1 февраль
көнө
1 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 32-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 333 көн ҡала (кәбисә йылында 334).
1 февраль | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
1 февраль Викимилектә |
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | |||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Никарагуа: Хәрби һауа көстәре көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Лифт хужалығы эшсәндәре (лифтёрҙар) көнө.
- Һиндостан: Сик буйы һағы көнө.
- 772 йыл: 72-се Рим Папаһы итеп консул һәм герцог Теодат ғаиләһенән римлян һайлана, ул Адриан I исемен ҡабул итә.
- 1186 йыл: Госпитальерҙар Сүриәләге Маргат (Маркаб) ҡәлғәһен ала, Иерусалим бирелгәс, ул ордендың үҙәгенә әйләнә.
- 1709: Тымыҡ океанда Хуан-Фернандес архипелагында Робинзон Крузоның прототибы буласаҡ матрос Александр Селкирк табылған.
- 1720: Швеция һәм Пруссия солох килешеүенә ҡул ҡуя.
- 1732: Рәсәй империяһы һәм Персия Ғосман империяһына ҡаршы бергәләп көрәшеү хаҡындағы Рәшт килешеүенә ҡул ҡуя.
- 1816: Декабристарҙың тәүге йәшерен сәйәси ойошмаһы «Ҡотҡарыу союзы» төҙөлә.
тулы исемлек
- 1819: Оло урҙа ҡырғыҙҙары Рәсәй империяһына ҡушыла.
- 1865: АҠШта ҡоллоҡ бөтөрөлә.
- 1865: Инглиз теленең Оксфорд һүҙлегенең тәүге баҫмаһы донъя күрә.
- 1898: Өфөлә тәүге ҡала электростанцияһы (ҡеүәте — 560 кВт) эшләй башлай.
- 1924: Бөйөк Британия рәсми рәүештә СССР-ҙы таный.
- 1924: «Белем» (хәҙер «Башҡортостан уҡытыусыһы») журналы сыға башлай.
- 1926: Ҡырғыҙ АССР-ы ойошторола.
- 1930: СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм Халыҡ Комиссарҙары Советы Ҡарары менән илдә дөйөм коллективлаштырыу башлана.
- 1930: «Таймс» гәзитендә беренсе кроссворд баҫыла.
- 1937: Өфөлә трамвай йөрөй башлай.
- 1946: Трюгве Ли БМО-ның беренсе Генераль секретары итеп һайлана.
- 1962: Куба Америка Дәүләттәре Ойошмаһынан сығарыла.
- 1963: Өфөлә «Эре панелле йорттар төҙөү» тресы ойошторола.
- 1963: Учалы ҡала статусын ала.
- 1969: СССР менән Перу Республикаһы араһында дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыла.
- 1980: СССР менән Лесото араһында дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыла.
- 1992: Һалҡын һуғыш тамамланыу тураһында Рәсәй—АҠШ декларацияһына ҡул ҡуйыла.
- 1994: ЕС илдәре ҡул ҡуйған Шенген килешеүҙәре үҙ көсөнә инә, был илдәр граждандары ЕС буйынса ирекле рәүештә йөрөү хоҡуғы ала.
- 1996: Эритрея григориан календарына күсә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Тереғолов Әбүбәкер Батыргәрәй улы (1885—18.12.1966), ғалим-терапевт, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1927), профессор (1929). РСФСР-ҙың (1940) һәм Татар АССР-ының (1940) атҡаҙанған фән эшмәкәре. 1911—1913 йылдарҙа Өфө губернаһы Өфө өйәҙе Шишмә тимер юл станцияһында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Шишмә ҡасабаһы) земство табибы. Ленин (1952), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1940, 1950) ордены кавалеры.
- Ғабдулла Ғиләжев (1930—7.01.1997), актёр, режиссёр, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1952 йылдан СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1973). Башҡорт АССР‑ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1980) һәм Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1976) лауреаты. Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм Почёт Билдәһе (1971) ордендары кавалеры.
