29 ноябрь
көнө
29 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 333-сө көнө (кәбисә йылында 334-се). Йыл тамамланыуға 32 көн ҡала.
29 ноябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
29 ноябрь Викимилектә |
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Палестина халҡы менән теләктәшлек көнө.
- Ер: Хоҡуҡ һаҡлаусы ҡатын-ҡыҙҙар көнө.
- АҠШ: Шоколад көнө.
- Дөгө көлсәһе көнө
- Албания: Азатлыҡ көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: «Ё» хәрефе көнө.
Төбәк байрамдары
- Башҡортостан: Совет Рәсәйенең федератив өлөшө булараҡ Башҡортостан автономияһы ойошторолған көн.
- 1775: Салауат Юлаев һәм Юлай Аҙналин Рогервик ҡәлғәһенә ғүмерлек каторгаға килтерелә.
- 1783: Рәсәйҙә «Ё» хәрефе ҡулланыуға индерелә.
тулы исемлек
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ғөбәйҙуллин Мансур Мөхәммәтсаҙиҡ улы (1920—10.12.2008), ғалим-иҡтисадсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1953 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлеге хеҙмәткәре, 1961—1964 йылдарҙа өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1970 йылдан сектор мөдире вазифаһын башҡарыусы, 1971 йылдан — сектор мөдире; 1990 йылдан Башҡортостан малсылыҡ һәм мал аҙығы етештереү ғилми-тикшеренеү проект-технология институтының баш ғилми хеҙмәткәре; 1995 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1995 —1998 йылдарҙа лаборатория мөдире. Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһының почётлы академигы (1996), профессор (1973), иҡтисад фәндәре докторы (1978), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976). 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
- Аринин Александр Николаевич (1955), ғалим-политолог, сәйәсмән һәм юғары мәктәп эшмәкәре. 2000 йылдан Федерализм һәм граждандар йәмғиәте институты (Мәскәү) директоры. 1993 йылдан Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты. Тарих фәндәре кандидаты (1983), сәйәси фәндәр докторы (1999). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).
тулы исемлек
- Бохарова Гөлнур Һарун ҡыҙы (1960), ғалим-тел белгесе. 1990 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2010).
- Лотфрахманов Илдар Илдус улы (1965), ғалим-анестезиолог-реаниматолог. 2007 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2015 йылдан Республика кардиология диспансеры табибы. Медицина фәндәре докторы (2007). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Козлова Татьяна Николаевна (1931), тренер. 1967 йылдан «Труд» ирекле спорт йәмғиәтенең Өфөләге балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, 1975 йылдан «Зенит» ирекле спорт йәмғиәте тренеры һәм өлкән тренеры; 1987—88 йылдарҙа Бөтә Союз профсоюздар физкультура-спорт йәмғиәтенең Башҡортостан өлкә советы, бер үк ваҡытта 1979—1985 йылдарҙа СССР үҫмерҙәр йыйылма командаһы тренеры. Тау саңғыһы спорты буйынса РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1988). Сығышы менән хәҙерге Свердловск өлкәһенең Красноуральск ҡалаһынан.
- Хәсәнов Сәфиулла Ғайса улы (1941), транспорт өлкәһе ветераны. 1960—2006 йылдарҙа Сибай автотранспорт предприятиеһы директоры. Башҡортостандың атҡаҙанған (1992) һәм Рәсәйҙең почётлы (1996) транспорт хеҙмәткәре. Сибай ҡалаһының почётлы гражданы (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Хәсән ауылынан.
тулы исемлек
- Арданкин Александр Дмитриевич (1951), педагог, рәссам. 1975 йылдан Салауат ҡалаһы Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы, 1979—2014 йылдарҙа — директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998). Сығышы менән Үзбәкстандың Сәмәрҡәнд өлкәһе Чархин ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ғәлиев Фәрит Рөстәм улы (1947—10.12.2013), педагог, музыкант-баянсы, һәүәҫкәр композитор. 1968—2013 йылдарҙа Әлмәт музыка училищеһы уҡытыусыһы. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1971). Сығышы менән Октябрьский ҡалаһынан.
- Хәкимов Камил Тажи улы (1952), төҙөүсе. 1973 йылдан «Салауатстрой» тресының 1-се төҙөлөш идаралығы, 2009 йылдан —Төҙөлөш материалдары һәм конструкциялары заводы эшсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2003). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Йәнырыҫ ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Авксентьев Николай Дмитриевич (1878—4.03.1943), Рәсәй империяһының сәйәси эшмәкәре. Өфө дәүләт кәңәшмәһе тарафынан һайланған Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәтенең («Өфө директорияһы»ның) рәйесе (1918 йылдың сентябрь—ноябрь айҙары).
- Луценко Панна Афанасьевна (1938), педагогик хеҙмәт ветераны, 1976—1998 йылдарҙа Хәйбулла районының Аҡъяр ауылы 2-се урта мәктәбенең директор урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Сибәғәтуллин Нур Ғасим улы (1953), ғалим-кардиохирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2001), профессор (2008). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2013), Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Суйынсы ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Әбделҡадир Инан (Сөләймәнов Фәтхелҡадир Мостафа улы; 1899—1.10.1976), шәрҡиәтсе, яҙыусы, Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. 1918 йылда «Башҡорт» гәзитенең мөхәррире. 1925–1964 йылдарҙа Төркиәләге Төрҡиәт институты, Анҡара университеты, Төрөк мәҙәниәте институты һәм Төркиә хөкүмәтенең Дин эштәре буйынса департаменты хеҙмәткәре. Профессор (1936).
- Федорцев Игорь Васильевич (1929—26.09.2018), ғалим-тау инженеры. 1974—2016 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1975—1981 йылдарҙа архитектура-төҙөлөш факультеты деканы, 1984—1988 йылдарҙа — архитектура кафедраһы мөдире. Техник фәндәр фәндәр кандидаты (1973), профессор (1994). Рәсәй Федерацияһының почётлы төҙөүсеһе (1998) һәм почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2003). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Запорожье өлкәһе Кигнасс ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Помыкалов Анатолий Сергеевич (1959), спортсы. Еңел атлетика буйынса СССР-ҙың халыҡ ара класлы спорт мастеры (1989). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2001). Паралимпия уйындарының 800 метрға йүгереүҙә көмөш (1988), 400 һәм 1500 метрҙарға йүгереүҙә бронза призёры. 1979—1992 йылдарҙа күреү буйынса инвалид-спортсыларҙың СССР, 1993—1995 йылдарҙа — Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1835: Цыси, Цинь Ҡытайының Бөйөк королеваһы.
- 1849: Николай Крылов, СССР математигы һәм физигы, академик (1929).
тулы исемлек
- 1924: Валентина Ермакова, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1981).
- 1932: Сәләхов Таһир Теймур улы, Әзербайжан һәм Рәсәй театр рәссамы, педагог.
- 1973: Райан Гиггз, Англия футболсыһы.
- 1941: Зоя Космодемьянская, совет партизаны.
- 2001: Джордж Харрисон, «The Beatles» төркөмө гитарасыһы.