8 октябрь
көнө
8 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 281-се көнө (кәбисә йылында 282-се). Йыл аҙағына тиклем 84 көн ҡала.
8 октябрь | |
![]() |
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Баязитов Мәсәғүт Хәйрулла улы (1930), ауыл хужалығы эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1959—1991 йылдарҙа Благовар районы «Октябрь» колхозы рәйесе. Башҡорт АССР-ының 5-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы (1981). Ленин (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) һәм «Почёт Билдәһе» (1965) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Әхмәт ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ғафуров Ренат Зәйтүн улы (1982), спидвей спортсыһы, Рәсәйҙең халыҡ-ара класслы спорт мастеры. Мотоциклдарҙа уҙышыуҙа шәхси иҫәптә ике тапҡыр, команда иҫәбендә өс тапҡыр Рәсәй чемпионы, Европа чемпионы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Аксаков Иван Сергеевич (1823—27.01.1886), Рәсәй империяһы шағиры, публицист, йәмәғәт эшмәкәре. Славянофиллыҡ идеологтарының береһе. Сергей Тимофеевич Аксаковтың улы. Сығышы менән Ырымбур губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы) Надеждино ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Хәсәнов Илүс Хәсән улы (1949), рәссам. 1998 йылдан Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы ағзаһы.
- Искәндәров Зөфәр Ғүмәр улы (1964), спортсы, тренер. 1997 йылдан Салауат ҡалаһындағы «Снайпер» махсус балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең уҡытыусы-тренеры, 2009 йылдан — «Олимп» балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең өлкән уҡытыусы‑тренеры. Ҡышҡы полиатлон буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Түбәнге Һаҙ ауылынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1892: Марина Ивановна Цветаева, СССР шағиры.
- 1911: Алексей Ляпунов, Рәсәй математигы, кибернетикаға нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- 1911: Марк Бернес, СССР-ҙың кино актёры һәм эстрада артисы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1965).
- 1931: Юлиан Семёнов, СССР яҙыусыһы.
- 1936: Леонид Куравлёв, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1976).
- 1946: Александр Горшко́в, СССР фигурисы, олимпия, күп тапҡырҙар донъя һәм Европа чемпионы, СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1970).
- 1956: Рәшит Нурғәлиев, 2004—2012 йылдарҙа Рәсәйҙең эске эштәр министры, армия генералы.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1826: Фридрих Крупп, Германия сәнәғәтсеһе.
- 1897: Алексей Саврасов, Рәсәй империяһы рәссамы.
- 1982: Ғәйнан Әмири, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт шағиры, яҙыусы һәм тәржемәсе, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1969).
- 2006: Солтан Бикәев, совет-фин (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1943).