- Шакирова Аймара Әхмәтйән ҡыҙы (1935), юрист, суд органдары ветераны. 1965—1990 йылдарҙа Учалы район судының халыҡ судьяһы, 1990—1994 йылдарҙа Учалы район суды рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған юрисы (1988). Сығышы менән ошо райондың Өргөн ауылынан.
тулы исемлек
- Рамазан Шәғәлиев (1935—20.02.2010), шағир, мәҙәниәт хеҙмәткәре. 1959—1995 йылдарҙа Силәбе ҡалаһының хәҙерге «Мечел» мәҙәниәт һәм техника һарайының «Айгөл» татар һәм башҡорт үҙешмәкәр халыҡ коллективы, 1962—2007 йылдарҙа Аҡмулла исемендәге Силәбе өлкә әҙәби берекмәһе етәксеһе. 1986 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989). Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты (Мәскәү, 1987). Аҡмулла исемендәге (2002), Ҡадир Даян исемендәге (2005) премиялар лауреаты. Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының почётлы гражданы.
- Давыдова Эльмира Минһаж ҡыҙы (1940—30.07.2018), музыка белгесе, фән кандидаты. 1973—1976 һәм 1982—2002 йылдарҙа Башҡортостан Композиторҙар союзының яуаплы секретары, 1978—1982 йылдарҙа — СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре. 1981 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (1999) һәм Башҡорт АССР-ының (1989) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһы Президенты стипендиаты (2008).
- Түрйәнов Альфрет Хәбиб улы (1940—21.09.2016), ғалим-терапевт, дәүләт, юғары мәктәп һәм йәмәғәт эшмәкәре, спортсы. 1987—1995 йылдарҙа Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры, 1970—2009 йылдарҙа (өҙөклөктәр менән) Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2004—2006 йылдарҙа университет проректоры. РСФСР-ҙың 12-се саҡырылыш, Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш Юғары Советтары һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Медицина фәндәре докторы (1998), профессор (1993). РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1990), байдарка һәм каноэла ишеү буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1967). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Подлуб ауылынан. Мэлс Түрйәновтың игеҙәк туғаны.
- Түрйәнов Мэлс Хәбиб улы (1940—11.11.2004), ғалим-табип, инфекционист, йәмәғәтсе. 1970 йылдан Мәскәүҙең 1-се медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1990—1992 йылдарҙа инфекцион ауырыуҙар кафедраһы мөдире, терапия факультеты деканы; бер үк ваҡытта 1991—2003 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш инфекционисы; 1992—2003 йылдарҙа Рәсәй Дипломдан һуң уҡытыу медицина академияһы проректоры. 1991—2003 йылдарҙа Рәсәй инфекционистар йәмғиәте рәйесе. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы, медицина фәндәре докторы (1984), профессор (1985). РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1995), байдарка һәм каноэла ишеү буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1967). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Подлуб ауылынан. Альфрет Түрйәновтың игеҙәк туғаны.
- Айрат Ҡобағошов (1950—5.09.2021), композитор, фольклорсы. 1986 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусы, шул иҫәптән 1996—2012 йылдарҙа башҡорт музыкаһы факультеты деканы, бер үк ваҡытта 1996 йылдан — традицион музыка башҡарыу кафедраһы мөдире. 1989 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Профессор (2013). Рәсәй Федерацияһының (2009) һәм Башҡортостан Республикаһының (1995) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
- Фәрзәнә Аҡбулатова (1960), яҙыусы, журналист. 2010 йылдан «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Юлдаш» каналы комментаторы. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар (1995) һәм Журналистар (1999) союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003), Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы (1995) һәм М. Ҡашғари исемендәге V халыҡ-ара хикәйәләр конкурсы лауреаты.
