26 февраль
көнө
26 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 57-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 308 көн ҡала (кәбисә йылында 309).
26 февраль | |
![]() |
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Ашыҡмаусанлыҡ көнө.
- Кувейт: Азат итеү көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1658 йыл: Швеция һәм Дания араһында Роскилле солох килешеүе төҙөлә.
- 1706: Ихтилал барышында бөтә башҡорт йыйынында батша Пётр I мөрәжәғәтнамә төҙөлә, уны Мәскәүгә алып барыу өсөн Дөмәй Ишкәев етәкселегендә 8 кешенән торған илселәр делегацияһы һайлана.
- 1712: Рәсәй империяһында Петр I ҡарары менән Тула ҡорал заводы нигеҙләнә.
- 1714: Петр I гвардия полктарында рядовой булып хеҙмәт итмәгән дворяндарға офицер чины биреүҙе тыйған ҡарар сығара.
- 1815: Эльбаға һөргөнгә ебәрелгән Наполеон Бонапарт утрауҙан ҡаса.
- 1832: Польша Рәсәй империяһы составына инә, сеймын һәм үҙ армияһын юғалта.
- 1848: Францияла дворян титулдары бөтөрөлә.
- 1878: Француз телсеһе Эмиль Литтре ғалим Шарль Эммануэль Седийо үтенесе буйынса микроб терминын уйлап сығара.
- 1878: Львовта украин яҙыусыһы Иван Франкоға ҡарата суд процесы башлана.
- 1886: Горловкала Рәсәй империяһында тәүге терегөмөш етештерелә.
- 1917: Петроградта сыуалыш. Дәүләт Думаһы таратыла. Көндөҙгө 12-нән яңы митингылар башлана, улар ҡорал көсө менән туҙҙырыла. Ҡалала баррикадалар барлыҡҡа килә. Дөйөм стачка һәм армияның инҡилапсылар яғына сығыуы башлана.
- 1917: «Victor» фирмаһының Нью-Йорктағы студияһында тәүге джаз грампластинкаһы яҙҙырыла.
- 1919: АҠШ-та Аризона штатында Гранд-Каньон милли паркы булдырыла.
- 1924: Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты ҡарары менән Грозный ҡалаһы Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә («хеҙмәтсәндәрҙең контрреволюцияға ҡаршы батырҙарса көрәше һәм артабан нефть сәнәғәтен төҙөкләндереүе өсөн).
- 1925: СССР һәм Япония араһында дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыла.
- 1925: СССР-ҙа Коми-Пермяк округы булдырыла.
- 1935: Уйлап табыусы Роберт Уотсон-Уотт «радар» (RAdio Detection And Ranging) яйланмаһының тәүге тәжрибәләрен үткәрә.
- 1943: Өфөлә музыка тәрбиәләнеүселәре интернат-мәктәбе (хәҙер Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты) асыла.
- 1954: АҠШ-та тәүге фотойыйыулы типография машинаһы эшләнә.
- 1955: «Норт Америкэн» фирмаһының осоусы-һынаусыһы Джордж Смит тарихта тәүге тапҡыр тауыштан шәберәк тиҙлектә уңышлы катапультланыу яһай.
- 1986: Михаил Сергеевич Горбачёв «Тиҙләнеш» курсын иғлан итә.
- 1990: Чехословакия территорияһынан совет ғәскәрҙәре сығарыла башлай.
- 1991: Сәддам Хөсәйен Ираҡ ғәскәрҙәренә Күвейттан сығырға бойороҡ бирә.
- 1993: Рәсәй аграр фирҡәһенең ойоштороу йыйылышы үтә.
- 1995: Бөйөк Британияның иң боронғо банктарының береһе — 1762 йылда нигеҙләнгән «Бэррингс» бөлгөнлөккә төшә.
- 1995: Тажикстан тәүге парламент һайлауҙары үтә.
- 2004: Латвия сеймы илдең НАТО-ға инеүе тураһында закон ҡабул итә.
- 2006: Туринда ХХ Ҡышҡы Олимпия уйындары тамамлана.
- 2013: Өфөлә VI Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындары асыла.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Туҡаев Рәмил Ғилаж улы (1960), хужалыҡ эшмәкәре. 1985 йылдан Көйөргәҙе районы Киров исемендәге колхоз һәм ауыл хужалығы етештереү кооперативы агрономы һәм баш агрономы, 2014—2018 йылдарҙа — кооператив рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре 2003). Сығышы менән ошо райондың Иҫке Мораптал ауылынан.
