27 июнь
көнө
27 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 178-се (кәбисә йылында 179-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 187 көн ҡала.
27 июнь | |
![]() |
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | ||||
2021 йыл |
Байрамдар
Халыҡ-ара
Милли
- Рәсәй: Уйлап сығарыусылар һәм рационализаторҙар көнө (июндең һуңғы шәмбеһе).
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1615: Европаға тәүге тапҡыр сәй килтерелә.
- 1865: Рәсәй империяһының Тимер юлы эштәре министрлығы ойошторола.
- 1910: Рәсәй империяһының III Дәүләт думаһы артабан «Столыпиндың аграр реформаһы» тип исем алған ҡанун ҡабул итә.
- 1910: Петербургта Пётр I һәйкәле асыла.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ураев Пётр Васильевич (1910—22.07.1967), СССР-ҙың партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1957—1963 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының икенсе секретары, Башҡорт АССР-ының бишенсе һәм алтынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ленин, I дәрәжә Ватан һуғышы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Мордва Республикаһының Зубово Поляна районы Березина ауылынан.
- Рәхимова Ирина Владимировна (1960), хеҙмәт алдынғыһы. «Башҡортостан Республикаһының торлаҡ төҙөлөшө фонды» дәүләт унитар предприятиеһының баш бухгалтеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2007).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Касаткин Сергей Степанович (1957), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы. Сығышы менән Кушнаренко районының Кушнаренко ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Алһыу (1983), йырсы, телевизион тапшырыуҙар алып барыусы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2018), Башҡортостан Республикаһының (2019) һәм Татарстан Республикаһының (2000) халыҡ (2010) артисы, ЮНЕСКО-ның тыныслыҡ өсөн артисы (2011). Бөгөлмә ҡалаһының почётлы гражданы (2000).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Булатов Ғәзий Ғиҙиәт улы (1919—23.08.1994), публицист, 1964 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған юрисы (1986). Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) һәм II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары кавалеры.
- Хлёсткин Рудольф Николаевич (1939—19.04.2011), ғалим-химик-технолог, юғары мәктәп эшмәкәре. 1986—1992 йылдарҙа Өфө нефть институтының һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректоры. Техник фәндәр докторы (1983), профессор (1984). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998), СССР-ҙың юғары белем биреү отличнигы (1983), СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1988), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Воскресенск ауылынан.
- Кузнецов Валерий Владимирович (1949), ғалим-химик, 2000—2011 йылдарҙа Өфө дәүләт нефть техник университетының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Химия фәндәре докторы (2002). Сығышы менән Дондағы Ростов ҡалаһынан.
- Рахманҡолова Зөлфирә Фәүзи ҡыҙы (1959), ғалим-үҫемлектәр физиологы. 2003—2011 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының биология факультетында кафедра мөдире, 2011 йылдан — Рәсәй Фәндәр академияһының К. А. Тимирязев исемендәге Үҫемлектәр физиологияһы институтында төп ғилми хеҙмәткәр, бер үк ваҡытта Мәскәү дәүләт университеты уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (2002), профессор (2003). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1850: Лафкадио Херн, Ирландия һәм АҠШ яҙыусыһы, тәржемәсе, шәрҡиәт белгесе.
- 1869: Эмма Гольдман, Америка сәйәсмәне, яҙыусы, философ.
- 1880: Хелен Келлер, АҠШ-тың һуҡыр һәм һаңғырау яҙыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре һәм уҡытыусы.
- 1895: Ирина Одоевцева, ғүмеренең төп өлөшөн сит илдәрҙә үткәргән СССР яҙыусыһы, шағир.
- 1920: Ай Эй Эл Даймонд (төп исеме Ицек Домнич), Америка киносценарисы.
- 1925: Дмитрий Бисти, СССР рәссамы, график, РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы, СССР Сәнғәт академияһы академигы.
- 1930: Росс Перо, АҠШ бизнесмены, филантроп, сәйәсмән.
- 1935: Лоран Терзиефф, Франция актёры.
- 1940: Борис Хмельницкий, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, йырсы, Рәсәйҙең халыҡ артисы (2001).
- 1950: Сергей Юшенков, СССР-ҙың хәрби хеҙмәткәре, полковник, ғалим, философия фәндәре кандидаты; Рәсәй сәйсмәне, Дәүләт думаһы депутаты.
- 1955: Изабель Аджани, Францияның театр һәм кино актрисаһы, йырсы, биш тапҡыр «Сезар» кинопремияһы лауреаты.
- 1965: Пабло Бенгоэчеа, Уругвай футболсыһы, тренер.
- 1975: Тоби Магуайр, Америка актёры.
- 1976: Вардуи Варданян, Әрмәнстандың эстрада йырсыһы.