- Фәхретдинов Иршат Юнир улы (1965—22.10.2021), отставкалағы хәрби хеҙмәткәр, дәүләт эшмәкәре, ғалим-хоҡуҡ белгесе. Афған һуғышында һәм Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Запастағы полковник. Рәсәй Федерацияһының 5-се һәм 6-сы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты. Юридик фәндәр кандидаты. Ҡыҙыл Йондоҙ (1988), Салауат Юлаев (2013) ордендары кавалеры, 2-се дәрәжә Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн орденының миҙалы (2014) менән бүләкләнгән.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ишмөхәмәтов Исмәғил Хажиәхмәт улы (1901—23.03.1971), ғалим-химик, юғары мәктәп эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1928 йылдан К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1932 йылдан химия кафедраһы мөдире, 1934 йылдан — тәбиғәт белеме һәм география факультеты деканы, 1953 йылдан — уҡыу уҡытыу һәм фән эштәре буйынса проректор; 1957 йылдан Башҡорт дәүләт университетының химия кафедраһы мөдире, 1964—1970 йылдарҙа фәнни эштәр буйынса проректор. Башҡорт АССР-ының өсөнсө саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Химия фәндәре кандидаты (1933). РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1945). Ленин (1954) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949) ордендары кавалеры.
- Дилмөхәмәтова Зөһрә Ҡолмөхәмәт ҡыҙы (1931), хеҙмәт ветераны, малсылыҡ алдынғыһы, йәмәғәтсе. 1951—1986 йылдарҙа Мәсетле районы «Әй» совхозы һауынсыһы. СССР профсоюздарының ХV съезы делегаты (1971). Ленин (1971), Октябрь Революцияһы (1973) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) ордендары кавалеры. Райондың почётлы гражданы (2006). Сығышы менән ошо райондың Оло Аҡа ауылынан.
тулы исемлек
- Садиҡов Фәнис Ғилман улы (1936), хеҙмәт ветераны, ғалим-балалар хирургы. 1970—2015 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1984 йылдан — педиатрия факультеты деканы, 1990—2011 йылдарҙа Дипломдан һуң белем биреү институтының педиатрия һәм балалар хирургияһы кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1990), профессор (1992). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1986), СССР-ҙың (1986) һәм Башҡортостан Республикаһының (2006) һаулыҡ һаҡлау отличнигы.
- Әмиров Марсель Мәғрүп улы (1936), ғалим-философ, комсомол һәм партия органдары ветераны. 1960—1963 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Татарстан өлкә комитеты пропаганда бүлеге инструкторы; 1969—1973 йылдарҙа КПСС-тың Татарстан өлкә комитеты лекторы; 1974—1984 йылдарҙа Ҡазан ветеринария институтының Яр Саллы ҡалаһындағы филиалы уҡытыусыһы. Философия фәндәре кандидаты (1967). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Әжекәй ауылынан.
- Яппаров Марс Шәрип улы (1936—21.06.2009), мәҙәниәт эшмәкәре. 1977—1997 йылдарҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театры директоры. СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат ҡалаһының почётлы гражданы (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Йәнырыҫ ауылынан.
- Ғәбсәмов Ғәлиулла Шәйехмулла улы (1951), урман хужалығы эшмәкәре. 1978 йылдан хәҙерге «Ҡалтасы урманы» автономиялы учреждениеһының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1992 йылдан — етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы, райондың почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡалтасы районы Аткүл ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Киселёв Геннадий Семёнович (1922—15.05.1979), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, лётчик, гвардия подполковнигы (1959). Советтар Союзы Геройы (1946).
- Ғәлимйәнов Флүр Ғәлимйән улы (1932—1.01.2010), хужалыҡ эшмәкәре. 1955 йылдан Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1962 йылдан инженер-конструктор, 1964 йылдан — өлкән мастер, 1974 йылдан — цех начальнигы урынбаҫары, 1993—1994 йылдарҙа бүлек начальнигы урынбаҫары. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).
- Ғилданов Хәләф Ғилван улы (1932—7.01.1994), хеҙмәт алдынғыһы, 1952—1992 йылдарҙа Илеш районы «Коммунар» колхозы тракторсыһы. Башҡорт АССР-ының туғыҙынсы саҡырылыш (1975—1980) Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы (1975), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975).
