12 декабрь
көнө
12 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 346-сы көнө (кәбисә йылында 347-се). Йыл тамамланыуға 19 көн ҡала.
12 декабрь | |
![]() |
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Рәсәй: Конституция көнө.
- Ҡаҙағстан: Таможня хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Кения: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Төркмәнстан: Төркмәнстандың нейтралитет көнө.
- Украина: Ҡоро ер ғәскәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1911: Һиндостан баш ҡалаһы Калькуттанан Делиға күсерелә.
- 1955: эшселәр ҡасабаһы Братск ҡала статусы ала.
- 1989: СССР халыҡ депутаттарының II съезы асыла[1]
- 1991: РСФСР етәкселеге «СССР ойоштороу тураһындағы 1922 йыл килешеүен ғәмәлдән сыҡҡан» тип иғлан итә һәм СССР Юғары Советынан үҙ депутаттарын саҡыртып ала.
- 1993: Берҙәм тауыш биреү һөҙөмтәһендә Мортаза Рәхимов Башҡортостан Республикаһының тәүге Президенты итеп һайлана.
- 1993: Рәсәй Федерацияһының яңы Конституцияһы ҡабул ителә[2].
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Монастырский Вадим Наумович (1945), музыкант-пианиносы, педагог. 1970—1987 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. С. Рубин исемендәге Йәрүсәлимузыка һәм бейеү академияһы профессоры, һәләтле балалар өсөн музыка пансионына нигеҙ һалыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1977).
- Лущикова Алевтина Васильевна (1950), мәғариф ветераны. 1985—2014 йылдарҙа Иглин районының Оло Теләк ауылындағы В. Лесунов исемендәге мәктәптең математика уҡытыусыһы, директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сығышы менән ошо ауылдан.
- Матвеев Олег Владимирович (1965), Рәсәйҙең ғалим-тарихсыһы. 1992 йылдан Кубань дәүләт университеты уҡытыусыһы, 2009 йылдан университеттың Рәсәй тарихы кафедраһы профессоры. Тарих фәндәре докторы (2009). «Кубань казактар хоры» Дәүләт ғилми-ижади учреждениеһының Ғилми-тикшеренеү үҙәгенең төп ғилми хеҙмәткәре. «Ҙур Рәсәй энциклопедияһы» авторҙарының береһе. Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Асҡаров Сәлимгәрәй Сәхибгәрәй улы (1936—8.03.1991), хеҙмәт алдынғыһы. 1960—1991 йылдарҙа Стәрлетамаҡ синтетик каучук заводы эшләй: аппаратсы, смена начальнигы, инженер-технолог, 1979—1987 йылдарҙа бүлек начальнигы була. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Чекмарёв Әлим Рәүил улы (1957), Бөрө үҙәк район дауаханаһының баш табип урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ситдиҡова Әҙиә Хәбибулла ҡыҙы (1913—29.05.2000), рәссам. 1964 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР‑ының халыҡ рәссамы (1983). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1993).
- Синицын Василий Иванович (1918—14.10.1971), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, осоусы, гвардия капитаны. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Шумейко Григорий Григорьевич (1923—1977), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, танк взводы командиры (1945). Артабан юғары хәрби училище уҡытыусыһы, гвардия полковнигы (1966). Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
- Ризуанова Хәтижә Йәғәфәр ҡыҙы (1933—7.06.1999), мәғариф ветераны, математика буйынса методик әсбаптар һәм шиғыр китаптары авторы. СССР-ҙың (1977) һәм Башҡорт АССР-ының мәғариф отличнигы (1963).
- Рауил Бикбаев (1938—23.04.2019), шағир, әҙәбиәт белгесе, йәмәғәт эшмәкәре. 1966 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1995—2011 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, 2008—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе. Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2008), филология фәндәре докторы (1996). Башҡортостандың халыҡ шағиры (1993), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), Сыуаш Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2003). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1989) һәм республика комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы (1970), шулай уҡ Рәми Ғарипов (1992) һәм З. Биишева (2003) исемендәге премиялар лауреаты. Почёт (2009), Дуҫлыҡ (2000), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2008) һәм Салауат Юлаев (2003) ордендары кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (1999).
