраһы мөдире, 1984 йылдан — Салауат филиалы директоры. Техник фәндәр кандидаты (1973), профессор (1995). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1981), СССР-ҙың юғары мәктәп отличнигы. СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1986). Сығышы менән хәҙерге Ҡаҙағстандың Ҡарағанда өлкәһе Олотау районы Ҡарсаҡбай ҡасабаһынан.
- Риф Мифтахов (1939—22.04.2020), шағир, журналист, тәржемәсе. 1976 йылдан СССР-ҙың Яҙыусылар, 1970 йылдан — Журналистар союздары, 1997 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Кинематографистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990). Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премия лауреаты (2002). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014).
- Яҡупов Мансур Ҡалтай улы (17.09.1939—27.09.1973), биҙәү-ғәмәли сәнғәт рәссамы, скульптор. 1965 йылдан РСФСР Художество фондының Башҡортостан бүлексәһе рәссамы. 1968 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты (1969).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1854 — Дэвид Бьюик, Америка автоинженеры һәм сәнәғәтсеһе.
- 1857 — Константин Циолковский, космонавтикаға нигеҙ һалыусы.
- 1914 — Грет Мостни, Австрия сығышлы Чили ғалим-антропологы.
- 1916 — Юмжагийн Цэдэнбал, Монгол Халыҡ Республикаһының сәйәси эшмәкәре, МХР Маршалы (1979).
- 1985 — Александр Овечкин, Рәсәй хоккейсыһы.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1836 — Антуан Лоран де Жюссьё, француз ботанигы.
- 1948 — Рут Бенедикт, Америка философы.
- 1958 — Фридрих Адольф Панет, немец химигы.
- 1987 — Муса Гәрәев, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби осоусы, гвардия полковнигы (1956), ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы (23.02.1945; 19.04.1945).