тулы исемлек
- Дилмөхәмәтов Сәйфулла Ишғәле улы (1932—27.08.2004), ҡурайсы, уҡытыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983).
- Ҡыҙрасов Мөхәмәт Хәмиҙулла улы (1932―8.02.2012), ғалим-селекционер. 1961 йылдан Өфө дәүләт сорт һынау участкаһы мөдире. 1975—1999 йылдарҙа хәҙерге Бөтә Рәсәй йәшелсәселек ғилми-тикшеренеү институтының Өфө терәк пункты мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1969).
- Рәхмәтуллин Салауат Ибраһим улы (ижади псевдонимы Салауат Рәхмәтулла), (1942—15.07.2021), уҡытыусы, шағир. 1993 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостандың Хәким Ғиләжев (1999) һәм Ғәли Ибраһимов (2009), Татарстандың Ғәлимйән Ибраһимов (2002) һәм Илдар Юзиев (2005) исемендәге әҙәби премиялар, республика гәзит һәм журналдар премиялары лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Солтанморат ауылынан.
- Гребнев Алексей Семёнович (1952), рәссам, педагогик хеҙмәт ветераны. 1976 йылдан Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы. 1995 йылдан Рәсәйҙең Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Федоровка районы Львовка ауылынан.
- Сафаров Марат Ғәли улы (1952), хеҙмәт ветераны. 1976—2012 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһы үҙәкләштерелгән китапхана системаһы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997).
- Сафин Тәлғәт Абдулхаҡ улы (1952), ауыл хужалығы ветераны, ветеринар табип. 1998—2011 йылдарҙа Әлшәй районының баш дәүләт ветеринар инспекторы, ветеринария станцияһы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2006). Сығышы менән ошо райондан.
- Ғилманов Ғәлимйән Хәмитйән улы (ижади псевдонимы Ғәлим Әсәнов; 1957), яҙыусы, әҙәбиәт белгесе, дәүләт хеҙмәткәре. 1982 йылдан Ҡазан дәүләт университеты уҡытыусыһы; 1986 йылдан (өҙөклөктәр менән) Татарстан китап нәшриәте редакциялары мөдире; 2005 йылдан Татарстан Республикаһы Министрҙар Кабинетының Мәҙәниәт, спорт һәм телдәр үҫеше идаралығының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2011–2017 йылдарҙа – республика халыҡтары телдәре үҫеше секторы мөдире. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2003), төрлө әҙәби премиялар лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Әсән ауылынан.
- Ишморатова Рауза Ғарифйән ҡыҙы (1957), педагогик хеҙмәт ветераны. Салауат районы Мөрсәлим урта мәктәбе уҡытыусыһы, директор урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы.
- Матвеева Людмила Михайловна (1957), спортсы, мәғариф хеҙмәткәре, ғалим. Социология фәндәр кандидаты (2004), профессор (2009). Еңел атлетика буйынса СССР-ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1985), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2005). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1998), Рәсәй Федерацияһының физик культура һәм спорт отличнигы (2003), Рәсәй Федерацияһының (2006) һәм Башҡортостан Республикаһының (2006) атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Шаляпин Фёдор Иванович (1873—12.04.1938), Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың опера һәм камера йырсыһы. Ижади карьераһын Өфөлә башлап, бында 1890 йылдың сентябренән 1893 йылғаса йәшәй һәм эшләй. Совет Рәсәйенең беренсе халыҡ артисы (1918).
- Теләпов Әҙеһәм Зариф улы (1903—14.12.1976), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, пехота полкы командиры, полковник. Ленин һәм Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ишембай районының Ҡолғона ауылынан.
- Алсынбаева Мәғүҙә Астанғәли ҡыҙы (1928—19.07.1981), малсы. 1951—1980 йылдарҙа Әбйәлил районы Киров исемендәге колхоз һауынсыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1966). Сығышы менән ошо райондың Хәлил ауылынан.
