18 март
көнө
18 март — григориан стиле буйынса йылдың 77-се (кәбисә йылында 78-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 288 көн ҡала.
18 март | |
![]() |
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1900: Нидерландтың «Аякс» футбол клубы ойошторола.
- 1942: Бәләбәй энергомеханика заводы эш башлай.
- 1944: БАССР-ҙың 25 йыллығы исемендәге самолёттар эскадрильяһын төҙөүгә 80 миллион һум аҡса йыйған республика эшселәренә
И. В. Сталиндан Рәхмәт телеграммаһы килә. - 1960: СССР-ҙың Үҙәк телевидениеһында «Клуб путешественников» тапшырыуының тәүге эфиры.
- 1965: СССР-ҙың лётчик-космонавы Алексей Леонов кешелек тарихында беренсе булып асыҡ космосҡа сыға.
- 2014: Ҡырым Республикаһы Рәсәйгә ҡушыла.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Юнысов Марат Сабир улы (1940), ғалим-химик. 1990 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Органик химия институтының лаборатория мөдире, директор урынбаҫары, 1994—2015 йылдарҙа — директоры, бер үк ваҡытта 2006—2011 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Президиум рәйесе. Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (2003), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (2016), химия фәндәре докторы (1974), профессор (1983).
- Грешнова Татьяня Павловна (1950), инженер, хужалыҡ эшмәкәре. 1972—2006 йылдарҙа «Газпром Нефтехим Салауат» берекмәһенең участка начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы.
- Чекирова Людмила Дмитриевна (1950), опера йырсыһы. 1995 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, 2011 йылдан — педагог-репетиторы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2000), Төркмән ССР-ының атҡаҙанған (1991) артисы, Төркмән ССР-ының Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1985).
- Мелякова Татьяна Викторовна (1955), архитектор, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1998 йылдан Башҡортостан Республикаһы Архитекторҙар союзының архитектура оҫтаханаһы начальнигы, 2008 йылдан — «Генпроект» йәмғиәтенең баш архитекторы, бер үк ваҡытта 2002—2014 йылдарҙа Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. 1987 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған архитекторы (2004). Сығышы менән Кемерово өлкәһенең Новокузнецк ҡалаһынан.
- Сухоруков Анатолий Михайлович (1960), хужалыҡ эшмәкәре. 2009 йылдан Өфө нефть эшкәртеү заводының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 3-сө һәм 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе, Почёт ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Бәрҙешле ауылынан.
- Шәрипов Ғаяз Закир улы (1960), хужалыҡ эшмәкәре. 2006—2011 йылдарҙа «Башкирская медь» берекмәһенең генераль директоры, 2011 йылдан — «Башкирнефтепродукт» берекмәһенең Урал филиалы директоры. Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған металлургы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Учалы ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Әмин Зөбәйеров (1891—23.05.1963), башҡорт театр актёры. РСФСР-ҙың (1949) һәм Башҡорт АССР-ының (1935) халыҡ артисы. Ленин (1949) һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары (1944, 1955) кавалеры.
- Латипов Мәркәз Карам улы (1926—17.01.1999), хужалыҡ эшмәкәре, нефтсе. Ленин (1964), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1959) ордендары кавалеры. Нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, РСФСР-ҙың (1986), БАССР-ҙың (1976) атҡаҙанған нефтсеһе, СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1976), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1974).
- Нуриев Дамир Әхмәт улы (1941), ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (1996), профессор. Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри биреү хеҙмәткәре (1998), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004).
- Аҡбутина Земфира Хәкимйән ҡыҙы (1966), уҡытыусы, журналист, шағир. Башҡортостан Республикаһы мәғәриф алдынғыһы (2015). Рәсәй Федерацияһының «Иң яҡшы уҡытыусы» конкурсы еңеүсеһе (2007).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Сәйетғәлиев Зифҡәт Ислам улы (1947), ғалим-иҡтисадсы, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр союзы рәйесе, Башҡортостан Республикаһының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Иҡтисад фәндәре докторы. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Осипов Николай Иванович (1952—23.05.2015), бейеүсе, мануаль терапевт. 1976—1996 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Алымов Алексей Михайлович (1923—22.02.2009), мәғариф хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, отделение командиры, кесе сержант. Советтар Союзы Геройы (1945). 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм 3‑сө дәрәжә Дан (1944) ордендары кавалеры. РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы.
- Рәсүл Ҡарабулатов (1968), ҡурайсы, йырсы һәм театр актёры, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1996).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Дойников Алексей Иванович (1919—3.12.2006), ғалим-стоматолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй медицина-техник академияһы академигы, медицина фәндәре докторы (1967), профессор (1969). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, атҡаҙанған табибы һәм почётлы уйлап табыусыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Оло Тәләк ауылынан.
- Лутыев Лутфир Лутыевич (1924—2008), педагог, мәғариф эшмәкәре. 1965—1985 йылдарҙа Кушнаренко ауылындағы 2-се урта мәктәп уҡытыусыһы һәм директоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы. II дәрәжә Ватан һуғышы һәм III дәрәжә Дан ордендары кавалеры.
- Аксёнов Сергей Геннадьевич (1959), ғалим-хоҡуҡ белгесе һәм иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2011 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университетының ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау факультеты деканы. Юридик фәндәр кандидаты (1996), иҡтисад фәндәре докторы (2008), профессор (2010). Журналистар союзы ағзаһы (2005). СССР‑ҙың Граждандар оборонаһы отличнигы (1991), Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының почётлы хеҙмәткәре (2009). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ғиззәтуллин Фәйзи Карам улы (1959), спортсы. Конькиҙа шыуыу спорты буйынса СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1983). Ике тапҡыр Бөтә Союз универсиадаһы чемпионы (1980), ике тапҡыр РСФСР халыҡтары спартакиадаһының бронза призёры (1981). 1980—1982 йылдарҙа СССР йыйылма командаһы ағзаһы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Абрамова Ирина Евгеньевна (1974), спортсы. Пауэрлифтинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы (1996) һәм атҡаҙанған спорт мастеры (2000). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1999). 1997—2001 йылдарҙа Рәсәйҙең йыйылма командаһы ағзаһы.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1780: Василий Давыдов, Рәсәй империяһы офицеры, шағир, декабрист.
- 1858: Рудольф Дизель, Германия инженеры һәм уйлап табыусыһы, беренсе эске яныулы двигатель эшләүсе.
- 1895: Семён Урицкий, СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, Ҡыҙыл Армияның разведка идаралығы начальнигы, комкор.
- 1930: Самвел Григорян, СССР һәм Рәсәй ғалимы, академик.
- 1935: Владимир Санги, СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы.
- 1945: Борис Терещук, СССР волейболсыһы, Олимпия уйындары (1968) һәм Европа (1971) чемпионы.
- 1980: Алексей Ягудин, Рәсәй фигурисы, Олимпия уйындары (2002), дүрт тапҡыр донъя һәм өс тапҡыр Европа чемпионы.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1584: Рәсәй батшаһы Иван IV Грозный.