- Ғәйфуллина Рәмзиә Мөҙәрис ҡыҙы (1938), малсылыҡ алдынғыһы. 1954—1962 йылдарҙа Туймазы районының А. Матросов исемендәге колхозында сусҡа ҡараусы, 1962—1970 йылдарҙа — комплекслы бригада бригадиры, 1971—1974 йылдарҙа һөт-тауар фермаһы мөдире, 1977— 1993 йылдарҙа — зоотехник. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1960).
- Раянов Фәнис Мансур улы (1938), хоҡуҡ белгесе, юғары мәктәп эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), юридик фәндәр докторы (1982), профессор (1983), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984), Рәсәй Федерацияһы почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1998).
- Үҙәнбаев Шәмсетдин Ибраһим улы (1938), партия һәм хужалыҡ эшмәкәре, элемтә хеҙмәте ветераны. 1982—1989 һәм 1992—2001 йылдарҙа Баймаҡ районы элемтә үҙәге начальнигы. Башҡортостандың атҡаҙанған элемтәсеһе, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Түбә ауылынан.
- Хәлиуллин Мәғсүм Иҙрис улы (1938), ауыл хужалығы ветераны, Шаран районының «Правда» колхозының элекке механизаторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шаран районы Ерекле ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Максимова Татьяна Константиновна (1919—25.08.1983) педагог, йәмәғәтсе. 1942—1974 йылдарҙа Бәләбәй ҡалаһының 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1963), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, ҡаланың почётлы гражданы (1981). Сығышы менән Бәләбәй ҡалаһынан.
- Щеглов Николай Константинович (1929), хужалыҡ эшмәкәре. 1959—1984 йылдарҙа Өфө быяла-сүс туҡымалары заводы директоры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар Дуҫлығы һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Ермилов Олег Михайлович (1949), ғалим-тау инженеры. 2000 йылдан И. М. Губкин исемендәге Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты уҡытыусыһы. Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2000), техник фәндәр докторы (1991) профессор (1995). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), газ сәнәғәте отличнигы (1991), газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (2004) һәм Дәүләт премияһы (1998) лауреаты; Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы (2002), Ленин комсомолы премияһы (1981) һәм И. М. Губкин исемендәге премия (2010) лауреаты.
- Дринфельд Владимир Гершонович (1954), СССР, Украина һәм Америка ғалим-математигы. 1978—1981 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1988). Филдс премияһы лауреаты (1990), Чикаго университетының атҡаҙанған профессоры һәм АҠШ-тың Милли фәндәр академияһы ағзаһы (2016), Украина Милли фәндәр академияһының ағза-корреспонденты. Сығышы менән хәҙерге Украинаның Харьков ҡалаһынан.
- Күскилдин Рәйес Әхмәтша улы (1954), ғалим-инженер-механик, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1997 йылдан «Газ-Сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директор урынбаҫары — баш инженеры. Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш (2008—2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Техник фәндәр докторы (2006). Рәсәй Федерацияһы газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (2005), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2001), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2009), Ғафури районының почётлы гражданы (2013).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1774: Уильям Генри, Англия химигы.
- 1766: Николай Карамзин, Рәсәй империяһы яҙыусыһы.
- 1799: Карл Павлович Брюллов, Рәсәй империяһы рәссамы.
- 1821: Гюстав Флобер, Франция прозаигы, реалист.
- 1863: Эдвард Мунк, Норвегия рәссамы.
- 1905: Василий Гро́ссман, СССР яҙыусыһы.
- 1924: Исаак Каплан, СССР һәм Рәсәйҙең кино рәссамы.
- 1925: Владимир Шаинский, СССР һәм Рәсәй композиторы.
- 1928: Сыңғыҙ Айытматов, СССР һәм Ҡырғыҙстан яҙыусыһы.
- 1929: Джон Осборн, Англия драматургы.
- 1941: Виталий Соломин, СССР һәм Рәсәй театр һәм кино актёры.
- 1954: Драган Василькович, Сербияның сәйәси һәм хәрби эшмәкәре.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1766: Иоганн Кристоф Готшед, Германия ғалимы.
- 1792: Денис Фонвизин, Рәсәй империяһы яҙыусыһы.
- 2003: Гейдар Алиев, Әзербайжандың 1993—2003 йылдарҙағы президенты.