- Вәхитов Фәрит Назар улы (1933), журналист, тарихсы. 2002—2006 йылдарҙа Республика Хәрби Дан музейының ғилми хеҙмәткәре. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2000). Ғафури районының почётлы гражданы.
тулы исемлек
- Иванов Владимир Николаевич (1938—9.07.1993), спортсы, тренер. Еңел атлетика буйынса РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1988). Сығышы менән Бәләбәй ҡалаһынан.
- Әхиәров Влер Хатип улы (1938—4.05.2001), ғалим-тау инженеры. 1961 йылдан Өфө нефть сәнәғәте ғилми-тикшеренеү институтының өлкән технигы; 1962 йылдан Төмән өлкәһе Усть Балык нефть разведкаһы экспедицияһының каротаж партияһының техник етәксеһе, начальнигы, 1966 йылдан — Төмән комплекслы геология-разведка экспедицияһының баш геофизигы, 1970 йылдан — Төмән тематик партияһының баш геофизигы, начальнигы; 1987 йылдан Бөтә Союз шартлау технологиялары буйынса ғилми тикшеренеү һәм проект институты (Мәскәү өлкәһе Раменское ҡалаһы) директоры; 1992 йылдан — Геомәғлүмәт системалары ғилми-тикшеренеү институтының (Мәскәү) автоматлаштырыу бүлеге начальнигы. Геология-минералогия фәндәре докторы 1986). РСФСР-ҙың атҡаҙанған геологы (1989), СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Тамъян ауылынан.
- Ғәбитов Ринат Хәмит улы (1943—16.06.2016), хоҡуҡ белгесе. 1975 йылдан Башҡорт дәүләт университеты һәм БДУ-ның Хоҡуҡ институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1995—2011 йылдарҙа экологик, хеҙмәт һәм финанс хоҡуҡтары кафедраһы мөдире. Юридик фәндәр докторы (2000), профессор (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2000).
- Дәүләтбаева Мәрйәм Ағил ҡыҙы (1943), төҙөүсе, остаз-педагог, күп балалы әсә. 1962 йылдан (өҙөклөк менән) «Башмедьстрой» тресының штукатур-биҙәүсеһе, шул иҫәптән 1974—1984 һәм 1992—1994 йылдарҙа штукатур-биҙәүселәр бригадиры; 1984—1992 йылдарҙа Хәйбулла районы Аҡъяр ауылындағы 110-сы һөнәри училищеһының производствоға өйрәтеү мастеры; Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1983). 2-се дәрәжә «Әсәлек миҙалы» менән бүләкләнеүсе (1985).
- Ишемғолов Дамир Нуретдин улы (1943), рәссам, педагог. 1975 йылдан Өфөләге Башҡортостан ижад-производство комбинаты рәссамы, 1996—2010 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. 1993 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2001).
- Лесин Василий Николаевич (1943—13.05.2020), рәссам, график. 1975 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (2001) атҡаҙанған рәссамы.
- Лоҡманова Мәүлиҙә Миҙхәт ҡыҙы (1948), педагог. 1968 йылдан Учалы районы Кәрим мәктәбе уҡытыусыһы һәм директоры; 1971—1977 йылдарҙа — хәҙер Учалы ҡалаһы эсендә ҡалған Рудник ҡасабаһындағы 2-се мәктәп уҡытыусыһы. 1991—2004 йылдарҙа Учалы ҡалаһының 10-сы мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ мәғарифы отличнигы (1991). Сығышы менән ошо райондың Ҡарт Муйнаҡ ауылынан.
- Салауатов Юнир Хәй улы (1948), һүҙ оҫтаһы, юморист һәм сатирик. Хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының элекке нәфис һүҙ жанры артисы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1984).