- Ғарипов Тимур Мөхәммәт улы (1975), театр һәм кино актёры, шағир һәм йырсы. 1996 йылдан Башҡортостан Республикаһының Рус дәүләт академия драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр дәүләт премияһы (2003) һәм «Башҡортостан Республикаһының йәш йондоҙо» («Молодая звезда РБ») премияһы лауреаты (Өфө, 2003).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Арыҫланғолов Барый Кинйәбулат улы (1926—6.10.1996), партия һәм дәүләт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1973—1985 йылдарҙа КПСС-тың Стәрлебаш район комитетының беренсе секретары. КПСС-тың XXV съезы делегаты, Башҡорт АССР-ының 9-сы һәм 10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, ике «Почёт Билдәһе» һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.
- Вәлиев Шамил Зөфәр улы (1951), ғалим-иҡтисадсы. 1987 йылдан Мәскәү технология институтының Өфө филиалы һәм Өфө дәүләт сервис институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1990 йылдан — уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор, бер үк ваҡытта 1995 йылдан — инженер графикаһы кафедраһы мөдире; 2003 йылдан — беренсе проректор, 2008 йылдан — мәғариф сәйәсәте буйынса проректор, 2013 йылдан — стратегик үҫеш идаралығы начальнигы, бер үк ваҡытта 2008 йылдан төбәк иҡтисады һәм идара итеү кафедраһы мөдире. Иҡтисад фәндәре докторы (2003), профессор (2005). Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү тармағының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2001), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006).
- Данилов Николай Иванович (1951), хәрби эшмәкәр, осоусы, генерал-лейтенант. Рәсәйҙең Хәрби-Һауа көстәре һәм һауа һөжүменән һаҡланыу ғәскәрҙәре 14-се армияһының элекке командующийы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған хәрби осоусыһы. III дәрәжә «Ҡораллы Көстәрҙә Ватанға хеҙмәт иткән өсөн», «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» һәм II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордендың миҙалы кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районынан.
- Гилева Наталья Георгиевна (1956), ғалим-химик. 1978 йылдан СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Органик химия институты хеҙмәткәре, 1990 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1996—2008 йылдарҙа поликонденсация төркөмө етәксеһе. Химия фәндәре докторы (2011).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Вилданов Әхмәт Шафиҡ улы (1932), төҙөүсе, хужалыҡ эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһының () һәм Башҡортостан Республикаһының () атҡаҙанған төҙөүсеһе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ () һәм «Почёт Билдәһе» () ордендары кавалеры.
- Йомағолов Илшат Хәлил улы (1932—3.11.2007), башҡорт театр актёры, драматург, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1953 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы, 1989 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР‑ҙың (1979) һәм Башҡорт АССР-ының (1976) атҡаҙанған артисы.
- Ғәзизова Зәйтүнә Сабир ҡыҙы (1937), опера йырсыһы, 1982 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1986).
- Мирғәзәмов Марат Парис улы (1942), СССР-ҙың партия, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1986—1992 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Кабинеты Рәйесе.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ниғмәтуллин Хәлит Миңнулла улы (1943), Шишмә районы «Луч» колхозының элекке механизаторы, Башҡорт АССР-ының XXI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ленин, Октябрь Революцияһы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Кобляков Николай Владимирович (1973), Рәсәй эшҡыуары, ҡарттар йорттарының илдәге иң ҙур селтәрен — Senior Group компанияһын ойоштороусы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ғәбиҙуллин Фәнзил Нәғим улы (1939), мәғариф эшмәкәре. 1971—1998 йылдарҙа Шишмә район мәғариф бүлеге мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Бәкеров Әнүәр Әкрәм улы (1964), ғалим-хирург, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2014—2018 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министры, 2018 йылдың октябренән — Башҡорт дәүләт медицина университеты проректоры. Медицина фәндәре докторы (2001), профессор (2002).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1855: Николай Насонов, Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың ғалим-зоологы, академик.
- 1862: Фанни Брате, Швеция рәссамы.
- 1910: Сергей Горшков, СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, флот адмиралы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы.
- 1920: Михаил Меерович, СССР композиторы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1981).
- 1940: Вячеслав Глазычев, СССР һәм Рәсәй ғалимы һәм йәмәғәт эшмәкәре, тәнҡитсе, тәржемәсе һәм публицист. Профессор.
- 1954: Рәжәп Эрдоған, Төркиәнең 12-се президенты (2014 йылдан).
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 2005: Джеф Раскин, «Macintosh» компьютерын төҙөүсе.