16 апрель
көнө
16 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 106-сы (кәбисә йылында 107-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 259 көн ҡала.
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | ||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Болгария: Беренсе Конституция көнө.
- АҠШ: Патриоттар көнө.
- Башҡортостан: Милли кейем көнө.
- Әрмәнстан: Полиция хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1905: Рәсәй империяһындағы тәүге профсоюз — Матбуғат эшселәре союзы ойошторола.
- 1929: КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты архивы ойошторола (бөгөн Башҡортостан Республикаһының Милли архивы составында)
- 1934: СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты ҡарары менән «Советтар Союзы Геройы» тигән маҡтаулы исем булдырыла.
- 1945: Совет Армияһының Берлинға һөжүм операцияһы башлана (1945).
- 1955: Ленинградта рус телендә баҫылған «Нева» әҙәби журналының тәүге һаны донъя күрә.
- 2005: Башҡорт Википедияһының тыуған көнө. Туған телебеҙҙәге виртуаль энциклопедияла «Башҡортостан» исемле беренсе мәҡәлә яҙыла.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Корнеева Александра Яковлевна (1915—2.10.1989), театр актёры, педагог. 1947—1970 йылдарҙа Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры актрисаһы, бер үк ваҡытта Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1969). Сығышы менән Мәскәү ҡалаһынан.
- Ҡормаева Әлфиә Әхтәм ҡыҙы (1945), ғалим-аллерголог, дерматолог. 1968—1988 йылдарҙа Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре; 1988—1998 йылдарҙа хәҙерге М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының медицина-биологик белем биреү теорияһы һәм методикаһы кафедраһы мөдире, 1997—2009 йылдарҙа Америка-Башҡорт интерколледжы президенты, 2010 йылдан Канадала эшләй. Медицина фәндәре докторы (1986), профессор (1990). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ганцев Камил Шамил улы (1975), ғалим-онколог. 2000 йылдан Республика клиник онкология диспансеры табибы, бер үк ваҡытта 2005 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2005). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Бейешев Әкрәм Ғибаҙулла улы (1926—2.10.2003), ғалим-тел белгесе. Филология фәндәре кандидаты (1964). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998). Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2017).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Прохоров Михаил Владимирович (1924—28.06.2012), нефтсе, хеҙмәт алдынғыһы. 1951—1987 йылдарҙа Коми АССР‑ындағы сейсморазведка партиялары эшсеһе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
- Сәмиғуллин Рәдис Ниғәмәтйән улы (1939), ғалим-ветеринар врач. Ветеринария фәндәре докторы (1991), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2008), РСФСР ауыл хужалығының социалистик ярыш отличнигы (1976, 1978). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы Оло Баҙраҡ ауылынан.
- Алексеева Ирина Васильевна (1954), ғалим-музыка белгесе, педагог. 1979 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, 2002 йылдан кафедра мөдире, бер үк ваҡытта 2007 йылдан — «Проблемы музыкальной науки» журналының яуаплы секретары. Башҡортостан йәш композиторҙары төбәк конкурсын (Өфө, 2003 йылдан башлап) үткәреү инициаторы һәм ойоштороусыһы. Сәнғәт ғилеме докторы (2006), профессор (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2017) һәм мәғариф отличнигы (2004). Сығышы менән хәҙерге Һамар ҡалаһынан.
- Әхмәтвәлиев Ринат Рәүеф улы (1959), ғалим-химик‑органик. 2005 йылдан — Өфөләге «Синтезнефтехим» ғилми-производство берекмәһенең генераль директоры. Химия фәндәре докторы (2001). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1319: Иоанн II, Франция короле.
- 1495: Петер Апиан, Германия астрономы, математик һәм картограф.
- 1660: Ганс Слоан, Британия табибы, натуралист.
- 1755: Элизабет Виже-Лебрён, Франция рәссамы.
- 1785: граф Дмитрий Николаевич Блудов, Рәсәй империяһы дәүләт эшмәкәре. 1832—1839 йылдарҙа эске эштәр министры, 1861—1863 йылдарҙа Дәүләт советы башлығы.
- 1850: Сидни Гилкрист Томас, Британия металлургы, Томас процессын уйлап сығарыусы.
- 1889: Чарли Чаплин, АҠШ киноактёры, режиссёр һәм сценарист.
- 1890: кенәз Николай Сергеевич Трубецкой, Рәсәй империяһы лингвисы, философ.
- 1910: Леонид Лейманис, СССР кинорежиссёры, Латвия ССР-ының халыҡ артисы (1965).
- 1930: Фёдор Богдановский, СССР спортсыһы, ауыр атлет, 1956 йылғы Олимпия уйындары чемпионы.
- 1945: Николай Мерзликин,СССР һәм Рәсәйҙең кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1983).