- Күркәмбаев Урал Фәрит улы (1958), юлсы-водитель. 1978 йылдан Әбйәлил юл төҙәтеү-юл һалыу идаралығы водителе, 2007 йылдан аккумуляторсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре (2007). Сығышы менән ошо райондың Күсем ауылынан.
- Ноғоманова Фирҙәүес Ғабдулла ҡыҙы (1963), китапханасы. Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең нәфис әҙәбиәт редакцияһы мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.
- Тимерғәзин Салауат Шәйҙулла улы (1963), механизатор. Нуриман районы Баһау исемендәге хужалыҡтың тракторсы-комбайнсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
- Хафизова Нуриҙә Тимерхан ҡыҙы (1963) педагог. 1983 йылдан хәҙерге Яңауыл ҡалаһындағы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең коррекцион интернат-мәктәбе вожатыйы, тәрбиәсеһе, 1988 йылдан уҡытыусыһы, 2009 йылдан — директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2021) һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2013), Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Асҡын районы Йәнкиҫәк ауылынан.
- Хәсәнова Рәйхана Ҡорбан ҡыҙы (1963), хәҙерге Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһенең элекке балет артисы. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Аҙнабаев Марат Тәлғәт улы (1939), офтальмолог-ғалим. 1962 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1987—2011 йылдарҙа офтальмология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1980—2006 йылдарҙа Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты директоры. Башҡорт АССР‑ының 12‑се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1995), медицина фәндәре докторы (1987), профессор (1989). РСФСР-ҙың (1986) һәм Башҡорт АССР‑ының (1977) атҡаҙанған табибы, Рәсәй Федерацияһының (2004) һәм Башҡортостандың (1991) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Почёт (1999) һәм Салауат Юлаев (2004) ордендары кавалеры. Көйөргәҙе районының почётлы гражданы.
- Муса Сиражи (1939—14.09.2019), шағир, журналист, йәмәғәтсе. 1961 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1971 йылдан — Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡорт АССР‑ының (1989) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты (2003).
тулы исемлек
- Захарова Евгения Александровна (1944—16.01.1993), рәссам, уҡытыусы. 1978 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. 1973—1993 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. Сығышы менән хәҙерге Ульяновск өлкәһе Иҫке Салаван ауылынан.
- Зөфәр Вәлит (1949), шағир, 2005 йылдан Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015). Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2015).
- Хәсәнов Әнүәр Ғиниәт улы (1954), хирург-ғалим. 1986 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән уҡытыу эштәре буйынса проректор һәм кафедра мөдире. Медицина фәндәре докторы (1997), профессор (1998). Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (2003) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002). Ғ. Х. Ҡоҙаяров исемендәге премия лауреаты (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Үрнәк ауылынан.
- Әминева Зөһрә Нәжметдин ҡыҙы (1954), театр хеҙмәткәре, Салауат башҡорт дәүләт драма театры актрисаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Үрнәк ауылынан.
- Сәлимгәрәев Венер Шәйехсолтан улы (1959), эске эштәр органдары хеҙмәткәре, полиция полковнигы. 1981 йылдан Краснокама район эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1995—2015 йылдарҙа — бүлек начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2004), Башҡортостан Эске эштәр министрлығының почётлы ветераны (2013). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Нур ауылынан.
- Иҙрисова Дилара Марс ҡыҙы (1989), опера йырсыһы (сопрано). Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы. Халыҡ-ара конкурстар еңеүсеһе.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1795: Александр Смирдин, Рәсәй империяһы сауҙагәре, китап баҫтырыусы һәм һатыусы.
- 1857: Владимир Бехтерев, Рәсәй империяһы невропатологы, психиатр, психолог һәм физиолог.
- 1884: Евгений Замятин, Рәсәй империяһы һәм СССР яҙыусыһы.
- 1900: Анатолий Головня, СССР кинооператоры, юғары мәктәп уҡытыусыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1980).
- 1931: Борис Ельцин, Рәсәйҙең беренсе президенты.
- 1942: Лев Лещенко, СССР-ҙың эстрада йырсыһы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы.